6 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 37-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 328 көн ҡала (кәбисә йылында 329).
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
- Халыҡ-ара
- Ер: Саам халҡы көнө.
- Витаминлы эсемлектәр көнө.
- Кәрәкһеҙ бәйләнеш-мәнәсәбәттәрҙән баш тартыу көнө.
- Мобиль телефонһыҙ көн.
- Туңдырылған йогурт көнө.
- Милли
- АҠШ: « әйт» көнө.
- Һөнәри
- 1643 йыл: Абел Тасман Фиджи архипелагын аса.
- 1663 йыл: Англияла алтын гинея һуға башлайҙар.
- 1689 йыл: 16 йәшлек Пётр I һәм 19 йәшлек Евдокия Лопухинаның туйы була.
тулы исемлек
- 1788: Массачусетс АҠШ Конституцияһын раҫлай һәм илдең алтынсы штаты була.
- 1806: Наполеон һуғыштары: Сан-Доминго янында британ һәм француз эскадралары араһында алыш. Елкән быуатының һуңғы классик һуғышы.
- 1807: Гоф янында һуғыш (француз һәм рус ғәскәрҙәре араһында).
- 1840: Инглиздәр маори юлбашсылары менән Вайтанги килешеүен төҙөй, уға ярашлы, Яңы Зеландия Бөйөк Британияның колонияһына әйләнә.
- 1880: Австрия астрономы Иоганн Пализа астероидтар теҙмәһендә Медея астероидын аса.
- 1886: Германия химигы Клеменс Винклер германий элементын аса.
- 1888: Йиллис Бильдт Швецияның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1891: Антонио Старабба Италия министрҙар советы рәйесе итеп һайлана.
- 1899: АҠШ сенаты 1898 йылғы Испания-Америка һуғышын тамамлаусы Париж килешеүен раҫлай.
- 1900: Рәсәй империяһы ғалимы Александр Попов донъяла тәүге тапҡыр радио аша диңгеҙҙә һәләкәт тураһында сигнал тапшыра («Ермак» боҙватҡысы командирына радиограмма).
- 1918: Британия парламенты 30 йәше тулған, ғаилә башлығы булған йә иһә ғаилә башлығы менән никахта торған йәки университет тамамлаған ҡатын-ҡыҙҙарға һайлауҙарға юл асҡан закон ҡабул итә.
- 1922: АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Италия һәм Япония диңгеҙ ҡоралдарын сикләү тураһында Вашингтон диңгеҙ килешеүе төҙөй.
- 1922: Кардинал Ахилл Ратти Рим папаһы итеп һайлана, Пий XI исемен ала.
- 1930: Совет Армияһының Үҙәк академия театры асыла (әле — Рәсәй Армияһының Үҙәк академия театры).
- 1936: Гармиш-Партенкирхенда IV Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1943: Ҡурған өлкәһе ойошторола.
- 1945: Лондонда I Бөтә донъя профсоюздар конференцияһы эш башлай, ул Бөтә донъя профсоюздар федерацияһы ойошторорға ҡарар итә.
- 1947: Юзеф Циранкевич Польшаның премьер-министры итеп раҫлана.
- 1956: Өфө приборҙар эшләү заводы сафҡа инә.
- 1968: Греноблдә Х ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1978: Ранасингхе Премадаса Шри-Ланканың премьер-министры була.
- 1987: «Союз ТМ-2» космос карабы осорола.
- 1991: Башҡортостан Фәндәр академияһы ойошторола.
- 1992: Башҡортостан ижади союздары ассоциацияһы төҙөлә.
- 1994: Финляндияла президент һайлауҙары үтә, Мартти Ахтисаари еңеү яулай.
- 1996: Эфиопия флагы ҡабул ителә.
- 2000: Тарья Халонен Финляндияның тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты була.
- 2001: Ариэль Шарон Израилдең премьер-министр һайлауҙарында еңеп сыға.
- 2006: Стивен Харпер Канада премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2010: Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты кубогына көрәш буйынса 1-се асыҡ республика турниры башлана.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Таңатаров Викторин Сергеевич (1922—03.2014), педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, миномёт взводы командиры, капитан. 1963—1971 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһының 2-се урта мәктәбе (хәҙер 1-се гимназия) директоры, «Белем» йәмғиәтенең Мәләүез район бүлексәһе етәксеһе. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән ошо райондың Васильевка ауылынан.
- Ҡаһарманов Мәсәбих Мәсәлим улы (1942), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 1989—2005 йылдарҙа Республика ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (2002). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ужегова Нина Семёновна (1947), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. 1966 йылдан Балаҡатай районы Иҫке Балаҡатай фельдшер пункты мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре (1981). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Әйүпов Фәһим Иҙрис улы (1947), ауыл хужалығы, партия органдары һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1982 йылдан КПСС-тың Илеш район комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — икенсе секретары; 1990 йылдан — район Советы рәйесе урынбаҫары, 2004—2012 йылдарҙа — район Советы секретары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1997), райондың почётлы гражданы (2013). Сығышы менән Түбәнге Йәркәй ауылынан.
- Шәрәфетдинов Рәмил Фәйзер улы (1952), юғары мәктәп ветераны, ғалим-геофизик. 1975 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2000), профессор (2007), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Суйынсы ауылынан.
- Ғәбдрәхимов Камил Мәхмүт улы (1962), юғары мәктәп ветераны, ғалим-урман хужалығы инженеры. 1984 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан урман культуралары кафедраһы мөдире, 2006 йылдан — ер төҙөлөшө һәм урман хужалығы факультеты деканы, 2011 йылдан — Тәбиғәтте рациональ файҙаланыу институты директоры. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Борай районы Ваныш-Алпауыт ауылынан.
- Лыков Сергей Владимирович (1967), хужалыҡ эшмәкәре. 2019 йылдан «БашРТС» йәмғиәте директоры. Өфө ҡала Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әхмәров Биктимер Ғәлиулла улы (1903—1989), прокуратура, партия һәм дәүләт органдары, нефть сәнәғәте хеҙмәткәре. 1947—1950 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, БАССР-ҙың икенсе саҡырылыш (1947—1951) Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылынан.
- Сыртланов Рафиҡ Шәрәфетдин улы (1928—2001), педагог, йәмәғәтсе. 1951 йылдан хәҙерге Көйөргәҙе районы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм етәксеһе, шул иҫәптән 1960—1979 йылдарҙа Мораптал урта мәктәбе директоры. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан.
- Алейникова Нина Николаевна (1933), педагог. 1950 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1955—1988 йылдарҙа Һамар мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Науменков Олег Александрович (1948—28.02.2004), ғалим-тарихсы. 1974 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1989—1999 йылдарҙа яңы һәм өр-яңы тарих кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1992), профессор (1993).
- Ғәлишанова Әлфинә Ҡасим ҡыҙы (1953), педагог. Балтас районы мәктәптәре уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән ошо райондан.
- Дауытбаева Сәриә Ҡужәхмәт ҡыҙы (1953), малсы. 1969 йылдан Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы һауынсыһы, 1990—2003 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән ошо райондың Күгиҙел ауылынан.
- Ҡырымғужин Зөфәр Фәйзулла улы (1958), шәхси эшҡыуар, фермер. 2007 йылдан Хәйбулла районы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2021). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Мочалова Ирина Георгиевна (1958), табип. Өфө ҡалаһындағы 2-се республика клиник дауаханаһы рентгенологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы.
- Кирәев Олег Хөсәйен улы (1963), саксофонсы-музыкант, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға