Швеция

Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia

Швецияmap

Швеция (швед. Sverige , рәсми атамаһы Швеция Короллеге (швед. Konungariket Sverige ) — Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Илдең атамаһы иҫке скандинав теленән алынған: Svea һәм Rige — «Свеялар дәүләте». Баш ҡала — Стокгольм.

Ҡыҫҡа факттар
Швеция Короллеге
швед. Konungariket Sverige
Thumb Thumb
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «(швед.): För Sverige i tiden!
(башҡ.
Швеция өсөн — һәр ваҡытта!
Гимн: «Du gamla, Du fria»
Thumb
Швецияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел)
Нигеҙләнгән 900 йылдар самаһы
Нигеҙләнгән 900 йылдар самаһы
Рәсми тел швед.
Баш ҡала Стокгольм
Эре ҡалалар Стокгольм, Гётеборг, Мальмё, Уппсала
Идара итеү төрө конституцион монархия, парламент демократияһы
Король
Премьер-министр
Карл XVI Густав
Ульф Кристерссон
Территория
• Бөтәһе
 % һыу өҫтө
55
449 964 км²
8,97
Халыҡ
• Һаны (2021)
• Халыҡ тығыҙлығы

10,540,886[1] чел. (87)
21,9 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2011)
  • Бер кешегә

379,937 млрд. долл. (33)
40418 долл.
КПҮИ (2011) 0,904 (Бик юғары) (10 урын)
Этнохороним Швед, шведтар
Валюта Швед (Швеция) кронаһы (SEK)
Интернет-домены .se
Код ISO SE
МОК коды SWE
Телефон коды +46
Сәғәт бүлкәте UTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2)
Ябырға

Физик һәм географик характеристикаһы

Урынлашыуы

Майҙаны (449 964 км²) буйынса Швеция Көнбайыш Европа илдәре араһында өсөнсө урынды биләй, ә бөтә Европа буйынса — бишенсе. Балтик диңгеҙе һәм Төньяҡ диңгеҙе һыуҙары менән йыуыла.

Климаты

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала, Ғинуар ...
Айҙар буйынса уртаса температура (°C)[2]
Ҡала Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
Кируна −10/-16 −8/-15 −4/-13 2/-7 8/0 14/6 17/8 14/6 9/2 1/-4 −5/-10 −8/-15
Эстерсунд −5/-10 −3/-9 0/-6 5/-2 12/3 16/8 18/10 17/10 12/6 6/2 0/-3 −3/-8
Стокгольм 1/-2 1/-3 4/-2 11/3 16/8 20/12 23/15 22/14 17/10 10/6 5/2 1/-1
Гётеборг 2/-1 4/-1 6/0 11/3 16/8 19/12 22/14 22/14 18/10 12/6 7/3 3/-1
Висбю 1/-2 1/-3 3/-2 9/1 14/6 18/10 21/13 20/13 16/9 10/6 5/2 2/0
Мальме 3/-1 3/-1 6/0 12/3 17/8 19/11 22/13 22/14 18/10 12/6 8/4 4/1

Ябырға
Ентеклерәк мәғлүмәт Уртаса көн оҙонлоғо ...
Уртаса көн оҙонлоғо
Декабрь Июнь
Мальмё 7 сәғәт 17 сәғәт
Стокгольм 6 сәғәт 18 сәғәт
Кируна 0 сәғәт 24 сәғәт
Ябырға

Дәүләт ҡоролошо

Швеция Короллеге Конституцияһына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә. Швеция Короллеге - Конституцион монархия.

Башҡарма власть

Дәүләт башлығы — король. Әммә Швеция конституциялы монархия булып тора, шуға ла корольдең хакимлеге сикләнгән. Дәүләт менән премьер-министр башлығында хөкүмәт идара итә. Ул парламент — риксдаг менән һайлана.

Суд власы

Швеция Короллеге юғары суды.

Закондар сығарыу власы

Thumb
Швеция парламенты — риксдагтың бинаһы

Ри́ксдаг (швед. riksdag; швед. riks — дәүләт, империя, һәм швед. dag — сейм) — Швеция Короллегенең юғары закондар сығарыу органы. Риксдаг дүрт йылға бер дөйөм тауыш биреүҙәр аша ҡабаттан һайланыла.

Административ бүленеш

Швеция 21 округтарға — лендарға (län) бүленә, ә һәр бер лен коммуналарҙан (kommun) тора (дөйөм һаны — 290).

Халыҡ һаны

Ентеклерәк мәғлүмәт 1750 йылдан 2024 йылға тиклем халыҡ һаны буйынса статистика, Йыл ...
Ябырға

Милли состав

Шведтарҙан башҡа илдә 17 меңдән ашыу саам халҡы, 500 меңдән ашыу финдар йәшәй.

Дин

Диндарҙарҙың күпселеге (79 %), йәки халыҡтың 70 % населения, Швеция Сиркәүенә инә. Ул лютеран сиркәүе булып тора һәм 2000 йылда дәүләттән айырыла.

Швецияла 250 меңдән алып 450 меңгә тиклем ислам динен тотоусылар йәшәй. Православиелыларҙың һаны 94 мең кешегә барып етә.

Ғилем

Швецияның билдәле ғалимдары:

  • Карл Линней (1707—1778) — врач, биолог.
  • Андерс Йонас Ангстрем (1814—1874) — ғалим-астрофизик.
  • Карл Манне Георг Сигбан (1886—1978) — физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Петер Артеди (1705—1735) — ғалим-ихтиолог.
  • Эрик Ивар Фредгольм (1866—1927) — математик.
  • Магнус Гёста Миттаг-Леффлер (1846—1927) — математик.
  • Альфред Нобель (1833—1896) — химик, инженер, динамитты уйлап табыусы. Нобель премияһына нигеҙ һалыусы.

Мәҙәниәт

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.