Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Конституцион монархия — идара итеүсе монархтың власы конституция менән сикләнгән монархия. Конституцион монархияла закон сығарыусы власть — парламент, башҡарыусы власть — хөкүмәт.
Дәүләт идара итеү формаһы, сәйәси режимдар һәм системалар |
---|
|
Ғәҙәттә монархтың власы юридик контрасигнатура (ғәмәлләштереү өсөн министрҙың яуаплылыҡ имзаһы) менән сикләнгән. Монарх ҡулында реаль власть юҡ. Уның даирәһендәге министрҙарҙы тәғәйенләү, һуғыш башлау, солох килешеүе төҙөү һ.б. дәүләт эштәре парламент тарафынан раҫланғас ҡына көсөнә инә. Монарх «идара итмәй, ә батшалыҡ итә». Шулай ҙа ул дәүләт вәкиле, дәүләт символы булып ҡала.
Дуалистик монархия илдәре: Иордания, Марокко, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре.
Конституцион монархия: Бөйөк Британия, Нидерланд, Бельгия, Дания, Норвегия, Швеция, Испания, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Андорра, Япония, Камбоджа, Малайзия, Таиланд, Бутан, Лесото, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Соломон утрауҙары, Гренада, Ямайка, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Китс һәм Невис.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.