Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Көйөргәҙе районы (рус. Куюргазинский район) — Башҡортостан Республикаһы составындағы муниципаль район. Административ үҙәге — Ермолаево ауылы.
Көйөргәҙе районы рус. Куюргазинский район | |
---|---|
Район гербы | Район флагы |
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 13 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Ермолаево ауылы |
Ойошторолған | 1931 йыл |
Хакимиәт башлығы | Ильясов Юлай Талха улы |
Халыҡ һаны | 26 259 [1] кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | 11,1 |
Майҙаны | 2 370 |
Сәғәт бүлкәте | MSK+2 (UTC+6) |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | 80 239 000 000 |
Сайт | http://kuyrgaza.tukaeva.ru |
Район Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Көйөргәҙе районының майҙаны 2 370 км² тәшкил итә. Район биләмәһе Дөйөм һырттың Төньяҡ тармағы сиктәрендә 400 метрға хәтле бейеклектә тора. Климаты йылы, ҡоро. Ағиҙел ҡушылдығы Мәләүез, Оло Юшатыр ҡушылдыҡтары Оло Көйөргәҙе һәм Кесе Юшатыр менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Һелтеләнгән ҡара ер өҫтөлөк итә. Имән, йүкә, ҡайын һәм башҡа төр япраҡлы ағастар урманы райондың 7 % территорияһын биләй. Газ, нефть, һоро күмер һәм башҡа төр файҙалы ҡаҙылмалар киң таралған. Күмерҙең эйәрсәндәре — янған тоҡом (тәбиғи шарттарҙа үҙенән-үҙе янған балсыҡ) һәм кварц ҡомдары — бик ҙур ҡиммәткә эйә. Шулай уҡ гипс, ҡом, балсыҡ, балсыҡһыл тупраҡ (суглинок), агроном рудалары ятҡылыҡтары бар. Был районда сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән. Ауыл хужалығы менән мәшғүл ерҙәр 190,8 мең. га (район биләмәһенең 80,5%-ты), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр— 124,7 мең. га, көтөүлектәр — 57,9 мең. га, сабынлыҡтар — 8,3 мең. га. Игенселек хужалығы бик үҫешкән. Сөгөлдөрсөлөк, көнбағыш игеү, ит- һөт малсылығы һәм һарыҡсылыҡ.
Район территорияһы аша Өфө-Ырымбур һәм Яңы Мораптал — Түлгән тимер юлы, Өфө-Ырымбур һәм Ира- Мораҡ — Сибай — Магнитогорск, Ермолаево-Федоровка автомобиль юлдары үтә.
Район 1935 йылдың 31 ғинуарында төҙөлгән, үҙәге Ермолаево ауылы. Эреләтеү сәйәсәте нигеҙендә 1962 йылда Мәләүез районы составына күсерелә. 1965 йылда яңынан Күмертау районы ойошторола, үҙәге — Күмертау ҡалаһы. 1990 йылда район үҙәге ҡабат Ермолаево ауылына күсерелә. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының 1992 йылдың 17 ноябрендәге Указы менән Күмертау районы Көйөргәҙе районы итеп үҙгәртелә.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
2002 йылдағы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса райондың милли составы: башҡорттар — 43,1 %, урыҫтар — 28 %, башҡа милләттәр — 28,9 %.[22]
2008 йылдың ноябрендәге мәғлүмәттәр буйынса район составына 91 ауылды берләштереүсе 12 ауыл советы биләмәһе бар.[23]
Районда 57 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 17 урта, музыка һәм спорт мәктәптәре, профессилналь училище;
24 китапхана, 47 мәҙәниәт учреждениеһы, 1 үҙәк район һәм 2 участка ауыл хәстәханаһы бар. Башҡорт телендә «Юшатыр» һәм урыҫ телендә «Куюргаза» гәзиттәре нәшер ителә.
Мәсеттәр барлығы 20.Ермолаево ауыл хакимиәтендә: Ермолаево ауылында «Рамаҙан» мәсете; Яҡшымбәт ауыл хакимиәтендә: Абдул, Яҡуп, Яҡшымбәт, Көйөргәҙе ауылдарында; Мораптал ауыл хакимиәтентә:Яңы Мораптал, Иҫке Мораптал, Яҡут ауылдарында; Отрада ауыл хакимиәтендә: Яманғол ауылында; Шәбағыш ауыл хакимиәтендә: Шәбағыш ауылында; Таймаҫ ауыл хакимиәтендә: Таймаҫ ауылында; Илкәнәй ауыл хакимиәтендә: Илкәнәй, Йомағужа ауылдарында; Иҙәк-Ишмәт ауыл хакимиәтендә: Иҙәк-Ишмәт ауылында, Свобода ауыл хакимиәтендә: Тимербай ауылында; Керәүле-Илюшкин ауыл хакимиәтендә: Яңы Ямаш, Уңғар(төҙөлә) ауылдарында, Бахмут ауыл хакимиәтендә Яманһары ауылында, Ленин ауыл хакимиәтендә: Мәмбәтҡол ауылында. Нигеҙ һалынған: Илкәнәй ауыл хакимиәтенә ҡараған Яңы Муҫа ауылында.
Район биләмәһендә ике сиркәү бар, улар район үҙәге Ермолаевола һәм Бөгөлсән ауылында.
Район территорияһы буйлап Өфө—Ырымбур тимер юлы, Р-240 «Өфө — Ырымбур» федераль автомобиль юлы үтә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.