From Wikipedia, the free encyclopedia
Яҡут (рус. Якутово) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 364 кеше[1]. Почта индексы — 453365, ОКАТО коды — 80239835009.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[2].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1900 йыл | 527 | ||||
1920 йыл 26 август | 847 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 430 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 357 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 291 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 344 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 343 | ||||
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Яҡут ауылы — Бөрйән улусы Байыулы түбәһе башҡорттарының торамаһы. Уларҙың ере ҡаҙна ҡулына күскән. Унда 1834 йылда — 586, 1859 йылда 841 кеше йәшәгән. Ул XIX быуат уртаһынан Яңы Яҡут ауыл тип аталған. Яңы Мораптал улусы үҙәгенән өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
1842 йылда 622 кешегә 245 сирек (1960 бот) яҙғы иген сәселә. Аҙансы Әбделфәиз Вәлитов бер үҙе 178 бот иген сәскән[3].
Яҡут ауылы Ташлытау итәгендә урынлашҡан. Ташлытау Яҡуттың кешеләренә оҡшай, сөнки ҡышын балалар тау шыуа, ә йәйен бында аттарын ебәрәләр. Тау янында Юшатыр йылғаһы ағып ята. Был тауҙа таштар күп булған өсөн уны Ташлытау тип атағандар. Шулай уҡ Әүлиә тауы ла бар. Ул тауға кешеләрҙе дауалап йөрөүсе әүлиә ерләнгән, тиҙәр. Ҡуянтау тауында ҡуяндар күп булғанға шулай аталған, тиҙәр.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.