Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ермолаевка (урыҫса Ермолаево) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл, Ермолаевка ауыл Советына ҡарай. 2010 йыллдың 14 октябренә халыҡ һаны ???? кеше булған[2] Почта индексы — 452530, ОКАТО коды — 80 223 822 001.
Ауыл | |
Ермолаевка рус. Ермолаево | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Халҡы | |
Милли состав |
урыҫтар — 69%, башҡорттар — 11% |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34757 |
Почта индексы |
453360-453361 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Почта индексы — 453360, ОКАТО коды — 80253815001.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 11 % рустар 69 % тәшкил итә[3].
Дөйөм халыҡ һаны[4],[2] (кеше) | |||||||
Халыҡ һаны | 2002—2010 халыҡ үҙгәреше | ||||||
Иҫәп алыу йылы | 1959 | 2002 | 2010 | кеше | % | ||
Бөтәһе | 6791 | 6342 | 6397 | ||||
Ир-егеттәр | |||||||
Ҡатын-ҡыҙҙар |
Юшатыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Йылға ике урында быуылып алынған.
Ермолаевка эшселәр ҡасабаһы (Көйөргәҙе) 1783 йылда алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ барлыҡҡа килә. Ауылдың икенсе исеме гидронимға бәйле. Майор А. Т. Ермолаев һәм надворный советник Е. С. Толбузин башҡорттарҙан Көйөргәҙе йылғаһы буйындағы ерҙе һатып ала, унда Көйөргәҙе улусы үҙәге. 1931—1965 һәм 1990—1992 йылдарҙа Күмертау районының адмимистратив үҙәге. 1949 йылдан алып ҡасаба, 2005 йылдан хәҙерге статусын ала.
V ревизияла Ермолаевкала 136 ир-ат һәм 142 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 14 йорт билдәләнгән. 1838 йылда крәҫтиәндәрҙең 26 хужалығында 130 ат, 160 эре мөгөҙлө мал, 490 һарыҡ, 170 сусҡа була. Уларҙың 630 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре булған. 1866 йылда 60 йорт хужалығында 215 ир-ат һәм 205 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыуҙа 989 кеше йәшәгән 186 йорт хужалығы күрһәтелгән.
Артабан ҙур алпауыт — дворян Шотттың имениеһы урынлаша. XIX быуаттың 70 — 80-се йылдарҙа ерҙең бер өлөшөн ул күскенселәргә һата. Килемде ауыл хужалығын үҫтереүгә һала. Уның имениеһы 18 000 дисәтинәнән торған. Һөрөнтө ерҙәрҙең бер өлөшөн ул үҙ иҫәбенә дүрт баҫыу системаһы (пар, арыш, картуф, яҙғы баҫыу) буйынса эшкәрткән. 1902 йылда 1850 тиҫтә иген сәселә. 610 йылҡыһы, 402 баш һыйыр малы булған. Ялланма хеҙмәт менән файҙаланған. Йәй утарҙа 125 эшсе айлап эшләй, ҡыш аҙыраҡ. Уның имениеһында 63 һабан, 120 һуҡа, 69 тимер һәм 150 ағас тырма, 5 сәскес, 5 урғыс, көлтә бәйләгес, 35 бесән сабыу, 36 ат тырмаһы, пар һәм ат менән һуҡтырғыс, 3 елгәргес, сорттарға айырыусы һәм һалам ҡырҡыусы булған; ҡеүәтле шарап ҡыуыу заводы булған. 1903 йылда икенсе тирмән шарап ҡыуыу заводын энергия менән тәьмин иткән электр станцияһы итеп үҙгәртелә, шулай уҡ Ермолаевка ауылында сиркәүҙе һәм уның эргәһендәге баҡсаның бер өлөшөн яҡтырта. Уның имениеһында телеграф элемтәһе булған. Бөтә икмәк һәм картуф шарап ҡыуыу заводы өсөн сеймал булып хеҙмәт иткән. Йыллыҡ саф килем 92 мең һум тәшкил иткән. Был ҙур капиталистик хужалыҡ[6].
2002 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 69 % урыҫтар, 11 % башҡорттар йәшәй, 2010 йылда 6397 кеше иҫәпкә ингән. 2 урта мәктәп, музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, коррекция мәктәбе, 2 балалар баҡсаһы, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (10 үҙешмәкәр сәнғәт коллективы), балалар китапханаһы, Көйөргәҙе музейы, 2 мәсет һәм сиркәү бар. Ермолаевка дендропаркы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.[7]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.