Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Халыҡ иҫәбен алыу — билдәле ваҡытта илдә йәки илдең бер өлөшөндә йәшәгән барлыҡ халыҡ тураһында демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәт йыйыу, дөйөмләштереү, анализлау һәм нәшер итеү эшмәкәрлеге.
Халыҡ иҫәбен алыу | |
Халыҡ иҫәбен алыу Викимилектә |
Халыҡ иҫәбен алыу программаһы — иҫәп алғанда йыйылған мәғлүмәт исемлеге. Иҫәп ҡағыҙына кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлеген биргән һорауҙар индерелә. Мәҫәлән, адрес, демографик билдәләр — енесе, йәше, ғаилә хәле, гражданлығы, этник характеристика, дине, белеме һ. б.
Тиҙ иҫәп алыу — ҡыҫҡа ваҡытта ойошторолған халыҡ иҫәбен алыу (2 көндән 11 көнгә тиклем). Уға мәғлүмәттәр йыйыу һәм уны эшкәртеүҙең үҙәкләштерелгән етәкселек,ҡәтғи сикләнгән маҡсат һәм ҡыҫҡа күҙәтеү программаһы (1-5 һорау), шулай уҡ мәғлүмәтте тиҙ арала тапшырыу хас.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа төп өс категория бүленә: даими йәшәгән, ошо ерҙә булған һәм юридик.
БМО-ның статистика бюроһы иҫәп алыу составына …[2]
Халыҡ иҫәбен алыу борондан, дәүләттәрҙең административ ҡоролошо бурыстары һәм уларҙың һалым, хәрби эшмәкәрлегенә бәйле барлыҡҡа килә. Боронғо һиндтарҙың ману ҡанундарында хакимдар, үҙҙәренең ҡеүәтен белеү һәм һалымдарҙы билдәләү өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙы билдәләгән. Мысырҙа халыҡ иҫәбен алыу, боронғо батшалыҡ (беҙҙең эраға тиклем 2800—2250 йыл) заманынан башланған. Ошо уҡ ваҡытҡа Боронғо Месопотамияла үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы мәғлүмәт тура килә. Боронғо Ҡытай һәм Боронғо Японияла ла иҫәп алып барылғанлығы тураһында мәғлүмәт бар.
Халыҡ иҫәбен алыу хәрби һәм ҡаҙнасылыҡ маҡсатында файҙаланыла. Характеры буйынса бындай иҫәп алыуға Европа колонияһына тиклем Американың иртә феодаль дәүләттәре үткәргән саралар яҡын.
Тәүраттың Иҫке Ғәһедтең Батшаларҙың икенсе китабында Дауыт батша ойошторған халыҡ иҫәбен алыу шулай тасуирлана: «Иоаву батша эргәһендәге хәрби етәксеһенә: Израилдең Дандан Вирсавияға тиклем барлыҡ быуындарынан үтеп, халыҡ һанын алығыҙ, мин уны белергә тейеш»[3].
Боронғо Грецияла, Аттикта беҙҙең эраға тиклем IV быуатта бөтә булған ир-аттың иҫәпкә алыныуы билдәле, Боронғо Рим>да беҙҙең эраға тиклем 435 быуаттан даими рәүештә ценздар үткәрелә..
Халыҡ иҫәбен ҡаҙнасылыҡ маҡсатында йәки айырым хәл-торошта эпизодик иҫәп алыу иртә Урта быуатта уҙғарыла. Мәҫәлән, 1086 йылда, Англияла Вильһельм I Яулап алыусы бойороғо буйынса 34 графлыҡта халыҡ иҫәбе алына һәм уның һөҙөмтәләре «Ҡурҡыныс хөкөм китабы» атамаһын ала. Европаның ҡайһы бер ҡалаһында: Нюрнбергта (1449), Страсбургта (1473), Цюрихта (һәм бөтә да) (1567), Флоренцияла (1427—1430) хужалыҡтар иҫәпләнә.
Новгород республикаһында һәм ҡайһы бер урыҫ кенәзлектәрендә һалым түләү өсөн халыҡ иҫәбен алыу XIII быуаттың икенсе яртыһында башлана[4].
Рустә беренсе халыҡ иҫәбен алыу ҡаҙнасылыҡ маҡсатында 1245 йылда үткәрелә[<span style="" title="не указан источник на утверждение (1 сентября 2010)">сығанаҡ 3314 көн күрһәтелмәгән</span>].
XVIII быуат уртаһынан Европа илдәрендә (Австрия, Бавария, Голландия, Дания, Испания), Азияла (Япония), Америкала халыҡ иҫәбен алырға тырышып ҡарайҙар.
1718 йылда йән башына һалым түләүгә күсеү менән Петр I халыҡ иҫәбен алыу тураһында указ сығара. Унда, атап әйткәндә, былай тиелә: «бөтә кешенән сказкалар алырға (бер йыл ваҡыт бирергә), ҡайһы ауылда кемдә нисә ир-ат булыуы тураһында дөрөҫ мәғлүмәт килтерһендәр». «Сазкалар» (исемлек) өс йылдан һуң йыйып алына һәм артабанғы өс йылда тикшерелә (ревизия яһала). Һуңынан иҫәп алыу мәғлүмәттәре «һалым түләүсе халыҡ ревизияһы» тип атала башлай[4].
Тәүге тулы халыҡ иҫәбен алыу 1790 йылда АҠШ-та үтә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.