Remove ads
Рәсәйҙең дәүләт теле From Wikipedia, the free encyclopedia
Урыҫ теле (шулай уҡ рус теле; рус. русский язык) — рус халҡының милли теле, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының 6 рәсми теленең береһе, элекке Советтар Союзында һәм Варшава блогында йәшәгән халыҡтарҙың милләт-ара аралашыу сараһы, Башҡортостанда ике рәсми телдең (башҡорт теле менән бер рәттән) береһе. Һиндевропа тел ғаиләһенә керә. Славян телдәренең көнсығыш төркөмөнә ҡарай. Урыҫ теленең нигеҙе итеп Урта Урыҫ диалекттары алынған. Имләһе — кирил алфавиты.
Урыҫ теле | |
Телдең үҙатамаһы |
русский язык |
---|---|
Илдәр |
Рәсәй, БДБ илдәре, Грузия, Көньяҡ Осетия, Абхазия, Латвия, Литва, Эстония, Израиль, Монголия, Шпицберген, Финляндия, Көнсығыш Европа илдәре, Германия, Франция, АҠШ, Канада, КХР, Австралия. |
Рәсми хәле |
Рәсәй Федерацияһы
АҠШ:
Халыҡ-ара ойошмадар:
БДБ |
Идара итеүсе ойошма |
В. В. Виноградов исемендәге урыҫ теле институты |
Был телдә һөйләшеүселәр һаны |
Туған тел: 170 миллион,[4] |
Телде белеүселәр | |
Классификация | |
Категория | |
Туғандаш телдәр: украин теле, белорус теле | |
Әлифба |
кирил алфавиты (урыҫ алфавиты) |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
рус 570 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Донъяла киң таралған телдәрҙең береһе — һөйләшеүселәр һаны буйынса алтынсы һәм туған теле кеүек белеүселәр һаны буйынса һигеҙенсе урынды биләй[8]. Шулай уҡ урыҫ теле иң күп таралған славян теле[9] һәм географик яҡтан да туған телдәре кеүек белгәндәр иҫәбе буйынса ла — Европала иң таралған тел[10].
Урыҫ теле — Рәсәй Федерацияһының рәсми теле, Белоруссияла ике дәүләт теленең береһе, Ҡаҙағстандың, Ҡырғыҙстандың һәм башҡа илдәрҙең рәсми телдәренең береһе, Үҙәк Евразияла, Көнсығыш Европала, элекке Советтар Союзы илдәрендә төп милләт-ара аралашыу теле, БМОның алты эш теленең береһе, ЮНЕСКО һәм башҡа халыҡ-ара ойошмаларының теле[11][12][13][⇨].
Рәсәйҙә урыҫ телен белеүселәр һаны 137,5 млн кеше тәшкил итә (2010)[14]. Донъяла урыҫ телендә барлығы 260 миллионға яҡын кеше һөйләшә (2014)[15][⇨].
Рус фонетикаһы йәки фонологик төҙөлөшө 37 тартынҡы фонеманы эсенә алған тарихи үҫеш дауамында ҡатмарлаштырылған системаһы һәм үҙ эсенә 5 йә 6 һуҙынҡы фонема индергән вокализмдың аҙ ҡатмарлаштырылған системаһы менән ҡылыҡһырлана[~ 1]Бынан тыш, һуҙынҡылар системаһында ла, тартынҡылар системаһында ла ҙур аллофон йәки позицион төрлөләнеү күҙәтелә. Атап әйткәндә, баҫымһыҙ позицияла һуҙынҡылар көсһөҙләнә һәм күп кенә осраҡта ҡайһы берҙәрен аныҡ айырып булмай. Урыҫ телендә баҫым — үҙгәреүсән, төрлө урында һәм йүгерек[16][17][⇨].
Морфологик төҙөлөшө буйынса урыҫ теле башлыса флектив тел, синтетик тел. Лексемаларҙың грамматик мәғәнәһе, ҡағиҙә булараҡ, ялғау (флексия) ярҙамында бирелә. Ғәҙәттә һәр флексия бер үк ваҡытта бер нисә мәғәнә бирә. Урыҫ телендә, синтетик формалар менән бер рәттән, шулай уҡ аналитизм эементтарының үҫеше күҙәтелә[16][⇨].
Урыҫ теленең синтаксисы һүҙҙәр тәртибенең сағыштырмаса ирекле булыуы һәм ябай һөйләмдәрҙең бер компонентлы һәм ике компонентлы структураларының ҡапма-ҡаршы ҡуйылыуы, ҡатмарлы һөйләмдәрҙең өс төрө булыуы, интонацион сараларҙың әүҙем роле менән билдәләнә[18][⇨].
Урыҫ теленең лексик составы нигеҙҙә — төптән килгән үҙ һүҙҙәренән (исконно) тора. Лексик фондты тулыландырыу сараһы — үҙ моделдәре буйынса һүҙҙәр барлыҡҡа килтереү һәм икенсе телдәрҙән үҙләштереү. Иртә үҙләштнерелгәндәргә сиркәү-славян һүҙҙәре, грек һәм төрки телдәрҙән индерелгән һүҙҙәр ҡарай. XVIII быуаттан голланд, немец һәм француз үҙләштермәләре, XX быуаттан — инглиз үҙләштермәләре өҫтөнлөк итә[18][⇨].
Урыҫ теле диалекттары ике урыҫ наречиеһына: төньяҡ һөйләше һәм көньяҡ һөйләше төркөмләнә. Ике һөйләш араһында хәҙерге әҙәби урыҫ теленең нигеҙен тәшкил итеүсе күсемле урта урыҫ һөйләше урын алған (локализуются)[11][⇨].
Урыҫ теле үҫеше тарихында өс төп осор: урыҫ, белорус һәм украин телдәре өсөн дөйөм боронғо урыҫ теле (VI—XIV быуаттар), иҫке урыҫ һәм бөйөк урыҫ (XIV—XVII быуаттар) һәм милли урыҫ теле осоро (XVII быуат уртаһынан)[19][⇨]. Яҙма нигеҙендә иҫке славян кириллицаһы ята[⇨].
Урыҫ теле тураһындағы фәндәр комплексы лингвистик русистика тип атала[11][18][⇨].
«Русский язык» лигвонимы боронғо «Русь» этнонимы һәм топонимы менән тиңләштерелә. Күп кенә тарихи үҙгәрештәр арҡаһында (-о- формалары килеп сығыуы һәм -сс- һымаҡ ике «с» хәрефле булып китеүе менән бәйле) телдең, халыҡтың һәм дәүләттең хәҙергесә атамалары барлыҡҡа килгән: «русский язык», «русские», «Российское государство»[20][21].
Төрлө осорҙарҙа «русский» атамаһы менән бер рәттән «российский» һәм «великорусский» лигвонимдары ла ҡулланылған. Тәүгеһе Рустең грек телендәге — «Россия» атамаһынан, икенсеһе «Великая Русь (Великороссия») — «Бөйөк Русь (Рәсәй)» хоронимынан килеп сыҡҡан. «Российский язык» («рәсәй теле») атамаһы XVII быуатта барлыҡҡа килә һәм XVIII быуатта киң тарала, ул атаманы Михаил Васильевич Ломоносов («Российская грамматика») ҡулланған. XIX быуаттың беренсе яртыһында был лингвоним архаик төҫ ала һәм лексик историзмдар рәтенә ҡаратыла[22]. «Великорусский» (йәки «великоросский») Кесе Русь, Белая Русь һәм Бөйөк Русте ҡапма-ҡаршы ҡуйыу барлыҡҡа килгәндән һуң ҡулланыла башлай һәм йышыраҡ милли йәки әҙәби телде билдәләү өсөн түгел, бөйөк урыҫтарҙың (великорустар) диалект һөйләшен билдәләү маҡсатында ҡулланыла. XX быуат башында «великорусский» термины әүҙем ҡулланыштан сыға[23].
Урыҫ теле таралған төп территория — Рәсәй Федерацияһы. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2010) мәғлүмәттәре буйынса, урыҫ телендә һөйләшеүселәр һаны 137 495 мең кеше (рус телен белеүенә ҡарата бирелгән яуап биреүселәр һанының 99,4 %)[14], шуларҙан з них урыҫтар — 110 804 мең кеше[24]. Ҡалаларҙа урыҫ телен 101 млн кеше (99,8 %), ауыл ерендә — 37 млн кеше (98,7 %) белә. Урыҫ телен туған тел булараҡ 118 582 мең кеше күрһәтте, шуларҙың — 110 706 меңе урыҫ, украиндар — 1456 мең, татарҙар — 1086 мең[25] 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 142,6 млн кеше (99,2 %) урыҫ телен белеүен күрһәтте[26].
Рәсәй Федерацияһынан башҡа, урыҫ теле (урыҫ теленең Рәсәйҙә ҡулланылған төбәк варианттарынан айырмалы) шулай уҡ Совет Социалистик Республикалар Союзы (СССР) составына ингән ҡайһы бер дәүләттәрҙә киң таралған. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, был илдәрҙә урыҫ телендә һөйләшеүселәр һаны 52 миллиондан алып (2005) 94 миллион кешегә тиклем (2010)[27][28].
2001 йылда үткәрелгән Бөтә Украина халыҡ иҫәбен алыу материалдарына ярашлы, Украиналағы 7994 мең кеше урыҫ туған теле тип үҙенең милли телен — урыҫ телен атаны[29], шулай уҡ урыҫ телен туған тел тип 6280 мең Украинала йәшәүсе башҡа этнос вәкилдәре атаны (шуларҙан 5545 мең кеше — украиндар)[30]; урыҫ телен туған телем тип күрһәткәндәрҙән тыш 17 177 мең кеше был телдә иркен аралашыуын белдергән[31].
Ҡаҙағстанда, 2009 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, урыҫ телен туған тел тип 3747 мең кеше (98,8 %) атаны, бынан тыш, Ҡаҙағстанда йәшәүсе төрлө милләт халҡының 15 йәшлектәр категорияһынан башлап бер өлөшө урыҫ һөйләшеү телен аңлауын белдерҙе — 11 471 мең кеше (94,4 %), иркен уҡый — 10 725 мең кеше (88,2 %) һәм иркен яҙа ала — 10 309 мең кеше(84,8 %)[32]. Үзбәкстанда урыҫ телен белеүселәр һаны 3,6 миллиондан алып (2005) 11,8 миллионға тиклем (2009—2012) баһалана, һәм бында 1,1 млн самаһы урыҫ халҡы йәшәй[27][28]. Белоруссияла 2009 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, урыҫ телен туған тел тип 3948 кеше иҫәпләй (шуларҙан 2944 мең кеше этнк белорус һәм 756 меңе туған телендә аралашҡан урыҫтар); Урыҫ телен өйҙә һөйләшкән тел тип 6673 мең кеше (шуларҙан 5552 меңе белорустар һәм 758 меңе урыҫтар); Урыҫ телен, иркен аралаша алған икенсе телем, тип 1305 мең кеше атаны[33]. Ҡырғыҙстанда 2009 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, урыҫ телен туған теле кеүек белеүселәр һаны 482 мең кеше, урыҫ телен, икенсе аралашыу теле булараҡ, 2109 мең кеше ҡуллана, барлығы — 2592 мең кеше йә ил халҡының 48 %[34]. Молдавияла 2004 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 201 мең этник урыҫтың 97,2%-ы, 31,8 % из 282 мең украиндың 31,8%-ы, 147 мең гагауздың 5,8%-ы, 2,5 % из 2565 мең молдавандың 2,5%-ы туған тел тп атаны. Молдавияның барлығы 3383 мең халҡының 16,0%-ы урыҫ телен көндәлек аралашыу теле тип атаны[35]. Латвияла 2011 йылда үткән халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса урыҫ телен көндәлек аралашыу теле тип 699 мең кеше, шул иҫәптән 460 мең урыҫ халҡы, 90 мең латыш һәм 54 мең белорус[36].
Халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары һәм баһалау мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙән ситтә ятҡан элекке совет республикалары территорияларында 2009—2012 йылдарҙа урыҫтар һаны[28]:
Илдәр | барлығы (мең кеше) | туған теле (тыс. чел.) |
---|---|---|
Украина телдәре | 36 800 | 12 000 |
Ҡаҙағстан телдәре | 13 500 | 2500 |
Үзбәкстан телдәре | 11 800 | 900 |
Белоруссия телдәре | 8992 | 3948 |
Әзербайжан телдәре | 4900 | 140 |
Ҡырғыҙстан телдәре | 2700 | 400 |
Тажикстан телдәре | 2500 | 50 |
Грузия телдәре | 2400 | 67,5 |
Әрмәнстан телдәре | 2100 | 10 |
Латвия телдәре | 1800 | 680 |
Молдавия телдәре | 1700 | 250 |
Литва телдәре | 1300 | 180 |
Эстония телдәре | 950 | 400 |
Төркмәнстан телдәре | 900 | 150 |
Молдавия Республикаһы (Приднестровье) телдәре | 500 | 300 |
Абхазия телдәре | 450 | 25 |
Көньяҡ Осетия телдәре | 50 | 25 |
Урыҫ телендә бик күп һөйләшеүселәр алыҫ сит илдәрҙә — Европа дәүләттәрендә, АҠШ-та, Канадала, Израиль дәүләтендә һәм бик күп башҡа илдәрҙә йәшәй[27]. Урыҫ телен туған тел булараҡ таныған халыҡтың күпселеге АҠШ-та (730 мең кеше, 2000) һәм Германияла (350 меңдән артыҡ кеше, 2011)[28]. Урыҫ телен туған теле кеүек белеүселәр һаны донъяла 166,2 млн кеше (2015) менән[37], урыҫ телен икенсе тел тип атаусылар һаны 110 млн кеше тип (2009) баһалана[38], төрлө баһа буйынса, урыҫ телендә һөйләшкән кешеләрҙең дөйөм һаны 260 млн кеше (2014)[15]. Рәсәйҙән һәм башҡа республик СССР республикаларынан тыш, 2010 йылға Көнсығыш Европала һәм Балҡан ярымутрауында — 12,9 млн кеше, Көнбайыш Европала — 7,3 млн, Азияла — 2,7 млн, Яҡын Көнсығышта һәм Төньяҡ Африкала — 1,3 млн, Африкала Сахаранан көньяҡҡараҡ — 0,1 млн, Латин Америкаһында — 0,2 млн, АҠШ-та, Канадала, Австралияла һәм Яңы Зеландияла — 4,1 млн кеше урыҫ телен белгән[28].
Халҡы урыҫ телен туған теле, икенсе йәки сит ил теле булараҡ иң күп дәрәжәлә белгән (2010) алыҫ сит илдәр[28]:
Илдәр | дөйөм һаны (мең кеше) | халыҡтар араһында өлөшө илдәр, %-тарҙа |
---|---|---|
Польша телдәре | 5500 | 14,3 |
Германия телдәре | 5400 | 6,7 |
АҠШ телдәре | 3500 | 1,1 |
Болгария телдәре | 2000 | 27,2 |
Чехия телдәре | 2000 | 19,2 |
Сербия телдәре | 1400 | 19,7 |
Словакия телдәре | 1300 | 24,0 |
Монголия телдәре | 1200 | 45,3 |
Израиль телдәре | 1000 | 13,2 |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы телдәре | 700 | 0,05 |
Таралыу дәрәжәһе исемлегендә (тел белгән кешеләрҙең дөйөм һаны буйынса) 2013 йылға урыҫ теле инглиз теленән (1500 млн), ҡытай теленән (1400 млн), һинди/урду (600 миллиондан күберәк), испан теленән (500 млн) һәм ғәрәп теленән (350 млн) ҡала 6-сы урынды биләй. 2018 йылда урыҫ теле, теге йәки был телдә һөйләшеүселәр өсөн туған тел тип һаналған телдәр араһында, ҡытай, испан, инглиз, ғәрәп, һинди, бенгал һәм португал телдәренән ҡалышып, донъяла 8-се урында тора[10][28].
1991 йылға тиклем урыҫ теле СССР-ҙа, де-факто рәсми (дәүләт теле) тел функцияһын үтәп, милләт-ара аралашыу теле булып һанала ине. Элек СССР составына ингән илдәрҙә урыҫ теле хәҙер ҙә: күпселек халыҡ — туған тел булараҡ, илдең бөтә халҡы — милләт-ара аралашыу теле булараҡ файҙалана[39][40].
Хәҙерге ваҡытта урыҫ теле Рәсәйҙә һәм дөйөм алғанда постсовет яҫылығындағы күп илдәрҙә һәм төбәк территорияларында рәсми статусҡа эйә. Урыҫ теле статусы законлы раҫланған күп кенә илдәрҙә лә, титул милләт телдәре менән сағыштырғанда, урыҫ теленең функциялары сикләнгән хәлдә[41].
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына (1993) һәм «Рәсәй Федерацияһының дәүләт теле тураһында» законына (2005) ярашлы, бөтә ил территорияһында урыҫ теле дәүләт теле булып тора. Ул Рәсәйҙең сәйәси, иҡтисади, ижтимағи һәм мәҙәни тормошоноң бөтә өлкәләрендә ҡулланыла, рәсәй мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йорттарында уҡытыу урыҫ телендә алып барыла. Республикаларҙа — Рәсәй Федерацияһы субъекттарында урыҫ теле был республикаларҙың титул телдәре менән бер рәттән шулай уҡ дәүләт теле статусына эйә[41][42].
Урыҫ теле Белоруссияла (белорус теле менән бер рәттән) дәүләт теле тип һанала[43], өлөшләтә танылған Көньяҡ Осетияла (осетин теле менән бер рәттән)[44] танылыу алмаған Приднестровье Молдавия Республикаһында (молдаван һәм украин теле менән бер рәттән)[45], Донецк Халыҡ Республикаһында[46] һәм Луганск Халыҡ Республикаһында[47]. Урыҫ теле Ҡаҙағстанда дәүләт учреждениеларының рәсми теле (ләкин статусы буйынса дәүләт теленән түбәнерәк)[48], Ҡырғыҙстанда[49] һәм өлөшләтә танылған Абхазия Республикаһында[50]. Әрмәнстанда, Польшала, Молдавияның ҡайһы бер административ берәмектәрендә (Гагауз Ери)[51], Норвегияла (Шпицберген)[52], Румынияла һәм Украинала урыҫ теле төбәк теле йәки милли аҙсылыҡ теле тип иғлан ителгән[53].
Күп илдәрҙә һәм территорияларҙа урыҫ теле, рәсми тел булмаһа ла, күпмелер кимәлдә ҡайһы бер йәмәғәт функцияһын үтәй. Тажикстанда,Тажикстан Конституцияһына ярашлы, урыҫ теле «милләт-ара аралашыу теле» тип танылған һәм рәсми рәүештә закон сығарыу эшендә ҡулланыла[54]. Үзбәкстанда урыҫ теле ЗАГС һәм нотариаль органдарҙа ҡулланыла[55][56]. Америка Ҡушма Штаттарының Нью-Йорк штатының ҡайһы бер округтарында һайлау менән бәйле ҡайһы бер документтар урыҫ теленә тәржемә ителергә тейеш[57]. Израилдә дарыу төргәктәрендә препарат тураһында иврит телендә генә түгел, урыҫ телендә, ғәрәп телендә тәфсилле мәғлүмәт булыуы мотлаҡ һанала[58].
Урыҫ теле халыҡ-ара берлектәр һәм ойошмаларҙың рәсми йә эш теле, улар араһында: Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының һәм БМО-ның ҡайһы бер махсуслашҡан учреждениеларының теле[59], шулай уҡ Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берлеге (БДБ), Коллектив Именлек тураһында Килешеү Ойошмаһы (ОДКБ), Евразия иҡтисади союзы (ЕАЭС), Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы (ШОС), Европа именлеге һәм хеҙмәттәшлеге буйынса ойошма (ОБСЕ), Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярымай ойошмаларының Халыҡ-ара федерацияһы (МФОКК һәм КП), ГУАМ һ. б.
Урыҫ теле рәсми статус алған дәүләттәрҙә генә ҡулланылмай. Ул донъяның бик күп илдәрендә сағыштырмаса киң таралған. Үҫешкән халыҡ-ара телдәрҙең береһе булараҡ, урыҫ теле халыҡ-ара аралашыуҙың төрлө өлкәләрендә ҡулланыла, айырып әйткәндә, «фән теле» йәки төрлө илдәр ғалимдарының коммуникация сараһы һәм дөйөм кешелек белемен кодлаштырыу һәм һаҡлау сараһы булараҡ та сығыш яһай[60]. Урыҫ телендә бай, оригиналь, нәфис ғилми һәм техник әҙәбиәт булдырылған, донъя мәҙәниәте һәм фәне тыуҙырған асыштарҙың күпселеге урыҫ теленә тәржемә ителгән[40]. «Index Translationum» тәржемәләр реестры электрон базаһы мәғлүмәттәре буйынса, урыҫ теле тәржемәлә иң әүҙем ҡулланылған тел булып тора. Китаптар тәржемә ителгән телдәр араһында урыҫ теле — 7-се урында. Иң тәржемә ителгшән телдәр араһында урыҫ теле — 4-се урында[61]. 2013 йылда урыҫ теле Интернеттың популяр телдәре араһында 2-се урын биләне[62].
Урыҫ теленең таралыуына урыҫ телле илдәрҙең сәйәси роле лә, урыҫ теле менән бәйле урыҫ мәҙәниәтенең, тәү сиратта XIX быуат урыҫ әҙәбиәтенең, әһәмиәтлелеге лә ярҙам итә. Донъяның күп илдәрендә урыҫ теле урта һәм юғары белем программаларына сит ил теле булараҡ индерелә. 1967 йылдан урыҫ телен уҡытыуҙы, 200-гә яҡын коллектив ағзаны (русистарҙың милли союздары, эре университеттар һ. б.) үҙ эсенә алған Урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ-ара ассоциацияһы көйләй (координирует). 1973 йылда А. С. Пушкин исемендәге Дәүләт урыҫ теле институты — урыҫ телен һәм мәҙәниәтен сит илдәрҙә таратыу маҡсатын ҡуйған мөһим уҡыу һәм фәнни-тикшеренеү үҙәге булдырылды. 1980-се йылдарҙа урыҫ теле СССР биләмәләренән ситтә донъяның 90-дан артыҡ илендә 22—24 миллион уҡыусы, студент һәм башҡалар (тәү сиратта Көнсығыш Европа илдәрендә) өйрәнде. Урыҫ телен туған, туған тел түгел йәки сит ил теле итеп төрлөсә кимәлдә 500 миллиондан ашыу кеше өйрәнде. XX быуат ахырында — XXI быуат башында донъялағы геосәйәси үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә урыҫ телен туған тел түгел йә сит ил теле булараҡ өйрәнеүселәр һаны күпкә кәмеүе күҙәтелә. 1990-сы йылдарҙа Рәсәй һәм постсовет яҫылығы сиктәренән тыш урыҫ телен өйрәнеүселәр һаны 10—12 млн кеше тип баһаланды[27][60][63].
XXI быуатта урыҫ теле урыҫ теле донъяла ғына түгел, Рәсәйҙә лә үҙенең позицияларын юғалта бара[64][65]. Элекке СССР илдәрендә урыҫ теле титуллы милләттәр телдәре (был процеста урыҫ милләтлеләрҙең эмиграцияға сығыу, депопуляция һәм милли идентификацияһын алмаштырыуы сәбәпле, 1991 йылдан 2006 йылға саҡлы 25—30 миллиондан 17 млн кешегә кәмеүе) менән ҡыҫырыҡлана[64][66], ә Рәсәйҙә урыҫ телен ҡулланыу урыҫ халҡының һаны кәмеүе арҡаһында һәм Рәсәй Федерацияһындағы дөйөм демографик көрсөк сәбәпле ҡыҫҡара[67]. Фаразлауҙар буйынса, Рәсәйҙә урыҫ телен белеүселәр һаны 2025 йылға 110 млн кешегә, донъяла — 215 млн кешегә тиклем, 2050 йылға донъяла — 130 млн кешегә кәмейәсәк[65][68].
Ер шары халҡы араһында 1900—2010 йылдарҙа урыҫ телендә һөйләшеүселәрҙең сағыштырма күрһәткесе (баһа)[69]:
Йылдар | Донъялағы халыҡтың дөйөм һаны, млн кеше | Рәсәй империяһы, СССР халҡы һаны, РФ, млн кеше | Донъялағы бөтә халыҡтың һанына ҡарата өлөшө, % | Урыҫ телендә һөйләшеүселәр һаны, млн кеше | Донъялағы бөтә халыҡтың һанына ҡарата өлөшө, % |
---|---|---|---|---|---|
1900 | 1 650 | 138,0 | 8,4 | 105 | 6,4 |
1914 | 1 782 | 182,2 | 10,2 | 140 | 7,9 |
1940 | 2 342 | 205,0 | 8,8 | 200 | 7,6 |
1980 | 4 434 | 265,0 | 6,0 | 280 | 6,3 |
1990 | 5 263 | 286,0 | 5,4 | 312 | 5,9 |
2004 | 6 400 | 144,1 | 2,3 | 278 | 4,3 |
2010 | 6 820 | 142,9 | 2,1 | 260 | 3,8 |
Донъяның күп кенә илдәрендә урыҫ телен ҡулланыуға урыҫ телле диаспора ярҙам итә. Элекке СССР илдәренән сыҡҡан эмигранттарҙың компакт йәшәү урындарында (Канада, США, Германия, Израиль һ. б. илдәр) урыҫ телендә матбуғат баҫыла, радиостанциялар һәм телевизион каналдар эшләй[70], урыҫ телле шәхси милектәге балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, рәсәй юғвры уҡыу йорттары филиалдары һ. б. дөйөм белем биреү структуралары эшләй[71]. Урыҫ телендә һөйләшеүселәр диаспораһы араһында йыш ҡына билингвизм (ике теллелек) таралған.
Хәҙерге заман милли урыҫ теле бер нисә формала йәшәй. Иң әһәмиәтле формаһы әҙәби тел. Территориаль һәм социаль диалекттар, шулай уҡ ябай һөйләү теле (просторечие) аҙыраҡ әһәмиәткә эйә. Урыҫ телендә һөйләшеүселәрҙең төркөмдәренә, урыҫ фонетикаһы һәм грамматикаһының системаһы етерлек яҡын булғанлыҡтан, шулай уҡ дөйөм төп урыҫ лексикаһы (һүҙлек фонды) менән берләшкәнлектән, уларға бер-береһен аңлау ҡатмарлы түгел. Әҙәби урыҫ теле Мәскәү һәм уның тирә-яғындағы урта һөйләштәре нигеҙендә формалашҡан. Уның ике төрө, яҙма һәм ябай һөйләү стиле айырыла. Хәҙерге әҙәби урыҫ теле үҙенең төп һыҙаттарына XIX быуаттың беренсе яртыһында эйә булды, әҙәби тел нормалары асыҡ һәм тулы Александр Сергеевич Пушкиндың әҙәби эшмәкәрлегендә асыҡ һәм тулы сағылыш тапты. Артабан стандарт урыҫ теле XIX—XX быуат олпат урыҫ яҙыусылары ижады, шулай уҡ урыҫ фәне һәм публицистикаһының етлегеүе арҡаһында үҫеште. XX быуатта әҙәби урыҫ теле юғары үҫешкән һәм юғары нормаға һалынған тел һыҙаттарын ҡабул итә. Дөйөм белем биреү таралыуы һәм киң мәғлүмәт сараларының роле үҫеүе арҡаһында әҙәби тел урыҫ теленең бөтә башҡа формаларын ҡыҫырыҡлап сығарҙы һәм урыҫ милләтенең алдынғы аралашыу сараһына әйләнде[72].
1944 йылда нигеҙ һалынған Рәсәй Фәндәр Академияһының В. В. Виноградов исемендәге Урыҫ теле институты урыҫ телен фәнни тикшереү үҙәге булып тора. Институттың фәнни эшмәкәрлеге өлкәһенә лингвистик русистиканың бөтә йүнәлештәре лә, шул иҫәптән грамматикалар һәм Урыҫ теленең һүҙлектәрен булдырыу индерелгән. Ғилми иткшеренеүҙәр предметы булараҡ, урыҫ теле күп рәсәй һәм сит ил фән һәм мәғариф учреждениелары программаларына индерелгән[63]. Рәсәй сиктәренән башҡа университет русистикаһы Францияла (XIX быуат ахырынан) һәм Бөйөк Британияла (XX быуат башынан) иң оҙон ғүмерле традицияға эйә. Русистика милли мәктәптәре Польшала, Чехияла, Болгарияла, Германияла, Норвегияла, Францияла, АҠШ-та, Канадала, Японияла һ. б. илдәрҙә барлыҡҡа килде[73].
Урыҫ теленең теге йәки был төбәктә таралыуы төрлө сәбәптәр арҡаһында урыҫ әҙәби теленең ябай һөйләү норматив вариантынан айырылып торған урындағы һөйләш төрҙәре формалашыуы билдәләнә.
Шундай локаль төрҙәр сифатында тәү сиратта Рәсәйҙән ситтә йәшәүсе урыҫ телмәренең урыҫ телендә һөйләшеүселәргә хас булған айырым үҙенсәлектәре билдәләнә[40]. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр был төрҙәрҙе урыҫ теленең төбәк варианттары (икенсе төрлө — территориаль койне) тип билдәләй. Һуңғы ваҡытта улар постсовет яҫылығында — Белоруссияла, Украинала, Ҡаҙағстанда һ. б. — теге йәки был дәүләттә урыҫ телмәренә титул этностарҙың фонетик, грамматик, лексик һ. б. үҙенсәлектәре йоғонто яһаған шарттарҙа әүҙем үҫешә. Урыҫ телмәре шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә йәшәгән эмигранттар диаспораларында ошоға оҡшаш койне төрөндә ҡулланыла[74].
Телдәрҙең үҙ-ара контакттары, урындағы урыҫ диалекттарының йоғонтоһо, тарихи, иҡтисади һәм социаль характерлы төбәк үҙенсәлектәре, шулай уҡ башҡа факторҙа р Рәсәй территорияһындағы төрлө өлкәләрҙә «төбәксә үҙгәртелгән телмәр» (пермь, алыҫ көнсығыш, дағстан һ. б.) барлыҡҡа килтерә. Уларҙы «төбәк вариант» йәки «региолект» термины менән атау тәҡдим ителә[75][76].
Әҙәби урыҫ теленең яҙма формаһында төбәк варианттары юҡ. Шул уҡ ваҡытта XX—XXI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән урыҫ телендә ижад ителгән сит ил урыҫ әҙәбиәте, бай нәфис әҙәбиәт, әҙәби тел йәшәйешенең айырым өлкәһе сифатында ҡарала[72][77].
Урыҫ теле төрлө пиджиндар һәм телмәрҙең ҡатнаш формаларын барлыҡҡа килтереүгә нигеҙ булып тора.
Урыҫ теленә таянып барлыҡҡа килгән тикшерелгән пиджиндар булып руссенорск, йәғни таймыр һөйләшсәһе (говорка) һәм кяхта пиджины тора. Беренсеһе Кольский ярымутрауында тарала һәм урыҫ телендә һәм норвег телендә һөйләшеүселәрҙең контакттары һөҙөмтәһендә, икенсеһе Таймырҙа йәшәгән тундралашҡан урыҫ крәҫтиәндәренең, нганасандарҙың һәм долгандарҙың аралашыу сараһы булараҡ, өсөнсөһө Байкал аръяғында аръяғында урыҫ теле һәм ҡытай теле элементтары нигеҙендә формалашҡан[78][79][80]. Медный утрауындағы алеуттар араһында таралған алеут-медный теле иң билдәлеһе тип һанала[81].
Ҡатнаш һөйләү телмәренең айырым формаһы тип Украинаның көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш һәм үҙәк өлкәләрендә, бигерәк тә ҡалаларҙа (Запорожье, Донецк күмер бассейны (Донбасс), Кривой Рог, Одесса), шулай уҡ Ҡырымда күҙәтелгән "суржик"ты һәм Белоруссиялағы "трасянка"ны атарға була. Бындай формалар башлыса урыҫ лексикаһының башлыса украин йә белорус фонетикһы һәм грамматикаһы менән ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән[82][83].
Шулай уҡ йәһүд теле идиш йоғонтоһонан барлыҡҡа килгән Одесса ҡалаһы урыҫ теленең характерлы үҙенсәлектәрен билдәләр кәрәк. Одесса урыҫ теленең һыҙаттарын әҙәби әҫәрҙәрҙә һәм кинематографта файҙаланыу уға киң танылыу алып килде. Тикшеренеүселәр уны урыҫ теленең төбәк варианты тип тә, ҡатнаш тел тип тә ҡарай[84][85].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.