Remove ads
Wikimedia-Listn From Wikipedia, the free encyclopedia
Ерҙә 7 меңдән[1] ашыу тел бар.
Донъя телдәре | |
Был исемлектә | человеческие языки[d] |
---|---|
Исемлеккә ҡараған категория | Категория:Телдәр һәм Категория:Тел |
Коммуникациялар үҫкән һайын йәнле телдәр һаны ике аҙнаға 1 тел тиҙлеге менән ҡыҫҡара бара [2].
Иң таралған 40 телдә Ер халҡының 2/3 өлөшө һөйләшә. Бөтәһенән элек ҡытай, һинд, инглиз, испан, ғәрәп, рус һәм португал телдәрендә һөйләшеүселәр күп. Француз теле ярайһы уҡ киң таралған, әммә уны туған (беренсе) теле тип һанаусылар һаны сағыштырмаса әҙ.
Әлеге ваҡытта юғалып барғандар иҫәбенә 400-ләп тел инә.
Тел шул телдә һөйләшкән һуңғы кеше менән бергә үлә, шунлыҡтан яҙмаһы булмаған халыҡтарға юҡҡа сығыу айырыуса көслө янай[3].
Телдәрҙең һәләк булыу сәбәптәренең береһе — һөйләшеүселәрҙең һибелеп ултырыуы. Планета халҡының 80 процентына — 80 тел, ә 3,5 мең телгә ни бары 0,2 процент тура килә. Телдәрҙең юғалыуына килтергән төп сәбәптәр тип глобалләшеү һәм миграция атала. Кешеләр ауылдарҙан ҡалаларға китә һәм үҙ халҡының телен юғалта[4].
Әле булған телдәрҙең яртыһы тиерлек XXI быуат уртаһына ҡулланыуҙан төшөп ҡаласаҡ[5]. Күп телдәр уларҙа һөйләшеүселәрҙең көслөрәк тел мөхитенә инеүе арҡаһында юғала, шунлыҡтан тәү сиратта дәүләтселеге булмаған әҙ һанлы халыҡтарҙың теленә юғалыу хәүефе янай. Әгәр телде балаларҙың 70 проценттан кәме өйрәнһә, ул юғалып барыусылар иҫәбенә инә. ЮНЕСКО-ның «Юғалыу хәүефе аҫтындағы донъя телдәре атласы» мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта Европала яҡынса 50 телгә юғалыу янай.
Австралия, Һинд-Ҡытай, Америка, Африкалағы һәм утрауҙарҙағы ерле халыҡтарҙың телдәре бигерәк тә ҙур хәүеф аҫтында.
Ғаилә — бөтә тел систематикаһы нигеҙләнгән база кимәле. Ғаилә — база исемлегендәге (Сводеш исемлегенең йөҙ һүҙле варианты) һүҙҙәрҙең кәм тигәндә 15 проценты тап килгән һәм бер-береһенә ярайһы уҡ алыҫ туған булған телдәрҙең тупланмаһы.
Һәр ғаилә тармаҡтарға, төркөмдәргә айырыла.
Мәҫәлән, һинд-европа ғаиләһендәге тармаҡтар: анатолия, тохар, кельт, балт-славян, һинд-иран, герман, италий-роман, грек-македон, әрмән, албан һәм шартлы рәүештә палеобалкан зонаһына берләштерелгән боронғо телдәр.
Түбәндәге телдәрҙе хәҙерге халыҡ-ара телдәр тип иҫәпләргә була[6] (телдә һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны кәмей барыу тәртибендә):
Ранг | Тел | Туған тел | Икенсе тел | Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны |
---|---|---|---|---|
1 | Ҡытай теле[8] | 1,2 миллиард | 300 миллионға тиклем | 1,5 миллиардҡа тиклем |
2 | Инглиз теле | 500 миллион | 1 миллиардҡа тиклем | 1,5 миллиардҡа тиклем |
3 | Испан теле [9] | 425 миллион | 125 миллионға тиклем | 550 миллионға тиклем |
4 | Ғәрәп теле [10] | 300 миллион | 120 миллионға тиклем | 420 миллионға тиклем |
5 | Португал теле[11] | 230 миллион | 30 миллионға тиклем | 260 миллионға тиклем |
6 | Рус теле | 160 миллион | 100 миллионға тиклем | 260 миллионға тиклем |
7 | Немец теле [12] | 120 миллион | 80 миллионға тиклем | 200 миллионға тиклем |
8 | Француз теле [13] | 75 миллион | 195 миллионға тиклем | 270 миллионға тиклем |
Халыҡ-ара телдәрҙең таралыуын күрһәткән карталар:
Инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, рус һәм француз телдәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәре булып тора[14].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.