From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд-Аурупа телдәре (йә иһә Йәфеҫ телдәре — инжилдәге Йәфеҫтән[2]) — Донъяла иң киң таралған тел ғаиләһе[3]. Ер шарының бөтә ҡитғаларында ла бар, һөйләшеүселәр һаны 2,5 миллиардтан ашыу. Ҡайһы бер хәҙерге тел белгестәре фекере буйынса, ностратик телдәр макроғаиләһенең бер өлөшө булып тора[4].
Һинд-европа телдәре | |
Таксон |
ғаилә |
---|---|
Тарихи тыуған иле | һинд-европа ареалдары кентум-сатем изоглоссаһы. Кентум (күк) и Сатем (ҡыҙыл). Сатемизацияның күҙалланған башланғыс өлкәһе сағыу ҡыҙыл төҫтә күрһәтелгән |
Ареал |
бөтә донъя |
Телде белеүселәр һаны |
2,7 млрд[1] |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Ностратик телдәр (фараз) | |
Состав | |
албан теле, анатолия теле, әрмән теле, балтик телдәр, славян телдәре, герман телдәре, грек телдәре, иран телдәре, һинд-арий телдәре, италий телдәре (роман), кельт телдәре, палеобалкан телдәре, тохар телдәре | |
Бүленгән ваҡыты |
V — VI мең йыл элек |
Телдәрҙең кодтары | |
ГОСТ 7.75–97 |
ино 208 |
ISO 639-2 | |
ISO 639-5 | |
Һинд-европа телдәре термины (ингл. Indo-European languages) беренсе тапҡыр инглиз ғалимы Томас Юнг тарафынан 1813 йылда индерелә[5]. Немец телендәге әҙәбиәттә һинд-герман телдәре термины йышыраҡ ҡулланыла (нем. indogermanische Sprachen). Элек һинд-европа телдәре «арий» тип аталған, әммә әлеге ваҡытта был термин менән нуристан тармағын һәм һинд-иран телдәрен үҙ эсенә алған һинд-европа телдәре ғаиләһенең бер өлөшө атала.
Һинд европа ғаиләһе телдәре 5 — 6 мең йыл элек йәшәгән берҙәм боронғо һинд-европа теленән килеп сыҡҡан булырға тейеш. Был телдең килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар (атап әйткәндә, Көнсығыш Европа, Алғы Азия, Европа һәм Азия киҫелешендәге дала биләмәләрен атайҙар). Боронғо һинд-европалыларҙың (йәки уларҙың тармаҡтарының береһе) археологик мәҙәниәте тип менән «соҡор мәҙәниәтен» атарға мөмкинлек бар. Улар беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡта хәҙерге Украинаның көнсығышында һәм Рәсәйҙең көньяғында йәшәгән. Был гипотезаны яҡынса 4500 йыл элек Ҡара диңгеҙ һәм Волга буйы далалары биләмәһенән соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәренең күпләп күсеп китеүен күрһәтеүсе генетик тикшеренеүҙәр дәлилләй. Уларҙан Көнбайыш һәм Үҙәк Европалағы һинд-европа телдәренең кәмендә бер өлөшө барлыҡҡа килгән[6].
В. М. Иллич-Свитич, А. Б. Долгопольский һәм С. А. Старостин хуплаған Х. Педерсен гипотезаһына ярашлы, боронғо һинд европа теле билдәле бер ностратик телдәр макроғаиләһенә ингән. Уның сиктәрендә ул аблауты (аблаут) булған картвель телдәренә генетик яҡтан яҡын тора[7]. Әммә был гипотеза тәнҡиткә дусар ителә һәм бик бәхәсле тип һанала. Уның һығымталарын күп кенә һинд-европалылар һәм компаративистар (сағыштырма-тарихи лингвистика) ҡабул итмәй, улар ностратик телдәр теорияһын тулыһынса нигеҙһеҙ тип ҡарай йәки, иң яҡшы осраҡта, ышанысһыҙ тип һанай[8][9][10].
Әрмән таулығы территорияһында һәм Көнсығыш Европа далаларында һинд-европалылар өсөн ике тыуған ил гипотезаһын Миллер 1873 йылда һинд-европа тәүтеленең семит-хамит һәм кавказ телдәренә яҡынлығы нигеҙендә төҙөй.
1934 йылда Швейцариянан профессор Эмиль Форрер фекеренсә, һинд-европа теле ике туғандаш булмаған телде ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә[11]. Н. С. Трубецкой, К. К. Уленбек, О. С. Широков һәм Б. В. Горнунг был ҡушылыу Урал-Алтай тибындағы тел менән кавказ-семит тибындағы тел араһында булған, тип фаразлай[12].
Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Ивановтың 1980—1981 йылдарҙа сыҡҡан хеҙмәттәре ике тәү ил тураһында фекерҙе яңы фәнни кимәлдә үҫтерә. Авторҙарҙың күп йыллыҡ хеҙмәте һинд-европалыларҙың теле, мәҙәниәте һәм тәү иле тураһындағы дөйөмләштерелгән тикшеренеүҙәр баҫмаһы менән тамамлана (Гамкрелидзены, Иванов, 1984). Унда Әрмән тауы биләмәһендә, шулай уҡ уның эргәһендәге төбәктәрҙә дөйөм һинд-европа боронғо тәү иле һәм Ҡара диңгеҙ — Каспий далаларындағы көнбайыш һинд-европа кешеләренең икенсел тәү иле тураһында фекер дәлилләнә.
ДНК тикшеренеүҙәре боронғо протоһинд-европалыларҙың кавказ ата-бабаһы тураһындағы фараздарҙы раҫлай[13][14][15][16]. Шулай уҡ һинд-хетт гипотезаһы ла раҫлана, уға ярашлы тәү анатолия һәм тәү һинд-европа телдәре дөйөм һинд-хетт тәүтеленән «беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡтан да һуң түгел» айырыла[17].
Хаак һәм авторҙаштары (2015) һинд-европалыларҙың Әрмән таулығында барлыҡҡа килеүе гипотезаһы дөрөҫлөккә тап килә тигән һығымтаға килә, сөнки соҡор мәҙәниәте өлөшләтә хәҙерге әрмәндәрҙе хәтерләткән Яҡын Көнсығыш халҡынан сыҡҡан. Икенсе яҡтан, улар «Көнсығыш Европала һәм көньяҡта һунарсы-йыйыусылар ниндәй телдәрҙә һөйләшкән тигән һорау асыҡ ҡала» тип белдерә[18].
Дэвид Райх үҙенең 2018 йылғы «Беҙ кем һәм нисек бында килеп эләктек» мәҡәләһендә былай тип раҫлай: «Тәүге тапҡыр һинд-европа телендә һөйләшкән халыҡтың йәшәгән урыны Кавказ тауҙарынан көньяғындараҡ, бәлки, хәҙерге Иранда йәки Әрмәнстанда урынлашҡан булырға тейеш, сөнки унда йәшәгән халыҡтың боронғо ДНК-һы соҡор мәҙәниәте өсөн дә, боронғо анатолиялылар өсөн дә тап килә». Шуға ҡарамаҫтан, Райх һинд-европа телдәренең күбеһе соҡор мәҙәниәтен йөрөтөүселәр тарафынан таралған, тип раҫлай.
Т. В. Гамкрелидзе һәм В. В. Ивановтың гипотезаһына ярашлы, быға тиклем һинд-европа берләшмәһенән иң элек анатолия тәү теле айырылып сыға. Был б.э.т. IV мең йыллыҡтан да һуңға ҡалмайынса Әрмән таулығы тирәһендә була. Ошонан анатолиялыларҙың ата-бабалары көнбайышҡа табан хәрәкәт итә башлай. Һинд-европа берләшмәһенең артабанғы бүленеше алдынан ул диалекттар төркөмөнә бүленә. Шундай төркөмдәрҙең береһенә италий, кельт һәм тохар телдәренең ата-бабалары, икенсеһенә — арий, әрмән һәм грек телдәренең, шулай уҡ балтик, славян һәм герман телдәренең ата-бабалары инә. Һуңынан, лингвистик яҡтан һиҙелерлек ваҡыт үткәс, һинд-европа берләшмәһенән тохар теле айырылып сыға, уның телендә һөйләшеүселәр Көнсығышҡа табан хәрәкәт итә һәм, билдәле бер ваҡыт үткәс, Тарим уйһыулығына барып етә, һуңынан унда улар яҙма сығанаҡтарҙа теркәлә. Яҡынса шул уҡ ваҡытта грек тәү теле лә айырыла, уларҙы йөрөтөүселәр көнбайышҡа табан Эгеидаға барып етә һәм Грецияла төпләнә. Арий теле һөйләшеүселәр көнсығышҡа табан хәрәкәт итә һәм Евразия далаларына күсеп ултыра, әммә, арийҙарҙың бер өлөшө Кавказ аша далаларға күсеп килеүе ихтимал. Каспий диңгеҙенән көнсығышҡа табан хәрәкәт итеүсе италий, кельт, славян, герман һәм балтик телдәренең (боронғо европалылар) ата-бабалары далала төпләнеп, унда соҡор мәҙәниәтен барлыҡҡа килтерә. Һуңынан Европаның урман зонаһына соҡор мәҙәниәте йөрөтөүселәрҙең үтеп инеүе һәм Европаның һинд-европалашыуы күҙәтелә. Гимбутас тап ошо гипотезаны күҙ уңында тота.
Һинд-европа миграциялары тоталь этник «экспансия» булараҡ түгел, ә тәү сиратта һинд-европа диалекттарының үҙ хәрәкәте булараҡ ҡаралырға тейеш. Һуңғы хәл археологик мәҙәниәттәрҙең этнолингвистик атрибуцияһы ваҡытында тәү сиратта антропологик критерийҙарға таянған гипотезаларҙың һөҙөмтәһеҙ булыуын күрһәтә.
Һинд-европа ғаиләһенә албан, әрмән телдәре, шулай уҡ славян, балтик, герман, кельт, италий, роман, иллирий, грек, анатолия (хетто-лувия), иран, дард, һинд-арий, нуристан һәм тохар телдәре төркөмдәре инә. Шул уҡ ваҡытта италий (әгәр роман төркөмдәре италий тип иҫәпләнмәһә), иллирия, анатолия һәм тохар төркөмдәре тик үле телдәрҙән генә тора.
Иҫкәрмә: † билдәһе менән үле тел тармағы йәки үле тел күрһәтелгән
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.