Волга буйы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Волга буйы — киң мәғәнәлә — Волга буйы ағымына сиктәш булған барлыҡ территория. Йыш ҡына әлеге термин тар мәғәнәлә ҡулланыла — Волганың урта һәм түбәнге ағымына сиктәш булған һәм иҡтисади яҡтан уға тартылған территорияһы күҙ уңында тотола. Волга буйы сиктәрендә Волга буйы ҡалҡыулығы (уң яр) һәм Волга аръяғы (һул яр) айырылып тора. Тәбиғәт яғынан Волга буйына ҡайһы берҙә Волганың үрге ағымында булған райондарҙы ла индерәләр.
Волга буйы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Волга буйы Викимилектә |
Ҡасандыр Волга буйы Болғар, Ҡыпсаҡ далаһы, Алтын Урҙа һәм Русь составына ингән.
Ҙур Совет Энциклопедияһында[1] СССР-ҙың Европа өлөшөн иҡтисади яҡтан районлаштырыуҙа Волга буйы иҡтисад районы Волга буйы иҡтисади районы үҙ эсенә Ульяновск, Пенза, Куйбышев, Һарытау, Волгоград һәм Әстрәхан өлкәләрен, Татар һәм Ҡалмыҡ АССР-ын ала; шул уҡ ваҡытта тәүге өс өлкә һәм Татар АССР-ы, ғәҙәттә, Урта Волга буйына индерелә, ҡалғандары һәм Ҡалмыҡ АССР-ы — Түбәнге Волга буйына. Хәҙерге административ административ-территориаль бүленеше:
Волга буйы этнохоронимы: волжанин[2][3].
Шулай уҡ Волга йылғаһының бассейнын өс өлөшкә бүлеү күҙәтелә (Волга буйы бүленешенә тиң түгел): Үрге Волга, Урта Волга, Түбәнге Волга.
Рельефы тигеҙ, уйһыулыҡтар һәм ҡалҡыулыҡлы тигеҙлектәр өҫтөнлөк итә. Климаты — уртаса-континенталь. Йәйе йылы, июлдә уртаса айлыҡ һауа температураһы — +22°- 25°С; ҡыш бик һыуыҡ, ғинуарҙа һәм февралдә уртаса һауа температураһы — 10°-15°С. Төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 500—600 мм, көньяҡта — 200—300 мм. Тәбиғәт зоналары: ҡатнаш урман (Татарстан), урманлы дала (Татарстан (өлөшләтә), Һамар, Пенза, Ульяновск, Һарытау өлкәләре), дала (Һарытау (өлөшләтә.)
Үҙ эсенә Урта Волга буйы төбәктәрен, Үҙәк Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрен (Мордва Республикаһы, Пенза өлкәһе), Урал буйы (Пермь крайы, Башҡортостан). Үҙәге —Түбәнге Новгород ҡалаһы. Округ Рәсәй федерацияһының территорияһының 6,08 % тәшкил итә. 2008 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны— 30 241 583 (21,4 % РФ); халыҡтың күпселеге — ҡала халҡы. Мәҫәлән, Һамар өлкәһендә 80 %, Рәсәй Федерацияһында (яҡынса 73 %).
Урта Волгала урынлашҡан. Район территорияһы көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1000 километрға һуҙылған һәм төрлө тәбиғәт зоналарында урынлашҡан: төньяҡ өлөшө — тайга урмандарында, көньяҡ — урманлы далаларҙа. Район Рәсәй Үҙәгендә урынлашҡан, Волга, Ока, Вятка йылғаларының суднолар йөрөү бассейнында, Үҙәк, Волга буйы, Урал һәм Төньяҡ райондары менән сиктәш һәм тығыҙ бәйләнештә. Халыҡ һаны — 7,5 млн кеше (2010).
Түбәнге Волгала урынлашҡан. Волга буйы территорияһының майҙаны 537,4 мең км², , халыҡ һаны 17 миллион кеше, халҡының тығыҙлығы — 25 кеше/км². Ҡала халҡының өлөшө, — 74 %. Волга буйы иҡтисади районына 94 ҡала, шул иҫәптән 3 миллионлы ҡала (Һамар, Ҡазан, Волгоград), 12 федерацияһы субъекты инә. Төньяҡта — Волга-Вятка районы, көньяҡта — Каспий диңгеҙе, көнсығышта — Урал районы һәм Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үҙәк-Ҡара тупраҡлы район һәм Төньяҡ Кавказ менән сиктәш. Иҡтисади күсәре — Волга йылғаһы. Волга буйы иҡтисади районы үҙәге Һамарҙа урынлашҡан.
1998 йылдың 27 октябрендә һамар ҡалаһында Волга буйындағы ете эре ҡалалар — Ҡазан, Түбәнге Новгород, Пенза,Һамар, Һарытау, Ульяновск, Чебоксар — етәкселәренең беренсе дөйөм йыйылышы үтте, йыйылышта Волга буйы ҡалалары Ассоциацияһы төҙөлөүе тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. 2000 йылдың февралендә Ассоциацияға — Йошкар-Ола, 2002 йылдың 1 ноябрендә уның рәттәрен — Әстерхан һәм Саранск, 2005 йылда — герой-ҡала Волгоград, 2009 йылда — Киров ҡалаһы тулыландырҙы. Әлеге ваҡытта Волга буйы ҡалалар ассоциацияһына 25 ҡала инә.
2015 йылда Ассоциация составына Ижевск, Пермь, Өфө, Ырымбур, Тольятти, Арзамас, Балаков, Димитровград, Новокуйбышевск, Новочебоксарск, Сарапул, Стәрлетамаҡ һәм Сызрань ҡалалары инде. Ассоциация ҡалаларында өс миллиондан ашыу кеше йәшәй[4].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.