«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены — Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаһы.
Remove ads
Тарих
Башҡортостан Президенты Указы менән 1998 йылда булдырылған.
Ордендың беренсе кавалеры — Республика Президены Мортаза Рәхимов[1].
Орден статусы
«Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнеүгә Башҡортостан Республикаһының башҡа дәүләт наградаларына, Башҡортостан Республикаһының почётлы исемдәренә лайыҡ булғандар тәҡдим ителә:
- Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән айырым бөйөк хеҙмәттәр өсөн;
- хеҙмәттә күрһәткән айырым бөйөк уңыштар өсөн;
- дәүләт һәм ижтимағи эшмәкәрлектә айырым бөйөк хеҙмәттәр өсөн;
- халыҡтар араһында тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек нығытыуҙа айырым бөйөк хеҙмәттәр өсөн;
- тәртип һаҡлау һәм хәүефһеҙлек һаҡлау эшенә ҙур өлөш индергән өсөн.
Орден менән Рәсәй Федерацияһы граждандары, сит ил граждандары һәм гражданлығы булмаған шәхестәр бүләкләнә ала.
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads