Мәсетле районы
Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәсетле районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Әй йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Төньяҡтан Свердловск өлкәһенең Красноуфимск һәм Әртә ҡала округтары, көнсығыштан Башҡортостандың Балаҡатай, көньяҡтан Ҡыйғы, көнбайыштан Дыуан райондары менән сиктәш.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Төрө | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
12 ауыл Советы | ||
Идари үҙәге | |||
Барлыҡҡа килеүе |
1930 йылдың 20 авгусында | ||
Муниципаль район башлығы | |||
Муниципаль район Советы рәйесе |
Латыпов Юрис Хәйҙәр улы | ||
Халҡы (2010) |
25 032 | ||
Тығыҙлығы |
16,07 кеше/км² | ||
Милли тәркибе | |||
Аланы |
1 557 км² (50 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Машина номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
ОКАТО коды |
80242000000 | ||
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт
Район Әй буйы убалы тигеҙлегенең бер өлөшен биләй. Климаты уртаса йылы, етерлек дымлы. Район аша Әй, уның ҡушылдыҡтары Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ, Ләмәҙ, Аҡа йылғалары аға. Ере ҡара-һоро урман һәм көлһыуланған ҡара тупраҡлы. Урмандар имән, ҡарағай, ҡайын ағастарынан тора һәм райондың 1/5 өлөшен тәшкил итә. Газ (Оло Ыҡтамаҡ), ҡомло балсыҡ (Ҡыҙылбай, Кесе Ыҡтамаҡ), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Ҡыҙылбай), төҙөлөш ташы (Оло Ыҡтамаҡ), төҙөлөш ҡомо (Салйоғот), эзбизташ (Яңы Мөслим), агрономик руда (Әжекәй, Буртаковка, Оло Ыҡтамаҡ) һәм эзбизташ туфы (Мәләкәҫ) ятҡылыҡтары бар.
Район аша Мәсәғүт — Әчет, Оло Ыҡтамаҡ — Яңы Балаҡатай, Оло Ыҡтамаҡ — Үрге Ҡыйғы автомобиль юлдары үтә.
Төп етештереү тармағы булған ауыл хужалығы малсылыҡ-игенселек йүнәлешендә махсуслашҡан. Шәхси хужалыҡтар картуф үҫтереү, ҡымыҙ етештереү, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ауыл хужалығы ерҙәре 106,7 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 83,7 мең, көтөүлектәр — 19,2 мең, сабынлыҡтар — 3,8 мең гектар майҙанды биләй.
Районда йыл әйләнәһенә эшләүсе республика балалар шифаханаһы, «Ҡарағай» шифаханаһы урынлашҡан.
40 дөйөм белем биреү , шул иҫәптән 13 урта мәктәбе бар. Оло Ыҡтамаҡта музыка мәктәбе, 123 — се профессионал белем биреү училищеһы эшләп килә. 25 дөйөм китапхана, 42 мәҙәниәт клубы, үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы бар.
Башҡорт телендә һәм рус телендә «Мәсетле тормошо» — «Мечетлинская жизнь» гәзите сыға.
Район тарихы
1930 йылдың 20 авгусында Дыуан-Мәсетле исемендә ойошторолған. Ойоштороу документтарында райондың исеме ике төрлө осрай: ВЦИК РСФСР ҡарарында — «ДЫУАН — МӘСЕТЛЕ», ЦИК и СНК БАССР ҡарарында— «МӘСЕТЛЕ». 1932 йылда ВЦИК РСФСР ҡарары менән «МӘСЕТЛЕ» исеме беркетелә. XX быуаттың 30-сы йылдарында район етәкселеге тарафынан районға «ӘЙ» исемен биреү тураһында тәҡдим индерелә, әммә ләкин тормошҡа ашмай. 1963 йылдың 1 февраленән Балаҡатай һәм Мәсетле райондары берләштерелә. Яңы райондың исеме «БАЛАҠАТАЙ», район үҙәге Оло Ыҡтамаҡта була. 1965 йылдың 14 ғинуарынан Мәсетле районы яңынан тергеҙелә. Райондың сиктәре һәм биләмәһе шул ваҡыттан үҙгәрмәгән.
Тарихи ваҡиғалар
Район үҙәге
- 1930—1932 йылдарҙа — Дыуан-Мәсетле
- 1932—1935 йылдарҙа — Ләмәҙтамаҡ
- 1935 йылдан — Оло Ыҡтамаҡ ауылы.
Район үҙәге Оло Ыҡтамаҡтан Өфө ҡалаһына 283 км. Яҡындағы тимер юл станциялары Красноуфим (Свердловск өлкәһе) — 76 км, Сулея (Силәбе өлкәһе) — 126 км алыҫлыҡта.
Биләмәһе, ауыл советтары һәм ауылдары
Район яңынан тергеҙелгәндә (14 ғинуар 1965 йыл) түбәндәге ауыл советтарынан торған: Әләгәҙ, Оло Аҡа, Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ләмәҙтамаҡ, Кесе Ыҡтамаҡ, Мишәр, Ростов. Шул уҡ йылда Яңы Мөслим ауыл Советы тергеҙелә, яңы Йонос ауыл Советы төҙөлә. 1985 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советын бүлеп, Әжекәй ауыл Советы булдырыла. 1987 йылда Ҡорғат ауыл Советы тергеҙелә, ул Ростов ауыл Советынан бүленеп сыға. 1989 йылда Мишәр ауыл Советын бүлеп, Яңы Яуыш ауыл Советы төҙөлә. 1996 йылда Абдулла ауыл Советы тергеҙелә, ул Оло Аҡа ауыл Советынан бүленеп сыға. 2003 йылдың 14 ғинуарында (Рәсәй хөкүмәте ҡарары № 14) Мишәр ауыл Советың исеме Яңы Мишәр итеп үҙгәртелә. Башҡортостан Республикаһы ҡанунына ярашлы 2008 йылда Оло Ыҡтамаҡ, Әжекәй, Яңы Мөслим ауыл советтары берләштерелә. Берләштерелгән ауыл Советының исеме Оло Ыҡтамаҡ итеп ҡалдырыла. Үҙәге Оло Ыҡтамаҡ ауылы. 2008 йылдан районда муниципаль ауыл берәмеге кимәлендәге 12 ауыл Советы бар.
Төрлө йылдарҙа район биләмәһе майҙаны, ауыл советтары һәм ауылдар һаны
Теркәү ваҡыты | Майҙаны (кв.км.) | Ауыл Советы/Ҡасаба Советы | Ауылдар |
---|---|---|---|
1 июнь 1940 йыл | 1717 | 15/1 | 125 |
1 июнь 1952 йыл | 1556 | 13/1 | 91 |
1 ғинуар 1961 йыл | 1543 | 8 | 65 |
1 ғинуар 1969 йыл | 1557 | 10 | 54 |
1 июль 1972 йыл | 1557 | 10 | 52 |
1 сентябрь 1981 йыл | 1557 | 10 | 51 |
1 ғинуар 1999 йыл | 1557 | 14 | 50 |
18 ноябрь 2008 йыл | 1557 | 12 | 49 |
Республиканың административ-территориаль ҡоролошо исемле мәғлүмәт йынтыҡтары буйынса төрлө йылдарҙа ауыл советтары
№п/п | Ауыл Советы исеме | 1935 | 1940 | 1952 | 1961 | 1969 | 1972 | 1981 | 1999 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст | Текст |
1 | Әбдрәхим | + | + | + | - | - | - | - | - | - |
2 | Абдулла | + | + | + | - | - | - | - | + | + |
3 | Әжекәй | - | - | - | - | - | - | - | + | - |
4 | Әләгәҙ | - | - | - | + | + | + | + | + | + |
5 | Арый | + | + | - | - | - | - | - | - | - |
6 | Оло Ҡыҙылбай | + | + | + | - | - | - | - | - | - |
7 | Оло Аҡа | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
8 | Оло Ыҡтамаҡ | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
9 | Дыуан-Мәсетле | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
10 | Ҡорғат | + | + | + | - | - | - | - | + | + |
11 | Ләмәҙ-Тамаҡ | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
12 | Кесе Ыҡтамаҡ | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
13 | Мелекәҫ | + | + | + | - | - | - | - | - | - |
14 | Мишәр | - | + | + | + | + | + | + | + | - |
15 | Яңы Мишәр | - | - | - | - | - | - | - | - | + |
16 | Яңы-Мищәгәр[1] | + | - | - | - | - | - | - | - | - |
17 | Яңы Мөслим | + | + | + | - | + | + | + | + | - |
18 | Яңы Яуыш | - | - | - | - | - | - | - | + | + |
19 | Ростов | + | + | + | + | + | + | + | + | + |
20 | Иҫке Хәлил | + | + | - | - | - | - | - | - | - |
21 | Йонос | - | - | - | - | + | + | + | + | + |
22 | Яңыбай | + | - | - | - | - | - | - | - | - |
23 | Мәсәғүт ҡ/с | - | + | + | - | - | - | - | - | - |
Ғәмәлдәге биләмәләр ҡоролошо
ОКАТО коды | Мәсетле районы ауыл биләмәләре һәм ауылдары | ' |
80 242 801 000 | Абдулла ауыл Советы | |
80 242 801 001 | Абдулла | |
80 242 801 002 | Жвакин | |
80 242 801 003 | Ключевой | |
80 242 805 000 | Әләгәҙ ауыл Советы | |
80 242 805 001 | Әләгәҙ | |
80 242 805 002 | Әй | |
80 242 805 003 | Борғатъя | |
80 242 805 004 | Буртаковка | |
80 242 805 005 | Оло Ҡыҙылбай | |
80 242 805 006 | Кесе Ҡыҙылбай | |
80 242 805 007 | Мәләкәҫ | |
80 242 805 008 | Октябрьск | |
80 242 805 009 | Сосновка | |
80 242 810 000 | Оло Аҡа ауыл Советы | |
80 242 810 001 | Оло Аҡа | |
80 242 810 003 | Степной | |
80 242 810 004 | Урта Аҡа | |
80 242 815 000 | Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы | |
80 242 815 001 | Оло Ыҡтамаҡ | |
80 242 815 002 | Салйоғот | |
80 242 815 003 | Әжекәй | |
80 242 815 004 | Яңы Мөслим | |
80 242 820 000 | Дыуан-Мәсетле ауыл Советы | |
80 242 820 001 | Дыуан-Мәсетле | |
80 242 820 002 | Бурансы | |
80 242 820 003 | Ғүмәр | |
80 242 820 004 | Йыланыш | |
80 242 820 005 | Ҡаранай | |
80 242 820 006 | Түбәнге Туҡбай | |
80 242 823 000 | Ҡорғат ауыл Советы | |
80 242 823 001 | Ҡорғат | |
80 242 823 002 | Тимербай | |
80 242 823 003 | Юлай | |
80 242 825 000 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | |
80 242 825 001 | Ләмәҙтамаҡ | |
80 242 825 002 | Ҡотош | |
80 242 825 003 | Һабанаҡ | |
80 242 825 004 | Һөләймән | |
80 242 830 000 | Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы | |
80 242 830 001 | Кесе Ыҡтамаҡ | |
80 242 830 002 | Үрге Бобин | |
80 242 830 003 | Түбәнге Бобин | |
80 242 835 000 | Яңы Мишәр ауыл Советы | |
80 242 835 001 | Яңы Мишәр | |
80 242 835 002 | Аҙанғол | |
80 242 835 003 | Көршәле | |
80 242 835 007 | Ясин | |
80 242 842 000 | Яңы Яуыш ауыл Советы | |
80 242 842 001 | Яңы Яуыш | |
80 242 842 002 | Иҫке Мишәр | |
80 242 845 000 | Ростов ауыл Советы | |
80 242 845 001 | Теләш | |
80 242 845 002 | Ишәле | |
80 242 845 003 | Тәкә | |
80 242 850 000 | Йонос ауыл Советы | |
80 242 850 001 | Йонос | |
80 242 850 002 | Айып | |
80 242 850 003 | Әбдрәхим | |
80 242 850 004 | Тайыш | |
80 242 850 005 | Тимерәк |
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 25,6 мең кеше йәшәй. Күпселеген башҡорттар (58,4 %), татарҙар (23,6 %), рустар (16,6 %) тәшкил итә. Уртаса тығыҙлыҡ — 1 км² 16 кеше тура килә. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында район исемлегендә 50 ауыл бар. Төрөпкилде ауылында кеше йәшәмәй һәм 2005 йылда ауыл рәсми исемлектән алына. Ҙур ауылдар (500 кешенән күберәк) — Оло Ыҡтамаҡ (7557 кеше), Әләгәҙ (1323 кеше), Оло Аҡа (1201 кеше), Яңы Мөслим (1072 кеше), Әжекәй (750 кеше), Дыуан-Мәсетле (669 кеше), Октябрьск (580 кеше), Кесе Ыҡтамаҡ (570 кеше), Абдулла (553 кеше), Теләш (538 кеше), Яңы Яуыш (531 кеше), Ләмәҙ-Тамаҡ (522 кеше), Оло Ҡыҙылбай (508 кеше).
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
Йылдар | Бөтәһе (район) | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Бөтәһе (район үҙәге) | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар |
---|---|---|---|---|---|---|
1939 | 29111 | - | - | 2915 | - | - |
1941 | 26592 | 11832 | 14760 | 2616 | 1213 | 1403 |
1959 | 26300 | 11386 | 14914 | 3696 | 1625 | 2071 |
1970 | 28069 | 12677 | 15392 | 4452 | 2067 | 2387 |
1979 | 25406 | 11882 | 13524 | 5761 | 2967 | 2794 |
1989 | 23408 | 10901 | 12507 | 6347 | 2979 | 3368 |
2002 | 25604 | 12261 | 13343 | 7557 | 3562 | 3995 |
2010 | 25032 | 11982 | 13050 | 7839 | 3671 | 4168 |
Милли состав, (кеше (бөтә халыҡ һанынан өлөшө))[22]
Йылдар | Бөтәһе | башҡорттар | татарҙар | рустар | Башҡалар |
---|---|---|---|---|---|
1939 | 29111 | 14392(49,44 %) | 7988(27,44 %) | 6484(22,27 %) | 247(0,85 %) |
1959 | 26409 | 12536(48,12 %) | 7654(29,38 %) | 5711(21,92 %) | 148(0,57 %) |
1970 | 28012 | 13739(49,05 %) | 8702(31,07 %) | 5296(18,91 %) | 275(0,98 %) |
1979 | 25406 | 12866(50,64 %) | 7372(29,02 %) | 4900(19,29 %) | 268(1,05 %) |
1989 | 23406 | 12042(51,45 %) | 6983(29,83 %) | 4180(17,86 %) | 201(0,86 %) |
2002 | 25604 | 14961(58,43 %) | 6052(23,64 %) | 4252(16,61 %) | 339(1,32 %) |
2010 | 25032/24979[23] | 14926(59,8 %) | 5886(23,6 %) | 3845(15,4 %) | 322(1,28 %) |
Күренекле шәхестәр
СССР-ҙың иң юғары наградаһы Ленин орденының кавалерҙары
- Вәлиев Вәдит Вәли улы,(1930,Айып),СССР-ҙың иң юғары наградаһы Ленин орденының кавалеры
Советтар Союзы Геройы, Социлистик Хеҙмәт Геройы
- Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (5 июнь 1927, Дыуан-Мәсетле — 5 ноябрь 1988, Нефтеюганск) — СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). КПСС-тың XXII съезы делегаты.
- Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923), Иҫке Мишәр — 23 декабрь 2016, Мәскәү) — хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы (1946), авиация полковнигы (1967), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан КПСС ағзаһы.
Мәсетле районының хөрмәтле граждандары
Мәсетле районының хөрмәтле гражданы тигән рәсми исем Мәсетле районы муниципаль район Советы ҡарары менән 2005 йылдың 28 сентябрендә булдырыла. Төрлө йылдарҙа был исемгә лайыҡ булыусылар[24]:
- Әмиров Нәҡи Сәбиғйәр улы — 2005
- Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙы — 2005
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы — 2005
- Томилов Михаил Иванович — 2005
- Фуфаев Анатолий Федорович — 2005
- Дилмөхәмәтова Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙы — 2006
- Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы — 2007
- Мөхәмәтйәрова Зилә Сәмей ҡыҙы — 2008
- Сәфиулиин Ғабулхаҡ Ҡашап улы — 2009
- Максимов Семен Ефимович — 2010
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — 2011
- Нәжипов Алмас Исмәғил улы — 2012
- Фомина Елизавета Владимировна — 2012
- Яҡупов Ирек Йыһанур улы — 2015
- Ҡаев Фәрит Ғалихан улы — 2017[25]
- Ватолин Павел Леонидович — 2021[26]
Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар
Төп мәҡәлә Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр бирелгән мәсетлеләр
Район ғалимдары
Төп мәҡәлә Мәсетле районы ғалимдары.
Академиктар
- Абдрахманов Рәфил Фазыл улы — геология-минералдар фәндәре докторы (1993)
- Байрамғолов Юлай Ейәнғәле улы — техних фәндәре докторы (1993)
- Вәлиев Ильяс Иштуған улы — педагогия фәндәре докторы (1999)
- Исрафилов Рифҡәт Вәкил улы — театр режиссеры, педагог
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы — сәнғәт фәндәре докторы (1976)
- Мирсаев Рафаил Нурый улы — философия фәндәре кандидаты (1990)
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы — иҡтисад фәндәре кандидаты (1974)
- Садиҡов Фәһим Бинйәмин улы — философия фәндәре докторы (1973)
- Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы — биология фәндәре докторы (1992)
Мәсетле районынан бик күп ғалимдар сыҡҡан. Башҡорт теле белгесе Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәсетле районы Һөләймән ауылында тыуған.
Мәсетле районы буйынса Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Вәлшин Мөхит Ғариф улы, 1-се саҡырылыш депутаты, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Сәркәтибе (1938—1942).
- Ғәликәйев Тимерғәлей Хөснириал улы, 2-се саҡырылыш депутаты
- Ғилманов Суфиян Ғилман улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Фәхретдинов Йосоп Фәхретдин улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Вәхитов Ғәфүр Шәкүр улы, 4-се саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Цепилова Евдокия Александровна, 4-се саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Әбүбәкерова Фәүзиә Әхмәтсәғит ҡыҙы, 5-се саҡырылыш депутаты, 206-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотлоәхмәт улы, 5-се саҡырылыш депутаты, 205-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Худяков Петр Александрович, 6-сы саҡырылыш депутаты, 111-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Бородин Леонид Александрович, 6-сы саҡырылыш депутаты, 112-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Ураев Петр Васильевич, 6-сы саҡырылыш депутаты, 112-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Кетова Александра Андреевна, 7-се саҡырылыш депутаты, 202-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы, 7-се саҡырылыш депутаты, 203-сө Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Ташкинова Валентина Ивановна, 8-се саҡырылыш депутаты, 211-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Саҙретдинов Абрар Мәсәлим улы, 8-се саҡырылыш депутаты, 212-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Басырова Зөлфирә Хәбиб ҡыҙы, 9-сы саҡырылыш депутаты, 213-сө Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Фуфаев Анатолий Федорович, 9-сы саҡырылыш депутаты, 214-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Кадиков Зәки Нурихан улы, 10-сы саҡырылыш депутаты, 236-сы Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Хисамова Венера Бикмөхәмәт ҡыҙы, 10-сы саҡырылыш депутаты, 237-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Ғиниәтуллин Владислав Әхмәҙулла улы, 11-се саҡырылыш депутаты, 237-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Ярушин Борис Ильич, 11-се саҡырылыш депутаты, 238-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
- Крючков Анатолий Иванович, 12-се саҡырылыш депутаты, 238-се Оло Ыҡтамаҡ һайлау округы буйынса
- Камалов Атлас Закир улы, 12-се саҡырылыш депутаты, 239-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса
Мәсетле районы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- Мөхөтдинов Илдар Хәким улы, 1-се саҡырылыш депутаты, 60-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
- Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы, 1-се саҡырылыш депутаты, 60-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
- Мөхөтдинов Илдар Хәким улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
- Ниғмәтуллин Юлай Мөғин улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
- Сәлихов Азат Әхсән улы, 2-се саҡырылыш депутаты, 58-сы Мәсетле һайлау округы буйынса
- Мирсаев Рафаил Нурый улы, 3-сө саҡырылыш депутаты, 106-сы Әй һайлау округы буйынса
- Ганцев Виктор Александрович, 4-се саҡырылыш депутаты, 42-се Дыуан һайлау округы буйынса
- Ғәтиәтуллин Рәшит Фиҙәил улы, 5-се саҡырылыш депутаты, Республика дөйөм һайлау округы буйынса, «Берҙәм Рәсәй» Бөтәрәсәй сәйәси фирҡә фракцияһы
- Павлов Сергей Владимирович, 5-се саҡырылыш депутаты, 39-сы Төньяҡ Көнсығыш һайлыу округы буйынса
Билдәле кешеләре
- Шәйхисламов Фәнүр Рәфис улы (14 ноябрь 1980) — юрист, дәүләт эшмәкәре. Тәтешле районы хакимиәт башлығы.
- Мөхәмәтйәнов Искәндәр Илгиз улы (05 май 2009) — Башҡорт балалар йәмғиәт ойошмаһы ның авторы, актер, «Тамыр» ансамбле йондоҙо(2018—2022).Рәсәй,Башҡортсотандың күп балалар формударының,съездарының ҡатанашыусыһы,делегаты.
Яҙыусылар, шағирҙар
- Алтынбаева Зөһрә Нариман ҡыҙы (3 ғинуар 1951 йыл) — башҡорт журналисы, шағир. СССР Журналистар (1986) һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар (2006) союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2000).
- Даянова Тәскирә Байрам ҡыҙы (10 ғинуар 1948 йыл) — башҡорт балалар яҙыусыһы, уҡытыусы, 2008 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты (1989), Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының Башҡортостан төбәк этабы еңеүсеһе (2014).
- Камалов Ринат Әлтәф улы (Ринат Камал) (28 июнь 1954 йыл) — яҙыусы. 1992 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010). Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2002).
- Хажиев Ризван Закирхан улы (30 сентябрь 1939 йыл — 27 октябрь 2013 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим, журналист һәм яҙыусы. Филология фәндәре кандидаты (1987), доцент. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы (1992) һәм Башҡортостан Республикаһы (1991) Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1990—1995). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге (1999) һәм Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2004) премиялар лауреаты.
- Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16 май 1955 йыл) — шағир, яҙыусы. Башҡортостан Республикаһы (1997) һәм Рәсәй Федерацияһы (2006) Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге (2002) һәм Учалы районының Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге (2005) премиялары лауреаты.
- Әхтәров Әхрәр Минһаж улы (Рәшит Әхтәри) (6 ғинуар 1931 йыл — 26 март 1996 йыл) — педагог, журналист, шағир. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Садыҡова Лена Бинйәмин ҡыҙы (1930—14.06.2020), (Иҙелбикә) — Татарстан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы(2001). Татарстандың Сажиҙә Сөләймәнова исемендәге, Ульяновск өлкәһенең Ғәбделжаббар Кандалый һәм Сәхәп Урайский исемендәге әҙәби премиялары лауреаты.
- Ҡәрипов Низам Ҡәрип улы (Низам Ҡәрип)-(25 июль 1905 йыл — 26 октябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы һәм рәйесе (1939—1941).
- Латыпов Ҡотдос Ҡәниф улы (14 июль 1923 йыл — 23 декабрь 2016 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы, авиация полковнигы (1967). 1945 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1946).
- Әхмәтйәнова Мәүлиҙә Сафарғәле ҡыҙы
- Ғилметдинова Зәлифә Нариман ҡыҙы
- Латыпова Хәмдиә Ғабдрахман ҡыҙы
- Хажиев Фират Әмерхан улы
- Ғәлимов Раушан Рәмил улы
Тәбиғәт
Һыу сығанаҡтары
- Мәсетле районы йылғалары
- Әй ҡушылдыҡтарының тулы исемлеге
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.