Remove ads
Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Ләмәҙтамаҡ — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай, ауыл Советы үҙәге. Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825001.
Ауыл | |
Ләмәҙтамаҡ рус. Лемез-Тамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән |
1735-1740 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң нигеҙләнгән |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Элекке исеме |
Мағаз (фараз ителә) |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452564 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ҡотош ауылына асфальт юлы, Һабанаҡ ауылына тура иҫке ҡырсынташ юл һәм Мәсәғүт-Әчит юлы аша асфальт юл бар. Әй йылғаһында боҙ тотһа, Әбдрәхим ауылына ҡышҡы юл һалына. Фрунзе, … асфальт түшәлгән, Ғәзизов … урамдары ҡырсынташлы.
Ауылға газ үткән.
Ауылда мәҙәниәт йорто, китапхана, почта бүлексәһе, фельдшерлыҡ пункты, өс һатыу итеү йорто бар. Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбе һәм балалар баҡсаһы Ҡотош ауылында урынлышҡан. Элек Нуриманов исемендәге колхоз / ауыл хужалығы етештереү кооперативы идараһы Ләмәҙтамак ауылында урынлашҡайны.
Ауылға Ҡошсо ырыуына ҡараған башҡорттар нигеҙ һалған. XVIII быуаттың урталарында барлыҡҡа килгән ауыл. Мулла Хисаметдин Кинзин нәҫелдәре һөйләүенсә, ауыл мәсете 18 быуат уртаһында күсереп килтерелгән. 1735 —1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы баҫтырылғандан һуң, ауылдар яндырылған, халҡы икенсе ергә ҡыуып ебәрелгән. Хәтирәләр буйынса беҙҙең ата-бабалар Яраҫтау ауылы урынында булған Ҡошсо ырыуының төп ауылы ихтилал ваҡытында яндырылғандан һуң күсеп килгәндәр. Икенсе вариант буйынса Мәләкәҫ ауылынан күсеп килгәндәр тигән фекер бар. Ике ауылда ла Мәтәй, Туғыҙ аймаҡтары бар. Ауылда тағы Аҡай аймағы бар. Ҡошсоларҙың ике Ләмәҙтамаҡ һәм Мәләкәҫ ауылдары исемдәре йылға (гидроним) менән бәйле, башҡа ауылдар кеше исеменә таяна. Был ике ауыл ваҡыт буйынса һуңыраҡ нигеҙләгән.
Тәү башлап ауыл хәҙерге урындан 3 км йылға үрендәрәк урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта Мәсәғүт — Әчит автомобиль юлы ошо урындан үтә. Йылға аша күперҙең һул яғы.
Ауыл беренсе тапҡыр хөкүмәт тарафынан 1795 йылғы рәүиз яҙмаһында теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта Ырымбур мосолман ойошмаһының архив документтарында ауыл мәсете 1779 йылда төҙөлөүе тураһында мәғлүмәт бар[2]. Ауылдың икенсе мәсете Өфө виләйәте идараһының 1910 йылғы 29 май указына ярашлы төҙөлгән[3]. XIX быуат һуңында ауылда 3 ашлыҡ һуҡҡыс, 2 ашлыҡ елгәргес, баҙар майҙаны, 3 бакалея кибете, Ләмәҙ йылғаһында һыу тирмәне, Әй йылғаһы аша борам (паром) булған[4]. Тыуған яҡты өйрәнеүсе Марат Ғафаровтың Иван Лепихин яҙмаларына таянып яһаған фаразы буйынса ауылдың боронғо исеме Мағаз булыуы мөмкин.
Теркәү йылы | Олоҫ, ауыл Советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1796 | Ҡошсо улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1798 | Оло Ҡошсо улусы 8-се башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 8-се башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1873 | Оло Ҡошсо улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1917 | Оло Ҡошсо улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1919 | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Башреспублика | РСФСР | |
1922 | Дыуан-Мәсетле улусы | Мәсәғүт кантоны | Башреспублика | РСФСР |
1930 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Дыуан-Мәсетле районы | БАССР | РСФСР, СССР |
1932 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1960 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Балаҡатай районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1962 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | БАССР | РСФСР , СССР |
1992 | Ләмәҙтамаҡ ауыл Советы | Мәсетле районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Халыҡ һаны тураһында теүәл һәм рәсми мәғлүмәт 1795 йылдан, 5 се ревизиянан, башлап бар[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Атамаһы йылға исеменән. Ләмәҙ йылғаһы Әй йылғаһына ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Урам исеме[11]:
Рәсми булмаған урам исемдәре[12].
Ҡыҙыҡлы хәл: Түбән ос Үрге осҡа ҡарағанда бейегерәк урынлашҡан. Урам остарының атамаһы йылғалар ағымына бәйле булыуы менән аңлатыла.
Был мәғлүмәт ауыл кешеләренән һорап яҙылды[13].
Мәғлүмәт сығанаҡтары.
Яу яланынанда йәки госпиталдә үлеп ҡалғандар.
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдуллин Ғайфулла Абдулла улы | __.__.1898 | 04.04.1944 | яу яланында үлгән, Мәсетле РВК-нан 16.08.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында 2016 йыл 4 март архивланған. хәбәрһеҙ юғалған тигән документ, Хәтер китабында 2020 йыл 30 октябрь архивланған.. |
Хәбәрһеҙ юғалғандар
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Юғалған йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдулин Әхәт Абдулла улы | __.__.1911 | __.09.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 01.07.1941 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында 2020 йыл 30 октябрь архивланған., Хәтер китабында 2016 йыл 4 март архивланған. |
Ғатауллин Әлтәф Ғатаулла улы | __.__.1902 | __.07.1942 | хәбәрһеҙ юғалған, Мәсетле РВК-нан 07.01.1942 һуғышҡа алынған. ОБД Мемориал сайтында 2016 йыл 4 март архивланған., Хәтер китабында 2020 йыл 30 октябрь архивланған.. |
Хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбенә индерелеп тә тере ҡайтҡан
Шәрифе, исеме, атаһы исеме | Тыуған йылы | Хаталы иҫәп йылы | Хаталы иҫәпкә ҡыҫҡаса мәғлүмәт | Үлгән йылы | Ҡыҫҡаса мәғлүмәт |
Абдрафиҡов Рәхимйән Абрафиҡ улы | __.__.1925 | __.__.1945 | хәбәрһеҙ юғалған, ябай уҡсы, 212 уҡсылар дивизияһы, 1945 йылда юғалған, Хәтер китабында 2020 йыл 30 октябрь архивланған. | ||
Ләмәҙтамаҡ һәм Ҡотош ауылдарының ҡушаматы — кәзә. Шуға күрә ләмәҙҙәрҙе кәзәләр тиҙәр. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ кешенең шәхси үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы береүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Каштан, Комрат, Әдүлф, Бәзек, Тартай, Өпөш, Будулай, Өстин, Япон, Шағыр, Ҡуян, Сәүкә, Тумбурлин (Дятел, Тумыртҡа), Әтәс, Ленин бабай, Ҡолдор, Йомай, Үрҙәк, Әртис, Тутбаш, …
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.