Remove ads

Зарипов Айрат Йәнсура (Янсур) улы (12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Башҡортостан Фәндәр Академияһында Фәлсәфә буйынса фәнни кәңәшмәнең ғилми сәркәтибе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара эштәр буйынса Советы эксперты[1], Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2013). Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙының улы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Ябырға

Биографияһы

Айрат Йәнсура улы Зарипов 1962 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған.

1979 йылда Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлай. 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1994 йылда Өфө дәүләт авиация техник университеты аспиратураһын тамамлай.

Хеҙмәт юлын 1986 йылда Оло Аҡа урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. 1987 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Башта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында ғилми хәҙмәткәр, музей һаҡлаусы баш хеҙмәткәр булып эшләй. 1995 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетының фәлсәфә кафедраһына эшкә күсә һәм элеге көнгә тиклем даими эшләй. Һуңғы эш дәрәжәһе — кафера мөдиренең фән буйынса урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 1997—2007 йылдарҙа «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең киң мәғлүмәт саралары бүлегендә мөхәррир булып эшләй.

Remove ads

Ғилми эшмәкәрлеге

Этнос-ара мөнәсәбәттәрҙең, этник аңдың һәм үҙаңдың теоретик проблемаларын, этноконфликтологияны, этник мәҙәниәтте, тел һәм мәғарифты, хәҙерге сит ил философияһын һәм уның ағымдарын тикшереү менән шөғөлләнә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 10 монография авторы.

Ғилми эштәре

  • Социальная структура и социальная стратификация. Уфа, 2009 (в соавторстве).  (рус.)
  • Этническое сознание и этническая идентичность. Уфа, 2009 (в соавторстве).  (рус.)
  • Этнополитическое движение как социальный феномен. Уфа, 2000 (в соавторстве).  (рус.)
  • Общие проблемы этногенеза и научная теория//Журнал социологии и социальной антропологии. 1999. Том II. Выпуск 4.  (рус.)
  • Грани этнической идентификации//Социальные исследования. 1997. № 8 (в соавторстве).  (рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанма

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads