Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 6 апрелендәге Ҡарарына ярашлы булдырыла. Орден статуты СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 5 майындағы Ҡарарына ярашлы раҫлана.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 6 апрель 1930 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | красная звезда[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Халыҡтар Дуҫлығы ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» I степени[d] һәм орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР»[d] |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | көмөш |
Һаны | 3 876 742 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары |
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Викимилектә |
Артабан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү мәсьәләләренә СССР-ҙың Ордендар тураһында дөйөм положениеһы (СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙар Советы һәм Үҙәк Башҡарма Комитетының 1936 йылдың 7 майындағы Ҡарары), СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге, 1946 йылдың 26 февралендәге, 1947 йылдың 15 октябрендәге һәм 1947 йылдың 16 декабрендәге Указдары менән үҙгәрештәр һәм аныҡлауҙар индерелә. СССР-ҙың Юғары Светы Президиумының 1980 йылдың 28 мартындағы Указы менән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены статуты яңы редакцияла раҫлана.
Орден статуты бер нисә тапҡыр үҙгәрә.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һуғыш ваҡытында ла, тыныс тормош барышында ла СССР-ҙы обороналау һәм дәүләт именлеген тәьмин итеү эшендә ирешкән ҡаҙаныштар өсөн бүләкләү маҡсатында булдырылған.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгәндәр:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән сит илдәр хәрбиҙәре лә бүләкләнгән.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырылған:
1944 йылдың 4 июненән сентября 1957 йылдың 14 сентябренә тиклем осорҙа Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ Флотында, эске эштәр һәм дәүләт именлеге органдарында 15 йыл эшләгәне өсөн тапшырылған.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы осорҙа хеҙмәт бурысын үтәгән саҡта һәләк булған хәрбиләштерелгән янғынғанға ҡаршы хеҙмәтенең һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының хеҙмәткәрҙәренҠыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү ғәҙәти күренеш була. Орден һәм орден китабы һәләк булыусының туғандарына тапшырылған.
Шулай уҡ сапёрҙарҙы наградлау осраҡтары билдәле (мәҫәлән, 1967 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән сапёрҙар майор В. Зайцев һәм өлкән лейтенант А. Спиридонов, улар 1966 йылда сигенгән немец ғәскәрҙәре Заполярьела 1944 йылда ҡалдырып киткән 3,5 мең артиллерия снарядтары һәм миналар булғанбоеприпастар складын миналарҙан таҙарталар[1].
Локаль бәрелештәр һәм Афған Һуғышы барышында Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән хәрби бәрелештәрҙә уртаса ауырлыҡтағы яраланған, ҡаты яраланған һәм ҡаты контузия алған бөтә совет хәрби хеҙмәткәре бүләкләнә.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү СССР-ҙың Оборона министрлығы, СССР-ҙың Эске эштәр министрлығы, СССР-ҙың Дәүләт именле комитеты тәҡдимдәре буйынса башҡарылған.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены күкрәктең уң яғында йөрөтөлә, башҡа ордендар булған саҡта 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орденынан һуң урынлаша. 1943 йылдың йәйенә тиклем күкрәктең һул яҡында йөрөтөлгән.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ҡуйы ҡыҙыл эмаль менән сылатылған биш осло йондоҙҙан ғибәрәт.
Ордендың уртаһындағы ҡалҡан эсендә ҡулында мылтыҡ тотҡан, буденовка һәм шинель кейгән ҡыҙылармеец фигураһы һүрәтләнгән. Ҡалҡандың туғынында «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» яҙыуы урынлаштырылған, туғындың аҫҡы өлөшөндә — «СССР» яҙыуы. Ҡалҡан аҫтында — ураҡ һәм сүкеш һүрәте. Ҡалҡан, ҡыҙылармеец һүрәте, яҙыу, ураҡ һәм сүкеш, шулай уҡ йондоҙҙоң ситтәре — оксидланған.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены көмөштән эшләнә. Орденда көмөш күләме — 27,162±г 1,389 (1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата). Ордендың дөйөм ауырлығы — 33,250±г 1,620.
Йондоҙ остарының араһы — 47-50 мм (сығарыу йылына бәйле). Йондоҙ үҙәге һәм эмаль сатҡыларының осона тиклем — 26-27 мм тәшкил итә.
Артҡы яғында орденды кейемгә беркетә торған гайка менән бормалы штифт бар.
Ордендың таҫмаһы — сейә ҡуйы төҫтәге ебәк муар таҫмаһы, уның уртаһынан һоро һыҙат үтә. Таҫманың киңлеге — 24 мм, һыҙаттың киңлеге — 5 мм .
1935 йылда Ҡыҙыл Армияһының уставы үҙгәртелә, һәм штык атакаһында яугирҙың позицияһы үҙгәрә. Башта ҡыҙылармеец тамашасыға йөҙө менән һүрәтләнгән була, ә 1936 йылдан алып ордендағы ҡыҙыармеец, РККА-ның яңы уставына ярашлы, уңға боролған була, шулай уҡ уның аяҡтарында силғаулы ботинкалар урынына итектәр була[2]
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән ҡабаттан бүләкләү мөмкин: 4 кеше 6 тапҡыр, 30 кеше — 5 тапҡыр, 150-нән ашыу кеше — 4 тапҡыр, 1000-дән ашыу кеше — 3 тапҡыр орден менән бүләкләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.