Remove ads
Дыуан районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia
Мәсәғүт (рус. Месягутово) — Башҡортостандың Дыуан районындағы ауыл. Район үҙәге. Мәсәғүт ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 10883 кеше[3].
Ауыл | |
Месягутово башҡ. Мәсәғүт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Ауыл биләмәһе башлығы |
Ширяев Алексей Васильевич[1] |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 34798 |
Почта индексы |
452530 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Мәсәғүт ауылы Әй буйында, Өфөнән төньяҡ-көнсығышҡа табан 233 километр һәм Һилейә (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 75 километр алыҫлыҡта, Кропачёво (Силәбе өлкәһе) — Мәсәғүт—Ачит автомобиль юлында урынлашҡан[4].
Мәсәғүт ауылына Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылғы керҙәшлек килешеүе нигеҙендә Себер губернаһы дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һалған[5].
1753, 1798, 1810 йылдарҙа шул уҡ керҙәшлек шарттары менән Мәсәғүткә крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп урынлашҡан.
1842 йылда 100 хужалыҡҡа 300 ат, 400 баш һыйыр малы, 685 һарыҡ, 55 кәзә һәм 50 сусҡа тура килгән[6].
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1784 | Һарт улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | 7-се йорт | 4-се Загорный Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Троицк өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Өфө өйәҙе Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Һикәяҙ улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Үрге Ҡыйғы биләмәһе | Дыуан-Ҡошсо кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы (Бәләкәй Башҡортостан) | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
2008 | Мәсәғүт ауыл Советы | Дыуан районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
1865 йылда Мәсәғүттәге 123 йортта 931 кеше йәшәгән. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, йылға судноларында эшләгәндәр. Сиркәү, училище, 20 сауҙа кибете булған, йәрминкәләр үткәрелгән.
XIX быуат аҙағында 253 йорттоң 4-һе емерек булған. Малға аҙыҡ етмәгән. 4 тимерлеге, 2 ағас эше оҫтаханаһы булған, шорниктары (2), тегенселәр (2), итекселәр (3) булған. Дүшәмбе баҙарҙары, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән, 20 кибет эшләгән. Мәсәғүт һәм Һарт ауылдарында үҙ аҡсаларына таш сиркәү төҙөгәндәр. Әммә 1893 йылда өс өйәҙҙәге сиркәү эштәренә күҙәтеү яһаған епископ Дионисий был ауылдарҙың халҡы «ялҡаулығы арҡаһында тәүбә итергә һәм йән таҙарыныуына ынтылмай», ғибәҙәтханаға йөрөүҙә әүҙем булмай.
Һарт ауылында 70 хужалыҡта 210 баш йылҡы, 280 һыйыр, 305 һарыҡ, 25 кәзә һәм 50 сусҡа тотҡандар. Мал утлауҙары 246 дисәтинәгә яҡын тәшкил иткән, уларҙың яртыһы һыубаҫар туғайҙарҙа булған. Сәсеү әйләнеше системаһыҙ була. 1870-се йылдарҙан башлап ҡына баҫыуҙарға ашлама индерелә башлай. Ауылда 13 һуҡҡыс булған, 83 хужалыҡтың һәр береһенә берәр елгәргес тура килгән. Ике йорт хужаһының тирмәндәре булған.
1905 йылда земство мәктәбе теркәлгән.
1906 йылда Мәсәғүт ауылында улус идараһы урынлашҡан булған, шулай уҡ сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 министрлыҡ мәктәбе, земство дауаханаһы, шарап, һыра, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән.
1922—1930 йылдарҙа Мәсәғүт ауылы Мәсәғүт кантонының административ үҙәге.
Мәсәғүт ауылының үҫеше тураһында халыҡ һанындағы үҙгәрештәр буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин.
Мәсәғүт («Исҡаҡ») ауылы тирәләй 298 йәнгә бүлеп бирелгән һөрөнтө ерҙәр була. Кәртәләп алынған баҫыуҙарҙа — өс баҫыулы сәсеү әйләнеше, ә ҡалғандарында — системаһыҙ сәсеү әйләнеше ҡулланыла. Яландарҙы XIX быуаттың 70-се йылдары аҙағында ғына ашлай башлағандар. Ауылда 30-ар ашлыҡ һуҡҡыс һәм елгәргес булған.
1875 йылда бер класлы министрлыҡ училищеһы асыла, унда XIX быуаттың 90-сы йылдары башында 49 малай һәм 22 ҡыҙ уҡыған.
XIX быуат аҙағында 253 йорттоң 4-һе емерек булған. Ауыл халҡының малдарына етерлек аҙығы етмәгән. 4 тимерлек, 2 ағас эше оҫтаханаһы, 2 тире һәм күн оҫтаһы (шорник), 2 тегенсе, 3 итексе булған. Дүшәмбе һайын баҙар, йылына 2 тапҡыр йәрминкәләр үткәрелгән, 20 кибет эшләгән.
1907—1918 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында тәүге 5 класлы ауыл ҡатын-ҡыҙҙары прогимназияһы эшләй, унда 1910 йылда — 147 кеше, 1915 йылда 187 ҡыҙ уҡыған[7][8].
Бөгөн район үҙәге Мәсәғүттә 12 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Төньяҡ-көнсығыш электр селтәрҙәре, кирбес заводы, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы эшләй.
Мәсәғүт педагогия колледжы, күп профилле колледж, 1-се лицей, Тимер Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты, гимназия, биш балалар баҡсаһы, балалар музыка мәктәбе, Пионерҙар йорто, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ), үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, Мәҙәниәт йорто (өс халыҡ үҙешмәкәр художество коллективы), мәсет, сиркәү бар[9].
2023 йылдың февралендә ауылда Өфө медицина колледжының филиалы асылды. Унда шәфҡәт туташы һөнәренә 25 уҡыусы өйрәнә, киләсәктә махсус урта уҡыу йортона ҡабул ителеүселәр һаны арттырыласаҡ[10].
Мәсәғүт ауылы халҡы иҫәбенә Зарека, Кувалдино, Һарт ауылы халҡы инә. Мәсәғүт ауылында урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 3600 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 2300 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 2900 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 8400 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 10500 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 10883 | 4935 | 5948 | 45,3 | 54,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Һәм тағы 72 урам.
Тауҙар:
Урмандар:
Йылғалар:
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Тарихи ҡомартҡы: Ауыл янында Мәсәғүт тораһы урынлашҡан.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.