Һилейә (ҡасаба)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Һилейә (рус. Сулея) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһе Һатҡы районында урынлашҡан ҡала тибындағы ҡасаба, Һилейә ҡала биләмәһенең административ үҙәге. Һилейә һырты атамаһынан алған.
Remove ads
Халҡы 3183 кеше (2010 йылғы халыҡ иҫәбе)[22].
Өлкәнең көнбайышында Һатҡынан 19 км йыраҡлыҡта. Өфө — Силәбе тимер юлы һыҙатында шул исемле станцияһы бар.
Remove ads
Этимологияһы
Атама буйынса бер нисә фараз бар. П. С. Паллас һыртты Силиас тип яҙып алған. Геолог Г. Розела — Силия һырты, икенсе варианттар — Сулия, Сулея. Был атамаларҙың тамыры башҡорт теленән: «hилейә», «hил» — тымыҡ, «уя, уяҙ» — үҙән. Тын үҙән[23]. Һилейә Башҡортостан яғынан килеп сығып Әйгә ҡойған Һилеяҙ тигән йылға атамаһынан алынған булыуы ихтимал тип фараз итә Фонотов Михаил Саввич — Көньяҡ Уралдың танылған журналисы, яҙыусы[24]
Remove ads
Тарихы

Ҡасаба 1889—1890 йылдарҙа Өфө-Златоуст тимер юлы һалына башлау сәбәпле барлыҡҡа килә.
Ҡала тибындағы ҡасаба статусы — 1950 йылдан.
Һилейә, Үрге Ҡыйғы ауылдарында сәйәси золом ҡорбаны — күренекле башҡорт яҙыусыһы Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы һөргөндә йәшәй. Ул был төбәктең ауыҙ-тел ижадын өйрәнә, ат ҡараҡтарының төрлө мажаралары тураһындағы хикәйәттәр ишетә. Һәм «Мораҙым» повесын яҙа.
Салауат районы Сүрәкәй ауылында, мәҫәлән, Сәйфелмөлөк исемле, Урмансыла ла, мажараларын әкиәт итеп һөйләрлек ат ҡараҡтары булған, тип һөйләп ҡалдырған ата-бабалар.
Remove ads
Тарихи урындар
Һилейә ҡасабаһының Киров урамы ситендә, тимер юл вокзалынан төньяҡ-көнсығыышҡараҡ бик ныҡ итеп һалынған мөһабәт стена ҡалҡып күренә. Стенала аҡланған ярымтүңәрәк арҡа формаһындағы уйым ҡалдыҡтары күренә. Хәҙерге көндә уға терәп һарай һалынған. Урындағы халыҡ был Һилейә күсереү төрмәһенән ҡалған бер фрагмент тип һөйләй. Революцияға тиклем унда этап буйлап оҙатылыусы каторжандарҙы ябып тотҡандар. Бәғзеләре төрмә Беренсе Май урамында торған һәм уның эҙе лә ҡалмаған тип һөйләй, ә стена – ул боронғо икмәк бешереү бинаһы ҡомартҡыһы ти.
Һилейәнең тағы бер иҫтәлекле урыны — революцияға тиклем төҙөлгән тоҙ келәте бинаһы. Келәт тимер юл вокзалы ҡаршыһында Ленин урамында урынлашҡан[25].
Билдәле шәхестәре
- Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы (11.04.1959), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалында кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2000)[26].
Халҡы
Иҡтисады
Элеваторы булған, ҡатнаш мал аҙығы заводы бар.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads