Remove ads
башҡорт яҙыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Һәҙиә Дәүләтшина | |
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бөрө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы-прозаик |
Ижад йылдары: |
1926—1952 |
Йүнәлеше: |
проза |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Дебют: |
«Һылыуҡай — пионерка», 1926 |
Премиялары: | |
Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, Мөхәммәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.
Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .
1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.
1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. 1924—1925 йылдарҙа Педагогия институты рабфагында уҡый.
1932 йылда Редакторҙар әҙерләү буйынса Мәскәү институтында белем ала.
1934 йылда 1-се СССР яҙыусыларҙың съезында делегат булып ҡатнаша.
1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.
1936 йылда Минск ҡалаһында үткән яҙыусыларҙың 3-сө Пленумында ҡатнаша. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың ғәҙәттән тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана.
1937 йылдың 20 ноябрендә Ватанға хыянат итеүсенең ғаилә ағзаһы булараҡ ҡулға алына һәм НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе тарафынан 5 йылға иркенән мәхрүм ителә.
1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темников лагерҙарында ултыра.
1954 йылдың 5 декабрендә — Бөрө ҡалаһында үпкә ауырыуынан вафат була.
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде [1]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.