Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө:, Тыуған урыны: ...
Гүзәл Ситдиҡова
Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы
Файл:Guzal Sitdikova 55.jpg
Тыуған көнө:

10 июль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (72 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2022)

Ябырға

Биографияһы

Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.

Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
  • 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
  • Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы.
  • 2004—2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.

Ижады

Гүзәл Ситдиҡова тиҫтәнән ашыу китап авторы.

«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, Википедияның башҡорт телендәге бүлеге үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.

2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[2][3].

Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде[1][4][5].

Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды[6].

2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[7]

Мемориалдағы тәржемәһе

Өфөләге «Ҡайғылы әсә» мемориалында уйылған шиғырҙың башҡортсаға тәржемәсеһе. Тәржемә итеүенең тарихын ул «Хәтер тере тотҡан саҡта» тигән мәҡәләһендә бәйән итә[8]:

Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:

— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.

Мин уңайһыҙланып киттем:

— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…

Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:

— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!:

А нам с тобой не повезло:
К любимым нам не возвратиться.
Но матери всему назло
В толпе все ищут наши лица.
Все ждут, что мы придем домой,
Привычно постоим у двери.
Что мы убитые с тобой —
Они до смерти не поверят.
Вы верьте, мамы, мы живем,
Совсем вы нас не хороните.
Мы в добрых снах домой придем,
Вы только ждите, ждите, ждите…
Придем, обнимем нежно вас.
И слезы радости прольются.
Пускай не сами в этот час,
Пусть души наши к вам вернутся.

Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.

Китаптары

Башҡорт телендә

1. Текетек: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1994. — 16 б.
2. Бүрене еңгән бәрәс: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1999. — 24 б.
3. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо — мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. — Өфө: «Виртуал», 2002. — 79 б.
4. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
5. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
6. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө: Полиграфдизайн, 2006. — 11 б.
7. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
8. Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары: шиғырҙар. — Өфө: РУНМЦ МОРБ, 2010. — 136 б.
9. Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 112 б.
10. Гузаль Ситдыкова. Биобиблиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2012 (баш.) (рус.)
11. Йәннәт баҡсаһы. Юлъяҙмалар. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
12. Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ. Балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2014. — 154 б.
13. Г. Ситдиҡова. Ағып килә мәңгелек: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап. 2019. — 400 бит. ISBN 978-5-295-07217-8
14. Г. Ситдиҡова. Мин донъяны өйрәнәм. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041457-8-4
15. Г. Ситдиҡова. Ана килә бәпәй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041458-0-7
16. Г. Ситдиҡова. Өшөрә менән Айытҡужа әйтеше. Беренсе "Байыҡ сәсән"конкурсы — Өфө: ЯСЙ «Беренсе типография». 2022. — ISBN 978-5-6047572-6-0

Йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре

13. Июль ҡайтҡан; Далаларҙа: (шиғырҙар)// Йәш көстәр: шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984. — Б. 97—98
14. Шиғырҙар// Ете шишмә: шиғырҙар. — Өфө, 1988. — Б. 31—52
15. Муйылдар (хикәйәләр)//Мөхәббәткә хөкөм юҡ: повестар, хикәйәләр, юморескалар һәм пьесалар. — Өфө, 1997. — Б. 211—250
16. Ай һәм Ҡояш: (шиғырҙар)// Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө, 2001. — Б. 735—736
17. Туған тел: (шиғыр)// Халҡым теле — хаҡлыҡ теле. — Өфө, 2005. — Б. 117
18. Кем мин?: (шиғырҙар)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М., 2008. — С. 498—505
19. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә тотҡан урыны.// Статус и роль женщины в современном мире. — Өфө, «Ғилем», 2011—106—110 бб.

Рус телендә

20. Соловьиная ива: (стихи)// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа, 2007. — С. 389—390
21. Кто я?: (стихи)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М. — С. 498—505
22. Круговорот. Стихи. — Бельские просторы, 2014. — № 7. — с. 3—9
23. Возрождение традиций (о чаепитии) — Чай — дело тонкое (Автор-составитель В. Баюканский) — М.:ИПО «У Никитских ворот», 2015. — 416 с. — с. 61-68

Башҡортсаға тәржемәләр

  • Андерсен Г. Х. Стойкий оловянный солдатик //Книга для чт. для 1 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 41—48.
  • Андерсен Г. Х. Гадкий утенок //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Дюймовочка //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
  • Андерсен Г. Х. Снежная королева//Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 33—54.
  • Андерсен Г. Х. Дикие гуси //Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 55—74.
  • Андерсен Г. Х. Сказки и истории (на баш. яз.) пер. Г. Ситдыковой ISBN 978-5-903622-51-1 — Уфа: Инеш, 2015. — 188 страниц
  • Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-13 978-1-78201-201-6; ISBN-10-1-78201-201-X
  • Ҡыҙыл ләлә булып балҡырмын (ҡалмыҡсанан тәржемә) — М. Хонинов. Стану красным тюльпаном. — Элиста: КалмНЦ РАН,2021. — с.50-55. — ISBN 978-5-906881-76-2

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

Әҙип һәм уның әҫәрҙәре хаҡында

  • Туғыҙбаева Ф. «Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…» «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[12].
  • Баһуманова М. Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды. Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8[13].
  • Ғилманов Д. Исемдәр есемгә тап килһен! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь[14].
  • Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 10 июнь[15].
  • Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018, 10 ғинуар[16]
  • Ҡотоева Г. «Ғүмерем зая үтмәһен тип йәшәйем» Башҡортостан ҡыҙы, 2021, № 2[17].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.