Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10 июнь 1952 йыл) — башҡорт шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы ХII саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (1995—2008), Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы (2011—2012), Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—2011), Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлектәре ағзаһы (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2017)[1]. 2012 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире.
Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө:, Тыуған урыны: ...
Ябырға
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова 1952 йылдың 10 июнендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Инйәр ауылында тыуған. Йөйәк һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, Белорет педагогия училищеһын, 1980 йылда Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын тамамлай.
Хеҙмәт юлын Белорет ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәптә тәрбиәсе булып башлай. Артабан Белорет районы һәм ҡала гәзите «Урал»дың мөхәррире булып эшләй.
- 1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
- 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының 1-се, 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була.
- Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылышы Йәмәғәт Палатаһы ағзаһы.
- 2004—2011 йылдарҙа республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтен етәкләй.
Гүзәл Ситдиҡова тиҫтәнән ашыу китап авторы.
«Ағинәйҙәр ҡоро» хәрәкәтендә ҡатнаша, Википедияның башҡорт телендәге бүлеге үҫешенә күп көс һала: даими рәүештә мәҡәләләр яҙа, төҙәтмәләр индерә; Викикитапхана, Викиһүҙлек, Викиөҙөмтә Инкубатор проекттарын тулыландыра.
2017 йылда «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан яҙыусының «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителде[2][3].
Республика Башлығы указына ярашлы, 2017 йылда Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ» (шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. — 156 бит) китабы өсөн ете дәғәүәсе араһынан яҙыусы һәм тәржемәсе Гүзәл Ситдиҡоваға бирелде[1][4][5].
Гүзәл Ситдиҡова «ЛиФФт-2017» Бөтә Рәсәй әҙәби фестивалдәр фестивале конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Ул Марина Цветаеваның «Принц һәм аҡҡоштар» һәм «Иҫке Мәскәүҙең өйҙәре» шиғырҙарын тәржемә иткәне өсөн беренсе урынды алды[6].
2021 йылдың 27 майында әҙип Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде[7]
Өфөләге «Ҡайғылы әсә» мемориалында уйылған шиғырҙың башҡортсаға тәржемәсеһе. Тәржемә итеүенең тарихын ул «Хәтер тере тотҡан саҡта» тигән мәҡәләһендә бәйән итә[8]:
Көтмәгәндә килеп сыҡты был хәл. Ул ваҡытта Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты инем. Бер көн хеҙмәттәшем Дмитрий Николаевич Купцов килеп инде. Ул афған һуғышында булған, эске ҡораллы конфликттарҙа, Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға социаль ярҙам күрһәтеү фонды рәйесе ине. Миңә ҡағыҙ һондо:
— Гүзәл Рамаҙановна, һәйкәл асырға йөрөйбөҙ, унда ошо шиғыр яҙылырға тейеш. Тәржемә итеп бирегеҙ инде, зинһар.
Мин уңайһыҙланып киттем:
— Дмитрий Николаевич, һәйкәл бит — бик етди ҡомартҡы! Был эште беҙҙең күренекле шағирҙарға тәҡдим итеү дөрөҫөрәк булыр…
Ул хәрбиҙәргә хас ҡәтғилек менән өҙөп кенә яуапланы:
— Юҡ, беҙ хәл иттек инде — уны һеҙ тәржемә итергә тейеш! Кисектермәгеҙ, сөнки асыу ваҡыты билдәләнгән, рәссамға һуңламай эшкә тотонорға кәрәк!:
А нам с тобой не повезло:
К любимым нам не возвратиться.
Но матери всему назло
В толпе все ищут наши лица.
Все ждут, что мы придем домой,
Привычно постоим у двери.
Что мы убитые с тобой —
Они до смерти не поверят.
Вы верьте, мамы, мы живем,
Совсем вы нас не хороните.
Мы в добрых снах домой придем,
Вы только ждите, ждите, ждите…
Придем, обнимем нежно вас.
И слезы радости прольются.
Пускай не сами в этот час,
Пусть души наши к вам вернутся.
|
Яҙмаған беҙгә бәхеттәр:
Беҙ — һөйөлөп туймағандар.
Тик әсәләр һаман көтә,
Өмөттәрен юймағандар.
Һиҫкәнәләр, беҙҙер тиеп,
Елдәр ҡаҡһа ишек-ҡапҡа,
Улым тере, тере, тиеп,
Ышанмайса «ҡара» хатҡа.
Хәтерҙәрҙә йәшәгәндә
Ябылмаҫтар ҡайтыр юлдар,
Татлы төштәргә инербеҙ —
Шәһит булып ҡалған улдар.
Талпынып, йәнебеҙ осор,
Әсәйҙәр, һеҙ ҡалған яҡҡа.
…Беҙҙе үлем ала алмай
Хәтер тере тотҡан саҡта.
|
Башҡорт телендә
- 1. Текетек: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1994. — 16 б.
- 2. Бүрене еңгән бәрәс: шиғри әкиәт. — Өфө: Китап, 1999. — 24 б.
- 3. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо — мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. — Өфө: «Виртуал», 2002. — 79 б.
- 4. Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. — Өфө: Китап, 2002. — 240 б.
- 5. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө: Полиграфдизайн, 2005. — 102 б.
- 6. Йәш ғаиләгә нәсихәттәр. — Өфө: Полиграфдизайн, 2006. — 11 б.
- 7. Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.
- 8. Ҡыштарҙың да бар бит үҙ ҡоштары: шиғырҙар. — Өфө: РУНМЦ МОРБ, 2010. — 136 б.
- 9. Машина ниңә «дүрт-дүрт», ти: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө: Китап, 2010. — 112 б.
- 10. Гузаль Ситдыкова. Биобиблиографический указатель. — Уфа: Нац. Б-ка им. З. Валиди, 2012 (баш.) (рус.)
- 11. Йәннәт баҡсаһы. Юлъяҙмалар. Шиғырҙар. — Өфө: Уфимский полифграфкомбинат ДУП. 2014. — 232 бит (баш.)
- 12. Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ. Балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр. — Өфө: Китап, 2014. — 154 б.
- 13. Г. Ситдиҡова. Ағып килә мәңгелек: шиғырҙар, поэмалар. — Өфө: Китап. 2019. — 400 бит. ISBN 978-5-295-07217-8
- 14. Г. Ситдиҡова. Мин донъяны өйрәнәм. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041457-8-4
- 15. Г. Ситдиҡова. Ана килә бәпәй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн шиғырҙар — Өфө: Инеш. 2020. — 26 бит. ISBN 978-5-6041458-0-7
- 16. Г. Ситдиҡова. Өшөрә менән Айытҡужа әйтеше. Беренсе "Байыҡ сәсән"конкурсы — Өфө: ЯСЙ «Беренсе типография». 2022. — ISBN 978-5-6047572-6-0
Йыйынтыҡтарҙа баҫылған әҫәрҙәре
- 13. Июль ҡайтҡан; Далаларҙа: (шиғырҙар)// Йәш көстәр: шиғырҙар, хикәйәләр. — Өфө, 1984. — Б. 97—98
- 14. Шиғырҙар// Ете шишмә: шиғырҙар. — Өфө, 1988. — Б. 31—52
- 15. Муйылдар (хикәйәләр)//Мөхәббәткә хөкөм юҡ: повестар, хикәйәләр, юморескалар һәм пьесалар. — Өфө, 1997. — Б. 211—250
- 16. Ай һәм Ҡояш: (шиғырҙар)// Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө, 2001. — Б. 735—736
- 17. Туған тел: (шиғыр)// Халҡым теле — хаҡлыҡ теле. — Өфө, 2005. — Б. 117
- 18. Кем мин?: (шиғырҙар)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М., 2008. — С. 498—505
- 19. Мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡатын-ҡыҙҙың ғаиләлә тотҡан урыны.// Статус и роль женщины в современном мире. — Өфө, «Ғилем», 2011—106—110 бб.
Рус телендә
- 20. Соловьиная ива: (стихи)// Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков. — Уфа, 2007. — С. 389—390
- 21. Кто я?: (стихи)// Из века в век. Башкирская поэзия. — М. — С. 498—505
- 22. Круговорот. Стихи. — Бельские просторы, 2014. — № 7. — с. 3—9
- 23. Возрождение традиций (о чаепитии) — Чай — дело тонкое (Автор-составитель В. Баюканский) — М.:ИПО «У Никитских ворот», 2015. — 416 с. — с. 61-68
Башҡортсаға тәржемәләр
- Андерсен Г. Х. Стойкий оловянный солдатик //Книга для чт. для 1 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 41—48.
- Андерсен Г. Х. Гадкий утенок //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
- Андерсен Г. Х. Дюймовочка //Книга для чт. для 2 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — 152 с.
- Андерсен Г. Х. Снежная королева//Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 33—54.
- Андерсен Г. Х. Дикие гуси //Книга для чт. для 3 кл.. пер. Г. Ситдиковой. — Уфа: Инеш, 2013. — С. 55—74.
- Андерсен Г. Х. Сказки и истории (на баш. яз.) пер. Г. Ситдыковой ISBN 978-5-903622-51-1 — Уфа: Инеш, 2015. — 188 страниц
- Л. Кэрролл. Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары. (Башҡортсаға Г. Ситдиҡова тәржемәһе) — Evertype (Ирландия), 2017. — 129 с. — ISBN-13 978-1-78201-201-6; ISBN-10-1-78201-201-X
- Ҡыҙыл ләлә булып балҡырмын (ҡалмыҡсанан тәржемә) — М. Хонинов. Стану красным тюльпаном. — Элиста: КалмНЦ РАН,2021. — с.50-55. — ISBN 978-5-906881-76-2
- Туғыҙбаева Ф. «Күк иңләргә тауҙар өйрәтте…» «Башҡортостан» гәзите, 2017, 1 март[12].
- Баһуманова М. Гүзәлдең әйткәне күңелдә ҡалды. Шағирәнең «Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым» китабын уҡығанда тыуған уйҙар. «Ағиҙел» журналы, 2016, № 8[13].
- Ғилманов Д. Исемдәр есемгә тап килһен! «Башҡортостан» гәзите, 2015, 9 декабрь[14].
- Оставаясь самим собой (К юбилею литератора и общественного деятеля Гузели Ситдиковой). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2012, 10 июнь[15].
- Әлисәнең һәм Гүзәл Ситдиҡованың Сәйерстандағы мажаралары 2018, 10 ғинуар[16]
- Ҡотоева Г. «Ғүмерем зая үтмәһен тип йәшәйем» Башҡортостан ҡыҙы, 2021, № 2[17].
Решение Министра образования и науки Республики Башкортостан № 1300 от 07.06.2022 о награждении Г. Р. Ситдыковой Нагрудным знаком «Отличник народного образования»
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Статья в Башкирской энциклопедии, т.5
- Ситдыкова Гузаль Рамазановна// Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005. — стр. 271, 284, 294
- Ситдыкова Гузаль Рамазановна// По пути созидания. — Уфа, Галигиль, 2005. — стр. 31, 32
- Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2011. − 40 б.
- Гүзәл Ситдиҡова: биобиблиографик күрһәткес. — Өфө, Башҡортостан Республикаһы Ә. Вәлиди ис. Милли китапханаһы, 2012. — 58 б.
- Фәүзиә Латипова. Донъяны биҙәй улар — Өфө, 2005. — 57—63, 142—149 б.