From Wikipedia, the free encyclopedia
Мордо́вия, Мордва Республикаһы[2] (моҡш., әрҙ. Мордовия Республикась) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[3].
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Мордовия
| |||||
| |||||
Башҡала |
Саранск | ||||
68-се | |||||
- Барлығы |
26 200 км² | ||||
- Барлығы |
▼ 826 624 (2010) 31,6 кеше/км² | ||||
Федераль округ |
Волга буйы федераль округы | ||||
Иҡтисади район |
Урал | ||||
урыҫ,моҡшо,әрҙә | |||||
Хөкүмәт башлығы |
Николай Меркушкин | ||||
«Мордовия Республикаһы Гимны» (Шумбрат, Мордовия!) | |||||
13, 113 | |||||
RU | |||||
Сәғәт бүлкәте |
MSD[d], Европа/Москва[d][1] һәм UTC+3:00[d] | ||||
Бүләктәре: |
Мордва Республикаһы гимны | |
Помощь по воспроизведению |
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә урынлашҡан, Волга буйы федераль округына ҡарай. РСФСР составындағы автономиялы өлкә булараҡ 1930 йылдың 10 ғинуарында ойошторолған. Баш ҡалаһы — Саранск.
Юғары вазифалы кешеһе — республика башлығы.
Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Уның көнбайыш өлөшө Ока-Дон тигеҙлегендә, үҙәк һәм көнсығыш өлөшө Волга буйы ҡалҡыулығында урынлашҡан. Түбәнге Новгород, Ульяновск, Пенза, Рязань өлкәләре һәм Сыуашстан менән сиктәш.
Республиканың майҙаны — 26,1 мең км², иң бейек нөктәһе — 324 м.
Мордовияла 114 йылға бар. Иң ҙурҙары: Исса ҡушылдығы менән Моҡша йылғаһы, Сивинь, Сатис, Вад һәм Алатырь, Инсар, Руднф ҡушылдыҡтары менән Сура йылғаһы. Мордовияла 500-ләп күл бар. Иң ҙурҙары Инерка, Татарка.
Климаты урта-континенталь, ғинуарҙа уртаса һауа температураһы −11 °C, июльдә +19 °C. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм ≈450-500 мм.
1919 йылда апрель—авгусында Саранскиҙа Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты һәм АСБР Хәрби комиссариаты эвакуацияла була; 1‑се, 2‑се Башҡорт кавалерия һәм 1‑се, 2‑се Башҡорт уҡсылар полктары ойошторола.
1928 йылдың 16 июлендә — Мордва округы (Урта Волга крайында) булараҡ ойошторолған;
1930 йылдың 10 ғинуарында — Мордва автоном өлкәһе;
1934 йылдың 20 декабрендә — Мордва Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы;
1991 йылдан — Мордва Совет Социалистик Республикаһы;
1993 йылдан — Мордва Республикаһы.
1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Мордва республикаһы араһында сауҙа‑иҡтисади һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Ике республика араһында сауҙа әйләнеше 2007 йылда 854 млн һум тәшкил итә. Башҡортостан предприятиелары — «Мордовцемент» «Саранск‑кабель» йәмғиәттәре, Саранскиҙағы приборҙар эшләү завод һәм механика заводтары, Мордва ижтимағи берекмәләре һәм Мордва милли‑мәҙәни автономияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Башҡортостанда «Умарина» дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле, Мордва Республикаһының «Келу» дәүләт ансамбле һәм Мордва дәүләт филармонияһы гастролдә булды.
Халыҡ — 834,8 мең кеше, шул иҫәптән 120 башҡорт (2010). Халҡының тығыҙлығы — 31,6 кеше/км². Халыҡтың 58,9 % ҡалала йәшәй. Милли составы (%): мордвалар — 40, урыҫтар — 53,1. Дәүләт телдәре — мокша, эрзя һәм урыҫ телдәре.
Халыҡ | 1939[4] | 1959[5] | 1970[6] | 1979[7] | 1989[8] | 2002[9] | 2010[10] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Урыҫтар | 719 117 (60,5 %) | 590 557 (59,0 %) | 606 817 (58,9 %) | 591 212 (59,7 %) | 586 147 (60,8 %) | 540 717 (60,8 %) | 443 737 (53,4 %) |
Мордвалар (Мокша+Эрзя) | 405 031 (34,1 %) | 357 978 (35,8 %) | 364 689 (35,4 %) | 338 898 (34,2 %) | 313 420 (32,5 %) | 283 861 (31,9 %) | 333 112 (40,0 %) |
Татарҙар | 47 386 (4,0 %) | 38 636 (3,9 %) | 44 954 (4,4 %) | 45 765 (4,6 %) | 47 328 (4,9 %) | 46 261 (5,2 %) | 43 392 (5,2 %) |
Башҡорттар | - | - | - | - | - | - | 120 |
Мордовия Республикаһы составында 7 ҡала һәм 22 муниципаль район иҫәпләнә.
№ | Муниципаль ойоштороу |
Административ үҙәге |
Халыҡ һаны | Майдан |
---|---|---|---|---|
1 | Ардатов районы | Ардатов | 28350 | 1192,5 |
2 | Атюрьево районы | Атюрьево | 9933 | 826,1 |
3 | Әтәш районы | Әтәш | 19476 | 1 095,8 |
4 | Оло Березники районы | Оло Березники | 13572 | 957,7 |
5 | Оло Игнат районы | Оло Игнат | 8439 | 834,2 |
6 | Дубёнки районы | Дубёнки | 13684 | 896,9 |
7 | Ельники районы | Ельники | 11917 | 1056 |
8 | Зубова Поляна районы | Зубова Поляна | 60532 | 2710 |
9 | Инсар районы | Инсар | 13707 | 968,6 |
10 | Ичалки районы | Кемля | 20793 | 1265 |
11 | Кадошкино районы | Кадошкино | 7706 | 618,6 |
12 | Ковылкино районы | Ковылкино | 48000 | 2015,7 |
13 | Кочкурово районы | Кочкурово | 10640 | 816,46 |
14 | Краснослободск районы | Краснослободск | 26521 | 1379,4 |
15 | Ләмбрә районы | Ләмбрә | 32883 | 852 |
16 | Рузай районы | Рузай | 66537 | 1089,5 |
17 | Ромоданово районы | Ромоданово | 20347 | 820,8 |
18 | Иҫке Шайгово районы | Иҫке Шайгово | 13604 | 1419,4 |
19 | Темников районы | Темников | 17397 | 1936,8 |
20 | Теньгушево районы | Теньгушево | 12494 | 845,94 |
21 | Тәрби районы | Тәрби | 21184 | 1128,92 |
22 | Чамзинка районы | Чамзинка | 31724 | 1009,5 |
Мордовиянең эре орама пункттар
№ | Ҡала | Халыҡ һаны | № | Ҡала | Халыҡ һаны | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Саранск | 297 425 | 11 | Инсар | 8 687 | |||||
2 | Рузай | 47 529 | 12 | Луховка | 8 638 | |||||
3 | Ковылкино | 21 347 | 13 | Ләмбрә | 8 457 | |||||
4 | Комсомольский | 13 513 | 14 | Явас | 7 917 | |||||
5 | Зубова Поляна | 10 310 | 15 | Темников | 7 247 | |||||
6 | Краснослободск | 10 151 | 16 | Олы Березники | 6 393 | |||||
7 | Чамзинка | 9 465 | 17 | Әтәш | 6 246 | |||||
8 | Ромоданово | 9 410 | 18 | Ельники | 5 905 | |||||
9 | Ардатов | 9 400 | 19 | Ялга | 5 672 | |||||
10 | Тәрби | 9 370 | 20 | Тургенево | 5 260 | |||||
2010 йылдың халыҡ иҫәбен алыу |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.