Remove ads
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Сибай — Башҡортостандың республика әһәмиәтендәге ҡалаһы, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында, Ирәндек тауҙары итәгендә урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең сәнәғәт һәм уҡыу-мәҙәниәт үҙәге.
Сибай | |
Сибай[1] | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1840 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Сибай[1] |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Сибай ҡалаһы ҡала округы[2] |
Административ-территориаль берәмек | Сибай ҡалаһы ҡала округы[2] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
61 266 кеше (1 ғинуар 2018)[3], 2400 кеше (1939)[4], 28 822 кеше (1959)[5], 37 000 кеше (1967)[4], 37 656 кеше (1970)[6], 40 294 кеше (1979)[7], 47 257 кеше (1989)[8], 48 400 кеше (1992)[4], 53 900 кеше (1996)[4], 55 400 кеше (1998)[4], 57 900 кеше (2000)[4], 58 900 кеше (2001)[4], 59 082 кеше (2002)[9], 59 100 кеше (2003)[4], 61 600 кеше (2005)[4], 62 900 кеше (2006)[4], 64 300 кеше (2007)[4], 65 200 кеше (2008)[4], 67 224 кеше (2009)[10], 62 763 кеше (2010)[11], 62 800 кеше (2011)[4], 62 911 кеше (2012)[12], 62 669 кеше (2013)[13], 62 562 кеше (2014)[14], 62 356 кеше (2015)[15], 61 534 кеше (2016)[16], 61 054 кеше (2017)[17], 61 344 кеше (2019)[18], 60 780 кеше (2020)[19], 56 514 кеше (2021)[20] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 360 метр |
Туғандаш ҡала | Сорғот[21] һәм Екатеринбург |
Майҙан | 154 км² |
Почта индексы | 453830–453849 |
Рәсми сайт | sibay.bashkortostan.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1925 |
Урындағы телефон коды | 34775 |
Сибай Викимилектә |
Өфө ҡалаһынан — 521 км, Силәбе ҡалаһынан — 362 км, Ырымбурҙан — 385 км, Екатеринбургтан — 600 км, Магнитогорсктан — 122 км, Гайҙан — 186, Орск ҡалаһынан 227 км алыҫлыҡта ята.
Ҡала рельефы тигеҙ һәм убалы-түбәле, абсолют билдәләр диңгеҙ кимәленән 335—383 м юғары урынлашҡан. Төньяҡтан көньяҡҡа иң ситке нөктәләр араһы — 9 км, көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 12 км тәшкил итә.
Сибай Башҡортостандың иң йәш ҡалалары араһында булһа ла, эргә-тирәлә табылған ҡомартҡылар борон-борондан бында кеше йәшәүен иҫбатлай. Хәҙерге Сибай ҡалаһы һәм яҡындағы Баймаҡ районы ерҙәрендә электән бөрйән, түңгәүер, ҡыпсаҡ ырыуҙары йәшәгән. Ҡала 8—9 быуаттарҙа телгә алынған бөрйән башҡорттарының аҫаба ерҙәренә ингән. Башҡорт шәжәрәләрендә яҙылғанса, Һаҡмар һәм Төйәләҫ йылғалары бассейнында Турахан күсмә тормош көткән (Артабан ул хәҙерге Өфө ҡалаһы янында йәшәгән. Турахан кәшәнәһе 14-15 бб. төҙөлгән, хәҙерге Шишмә районында урынлашҡан).
Сибай ҡалаһы тарихында ҙур урынды Сибай (Иҫке Сибай) ауылы тотоп тора. Уның тарихы 18 б. 70-се—80-се йылдарынан башлана. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһенең ейәне Ш. У. Сибаев властар һәм халыҡ яғынан яҡшы характеристика алған, сәсән һәм «Сибай» йырының авторы булған.
Сибай ҡалаһы XX быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Сибай баҡыр-цинк мәғдән ятҡылығын үҙләштерә башлау менән бәйле нигеҙләнгән. 1938 йылдан ул эшселәр ҡасабаһы, ә 1955 йылдан ҡала статусы ала.
Ҡалала 61 597 кеше йәшәй, Төйәләҫ ауылы менән бергә 62 471 кеше иҫәпләнә. Был мәғлүмәттәр 2005 йылдың 1 ғинуарына тура килә. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Сибай ҡалаһында (Төйәләҫ менән бергә) 60 144 кеше иҫәпкә алынған. Шуларҙың 48,7 — % башҡорттар, 38,7 % — урыҫтар, 8,9 % татарҙар тәшкил итә.
Сибай аша Магнитогорск — Ира федераль автомобиль юлы һәм Аҡъяр — Сибай — Асҡар — Сермән республика әһәмиәтендәге автомобиль юлы үтә.
Асыҡ һәм тигеҙ рельеф сәбәпле, йыл буйы ел тиҙлеге юғары: 5—7 м/сек, күбеһенсә көнбайыштан иҫә. Ҡалала континенталь климат, йәй уртаса йылы, ҡайһы саҡта эҫе, ҡоро, ҡыш һалҡын була. Йылдың уртаса яуым-төшөм кимәле — 300 мм, дымлы атлантик һауаһын Урал тауҙары туҡтата.
NASA мәғлүмәттәре буйынса Сибайҙа уртаса тәүлек һауа температураһы[22] | ||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноябрь | Декабрь | Йыл |
−13,0 °C | −13,0 °C | −8,0 °C | 3,0 °C | 14,0 °C | 20,0 °C | 21,0 °C | 19,0 °C | 12,0 °C | 3,6 °C | −6,0 °C | −12,0 °C | 3,0 °C |
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1939[23] | 1959[24] | 1967[23] | 1970[25] | 1979[26] | 1989[27] | 1992[23] | 1996[23] | 1998[23] |
2400 | ↗28 822 | ↗37 000 | ↗37 656 | ↗40 294 | ↗47 257 | ↗48 400 | ↗53 900 | ↗55 400 |
2000[23] | 2001[23] | 2002[28] | 2003[23] | 2005[23] | 2006[23] | 2007[23] | 2008[23] | 2009[29] |
↗57 900 | ↗58 900 | ↗59 082 | ↗59 100 | ↗61 600 | ↗62 900 | ↗64 300 | ↗65 200 | ↗67 224 |
2010[30] | 2011[23] | 2012[31] | 2013[32] | 2014[33] | 2015[34] | |||
↘62 763 | ↗62 800 | ↗62 911 | ↘62 669 | ↘62 562 | ↘62 356 |
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 269 Рәсәй Федерацияһының 1112[35] ҡалаһы араһында [36] 375-се урында була.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 53 %, урыҫтар — 35,6 %, татарҙар — 8,3 %, башҡа милләт вәкилдәре — 3,1 %[37].
Ҡаланың төп уҡыу йорттары:
Сибайҙа 14 дөйөм, 12 мәктәпкәсә, 3 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, 2 ҡала ситендәге балалар һауыҡтырыу лагеры эшләп килә.
Магнитогорск-Сибай (Көньяҡ Урал т. юлы, Башҡортостан Республикаһы территорияһы буйлап 110 км). Әбйәлил һәм Баймаҡ р ндары аша үтә. 1954 й. төҙөлгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.