Башҡортостандың халыҡ артисы From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡудашева Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы (15 май 1956 йыл) — бейеүсе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1995), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1989) артисы.
Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы Ҡудашева 1956 йылдың 15 майында Сибай ҡалаһында тыуған.
1971 йылда Сибайҙағы 7-се мәктәптә һигеҙ синыфты бөтөргәндән һуң Өфө ҡалаһының мәктәпкәсә педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уны 1974 йылда тамамлай.
1974—1975 йылдарҙа Сибай ҡалаһы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
1975 йылдың авгусында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә.
2009 йылда Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай (педагогы В. И. Панфёров).
1975 йылдан алып (өҙөклөктәр менән) Башҡорт филармонияһының балет артисы, 1978—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ейеүсеһе.
2012 йылдан башлап Өфөлә Һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгендә эшләй.
2017 йылдан йырсы Нәзифә Ҡадированың ижад төркөмөндә бейеүсе.
Сәнғәлә тыуҙырған бейеүҙәре хислелеге һәм сағыу темперамент менән айырылып торған, характер тыуҙырған бейеүсе. Репертуарында “Батмус менән бейеү”, “Йәшлек вальсы”, “Ҡабырсаҡ”, “Сәскәләр менән бейеү”, “Шаян килен”, шулай уҡ ғәрәп, корея, коряк, ҡалмыҡ, ҡытай, татар һәм башҡа донъя халыҡ бейеүҙәре бар.
“Октомбрия” (Кишинёв), “Октябрьский” (Санкт-Петербург), Мәскәүҙә “Рәсәй”, П.И.Чайковский исемендәге концерт залдарында, Эстрада театры сәхнәһендә сығыш яһай. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976) һәм ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнаша. Гастролдәрҙә булып, Рәсәй һәм сит илдәр (Голландия, Ҡытай, Перу, Сүриә, Финляндия һ.б.) сәхнәләрендә бейей. Бөтә Союз эстрада бейеүе фестивале лауреаты (Кишинёв, 1989) [1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.