Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Сибай гимназия-интернаты — Башҡортостандың Сибай ҡалаһындағы интернатлы уҡыу йорто.
Сибай гимназия-интернаты | |
Нигеҙләнгән |
1960 йыл |
---|---|
Директор |
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Бикбова Роза Хаммат ҡыҙы |
Тип |
дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы |
Адресы |
Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан, Сибай ҡалаһы |
Сибай мәктәп-интернатына 1960 йылда нигеҙ һалына.
1961 йылдың 1 мартында асыла.
1972 йылда 8 йыллыҡ мәктәп 10 йыллыҡҡа әүерелә.
1989 йылда 6 гимназия һәм сәнғәт класы асыла, шуларҙың «А» кластары — гуманитар, «Б» — ғәмәли математик, «В» — сәнғәт йүнәлешендәге кластар. 1991 йылда 10 йыллыҡ 11 йыллыҡҡа үҙгәртелә. Гимназияла юғары уҡыу йортона инеү өсөн уҡыусыларға әҙерлек өсөн йүнәлешле белем бирелә: гуманитар, ғәмәли математика һәм химия-физика, химия-биология.
1992 йылдың 30 ғинуарында мәғариф министры бойороғо менән мәктәп-интернат гимназия-интернатҡа әйләнә.
Сибай гимназия-интернатында Урал аръяғының Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Ейәнсура, Йылайыр, Бөрйән райондарынан һәм Ҡоролтай ҡарарҙарын бойомға ашырыу маҡсатында Силәбе, Ырымбур өлкәләренән йыл һайын барлығы 300-гә яҡын бала белем һәм тәрбиә ала.
«Иң яҡшы инновацион мәктәп — 2002», «Йыл мәктәбе — 2003» конкурстары еңеүсеһе.
2005 — «Балаларҙы туҡландырыуҙы яҡшы ойоштороусы мәктәп» республика конкурсында 1-се урын.
2006 — «Һаулыҡ һаҡлау һәм спорт эштәре яҡшы ойошторолған мәктәп» республика конкурсында 3-сө урын.
2008 — «Мәғариф» милли проекты гранты.
2009 — «Мәктәп-интернат, лицей, гимназия уҡыусылары араһында спартакиада» республика конкурсында 3-сө урын.
2010 — «Башҡортостанда иң яҡшы лагерь» балаларҙың ял һәм һауыҡтырыу смотр-конкурсында гран-при.
2011 — «Балалар һәм йәштәр ялын тәьмин итеүҙә фән һәм практика» фәнни-методик өлгөләр һәм программалар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты.
2013 — Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү мәктәптәре, гимназия, интернатлы лицей уҡыусылары араһында спартакиадала 2-се урын.
2014 — халыҡ-ара проект сиктәрендәге «Урал дуҫтарын йыя» (Ҡурған) конкурс фестивалендә 2-се урын.
2014 — Башҡортостан Республикаһының уҡытыу туған телдә алып барылған инновациялы дөйөм белем биреү ойошмалары слетында 1-се урын (еңеүсе).
2014 — «Хәүефһеҙ юл» республика конкурсында гран-при.
2015 — А. С. Макаренко исемендәге халыҡ-ара конкурста (Владимир ҡалаһы) 3-сө урын.
2016 — «Мәктәп китапханаһы үҫеше» гранты.
2018 — «Кит» ижади конкурсында (Анапа ҡалаһы) еңеүсе («Салтанат» бейеү ансамбле).
Сәфәрғәли Йәнтүрин — ғалим-ботаник, эколог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре.
Берйән Байымов — ғалим-фольклорсы, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы һәм журналист. Филология фәндәре кандидаты (1993). Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1987), яҙыусылар союзы ағзаһы.
Урал Ҡылысов — педагогика фәндәре кандидаты.
Илгиз Хәйруллин — атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ирек Кинйәбулатов — башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, журналист һәм публицист, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008).
Мәүлит Ямалетдинов — шағир, яҙыусы һәм ҡурайсы. 1983 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
Ҡадир Әлибаев — башҡорт шағиры, Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Лира Яҡшыбаева — башҡорт яҙыусыһы. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Зифа Баязитова — Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған һәм халыҡ артисы.
Таңсулпан Ғарипова-прозаик, драматург. Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2018)[1], Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006), Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994).
Гөлсөм Бикбулатова — Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артисы.
Альберт Салауатов — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Әхәт Мостафин — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2010—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
Шамил Сәлихов — химия фәндәре кандидаты.
Әлфирә Мажитова — философия фәндәре кандидаты.
Таңһылыу Ғәйнуллина — Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.
Тамара Илембәтова — Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы.
Әлнисә Алдырханова-Кәримова — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Сәлимә Сафа ҡыҙы Өмөтбаева — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Гөлнур Салауат ҡыҙы Баййегетова — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Камил Ишбулды улы Сирғәлин — физкультура уҡытыусыһы
Зөһрә Хәдит ҡыҙы Фәйзуллина — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Фатима Шәкир ҡыҙы Абдулмәнова — математика уҡытыусыһы
Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы Әбйәлилова — музыка уҡытыусыһы
Моратов Юлай Хәким улы — музыка уҡытыусыһы
Алдырханова Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.