Remove ads

Кәримова (Алдырханова) Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы (18 март 1963 йыл) — уҡытыусы, журналист, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.

Ҡыҫҡа факттар Гражданлыҡ, Тыуған көнө ...
Ябырға
Ҡыҫҡа факттар Тышҡы һүрәттәр ...
Ябырға

Биографияһы

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Алдырханова (Кәримова) Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Моҡас ауылында тыуған. Моҡас ауылы башланғыс мәктәбе, Төркмән урта мәктәбе, Сибай интернат-мәктәбендә белем алып, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында 1992 йылда беренсе булып башҡорт йәкшәмбе мәктәбен[1], «Юлдаш» башҡорт ойошмаһын аса.

Әлеге көндә Сибай гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

Ижады

Әлнисә Алдырханова ижад менән шөғөлләнә. Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы һәм Яҙыусылар союзы ағзаһы. Республика һәм Ҡала тормошонда, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһының эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 100-гә яҡын йырҙарҙың һүҙҙәре авторы

Китаптары һәм әҫәрҙәре

  • Салауат батыр — ил күрке, (2003 йыл, 2009 йыл)[2]
  • Өләсәйем һандығы (2008 йыл, 2019 йыл)[3][4]
  • «Гөлләмә», (2015 йыл)
  • «Үткәндәрҙән яҡты эҙ ҡала» (2010йыл)
  • Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре. (2014 йыл)
  • Интернатта нығый пар ҡанат. (2016 йыл)[5]
  • «Йырлы ғүмер — нурлы ғүмер» ()
  • «Атайсалдың ҡыйғыр бөркөтө» (2019 йыл)[6]
  • «Рәхмәт һиңә, мәктәбем» (2020 йыл)
  • «Сауап» (2019 йыл)[7]
  • «Быуындарҙан быуындарға күсер мираҫ» (2015 йыл)
  • «Ирәндектең аҫыл таштары» (2019)[8]
  • «Ирәндегем моңдар иле» (2021 йыл)
  • «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» (2022 йыл)[9],[10]
  • «Хәтер сылбыры» (2022 йыл)
  • Батырлыҡ тәңкәһе. // Ағиҙел.-2011.-№ 7[11]
  • Ҡойон.// Ағиҙел.- 2013.- № 1. (27 — 71-се биттәр)[12]
  • Мәкер. // Ағиҙел.-2017.- № 4
  • Сатирик хикәйәләр. // Ағиҙел. — 2018.- № 6
  • Тыматауҙа күк томан // Ағиҙел. — 2019.- № 1
  • Горбатая старуха // Бельские просторы — 2018.- № 5.№ 5.2018.[13]
  • Эшем эйәһе // «Йәншишмә» — 21 апрель, 2023[14]
  • «Шахтер», «Бәхилләшеү» хикәйәләре[15]
  • Thumb, 2023 йыл, 16 август Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова ижадынан бер шәлкем

Шиғырҙарына ижад ителгән йырҙар

  • Өй ҡояшы һин, әсәй — Рәмил Туйсин көйө, Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре[16]
  • Матур теләктәр — Рифат Йәмлехин көйө, Әлнисә Кәримова һүҙҙәре[17]
  • Төйәккәйем бер генәм (Әлнисә Алдырханова һүҙҙәре, Зөһрә Кинйәбулатова көйө)Уралиә Кинйәбулатова[18]
  • Ҡунаҡ йыры[19]
  • Салауат вариҫтары. Алдырханова һүҙ., Г.Баянова көйө[20]


Ижад иткән көйҙәре

  • Һуңғы ҡыңғырау — Әлнисә Алдырханова көйө, Гүзәл Баянова һүҙҙәре[21]
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы-2002» республика конкурсы лауреаты
  • Башҡортостан (2009, 2018) һәм Рәсәй милли мәғариф өҫтөнлөгө буйынса Грант яулаусы (2012, 2018)
  • Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре
  • «Тамаша-2013» журналы лауреаты
  • Салауат Галин исемендәге премия
  • «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» республика конкурсында «Ҡатын-ҡыҙ-ғалим» номинацияһы еңеүсеһе
  • «Ҡурай даны» республика телевизион конкурсында «Ижади шәхес тәрбиәләүсе» номинацияһы дипломы[22]
  • «Рәхмәтлемен һиңә, башҡорт теле уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүсеһе
  • Башҡортостан Башлығы гранты еңеүсеһе
  • Буранбай Исҡужин исемендәге ижад бәйгеһендә 2-се урын яулаусы
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.

Remove ads