From Wikipedia, the free encyclopedia
Муниципа́ль район[1] йәки муниципаль округ[2] — административ-территориаль берәмек, үҙ эсенә билдәле бер территорияла йәшәгән халыҡты ала. Ул территория тип ҡала, ауыл, ауылдарҙың ҙур булмаған төркөмө йәки ауыл районы атала.
Рәсәйҙә муниципаль район — муниципаль берәмектең бер төрө, ҡала, ауыл һәм ауыл ара территорияларын берләштергән урындағы уҙидаралыҡ органдарының формаһы[3].
Муниципаль райондың административ үҙәге булып урындағы инфраструктура һәм ғәҙәт буйынса билдәләнгән тораҡ пункты һанала. Бында муниципаль берәмектең вәкәләт органы ла урынлаша.
«Муниципаль район» һүҙбәйләнеше 2003 йылдың 6 октябрендә № 131-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында урындағы уҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында» федераль законды ҡабул иткәс, барлыҡҡа килә.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.