From Wikipedia, the free encyclopedia
Камалов Атлас Закир улы (рус. Камалов Атлас Закирович; 12 август 1950 йыл) — СССР, хужалыҡ һәм партия органдары ветераны, ғалим-агроном. 1991—1995 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2005).
Камалов Атлас Закир улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 август 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | Силәбе дәүләт педагогия университеты |
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы.[1]
Атлас Закир улы Камалов 1950 йылдың 12 авгусында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Милләте башҡорт, юғары белемле — 1979 йылда Силәбе педагогия институтын, 1986 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1972 йылда Күмертау педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Мәсәғүт педагогия училищеһының физкультура уҡытыусыһы булып башлай.
1975—1984 йылдарҙа КПСС-тың Мәсетле район комитетында инструктор, «Комсомолец» колхозының парком секретары, Мәсетле районында Фрунзе колхозы рәйесе.
1984—1990 йылдарҙа КПСС-тың район комитетында икенсе секретарь, артабан район халыҡ контроле комитеты рәйесе.
1990 йылдан халыҡ депутаттарының Мәсетле районы Советы рәйесе, Мәсетле районы хакимиәте башлығы. [2]
Мәсетле районы 239-сы Ләмәҙтамаҡ һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының һаулыҡ һаҡлау, ветеран һәм инвалидтар эше буйынса комиссия ағзаһы. [3]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.