Тәтешле районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Тәтешле районыmap

Тәтешле районы (рус. Татышлинский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. 1935 йылда ойошторолған. Административ үҙәге — Үрге Тәтешле ауылы. Районда 23 250 кеше (2016) йәшәй.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Тәтешле районы
Тәтешле районы
Байраҡ[d]
ThumbThumb
Нигеҙләү датаһы 31 ғинуар 1935
Thumb
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Үрге Тәтешле
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d] һәм YEKT
Халыҡ һаны 22 918 кеше (2017)[1]
Сиктәш Асҡын районы, Балтаc районы, Борай районы, Яңауыл районы һәм Пермь крайы
Майҙан 1376,16 км²
Почта индексы 4528ХХ
Рәсми сайт tatyshly.ru
Thumb
Урындағы телефон коды 34778
Thumb
 Тәтешле районы Викимилектә
Ябырға

Географияһы

Башҡортостан Республикаһының төньяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Пермь крайының Көйәҙе районы, көнсығышта — Башҡортостан Республикаһының Асҡын, көньяҡ‑көнсығышта — Балтас, көньяҡта — Борай, көнбайышта Яңауыл райондары менән сиктәш. Өфөнән 209 км, ә яҡындағы тимер юл станцияһы Көйәҙенән (Пермь крайы) 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Район Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә урынлашҡан. Климаты континенталь, дымлылығы етерлек дәрәжәлә. Райондың көнсығыш ситенән Йоҡ ҡушылдығы менән Тере Танып йылғаһы, ә төньяҡ-көнбайышта — Әри йылғаһы аға. Аҡһыл һоро урман тупрағында күпселек киң япраҡлы һәм ҡараңғы ылыҫлы урмандар үҫә, улар 51,6 мең га (район территорияһының 37 %) ерҙе биләй. Минераль ресурстарҙан нефть (Тәтешле, Йөгәмеш, Тепляк, Көйәҙе), кирбес балсығы (Ураҙгилде), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Уяҙыбаш) ятҡылыҡтары билдәле.

Тарихы

Райондың күпселек тораҡ пункттары башҡорт аҫаба ерҙәрендә, башлыса Ирәкте, өлөшләтә Урман-Гәрәй һәм Ҡыр-Танып улустарында барлыҡҡа килгән[2].

Тәтешле районы 1935 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР‑ының Балтас һәм Яңауыл райондарын бүлеү һөҙөмтәһендә ойошторола. 1963 йылдың 1 февралендә район бөтөрөлә, уның территорияһы Яңауыл районы составына керә. 1966 йылдың 30 декабрендә Тәтешле районы яңынан ойошторола[3].

Билдәле шәхестәр

  • Әнғәм Атнабаев — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
  • Ғәлләмшин Ренат Биктимер улы (28.02.1949), ауыл хужалығы һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1981—2009 йылдарҙа «Дэмен» хужалығы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Башҡортостан удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Кузебай Герд исемендәге Бөтә удмурт милли премияһы лауреаты (2004), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2009). Саңғы спорты буйынса СССР спорт мастеры, еңел атлетика буйынса мастерлыҡҡа кандидат. Әрибаш ауылынан[4].
  • Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы — мәғрифәтсе-шағир, публицист.
  • Ғәли Соҡорой — мәғрифәтсе-шағир.
  • Тулвинский Әнәс Шәйхулла улы (10.02.1923—20.01.2011), «Салаватнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ремонт-механика заводының элекке баш инженеры, йәмәғәтсе, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры. (Элекке Түбәнге Тәтешле ауылынан (хәҙер Үрге Тәтешле менән ҡушылған)[5].
  • Фәтхетдинов Салауат Зәки улы — йырсы, йырсы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2005), Башҡортостандың (2019) һәм Татарстандың (1995) халыҡ артисы.
  • Хәниә Фәрхи — йырсы. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың һәм Татарстандың (2000) халыҡ артисы.
  • Хунафина Динә Хәлим ҡыҙы (10.11.1938), табип-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау (2002) һәм Башҡортостандың мәғариф (2006) отличнигы. Үрге Ҡоҙаш ауылынан[6].
  • Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы (21 декабрь 1934 — 23 апрель 2013) — башҡорт совет театр актёры, драматург һәм сценарийҙар авторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
  • Вәлиева Финә Мансур ҡыҙы (8 ғинуар 1969 йыл) — театр актёры. 1999 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2013).
  • Ибраһимов Байрас Нәҙим улы 19 февраль 1953 йыл) — актёр, театр режиссёры. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2008) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1983).
  • Пукроков Фёдор (Фәтихйән) Пукрок улы (16 ноябрь 1937 — октябрь 1998) — билдәле удмурт шағиры, драматург һәм публицист, Рәсәй Языусылар союзы ағзаһы.
  • Ғарипов Менсадиҡ Ғариф улы (16 февраль 1946 — 12 октябрь 1998) — Удмурт Республикаһының халыҡ рәссамы, Удмуртстандың Дәүләт премияһы лауреаты, СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, Удмурт Дәүләт университетынын сәнғәт-графика кафедраһы профессоры.
  • Ситдиҡова Гөлзәмиә Маҙһар ҡыҙы (26 ноябрь 1956) — Башҡорт Дәүләт филармонияһының танылған һүҙ оҫтаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы.
  • Әүхәтов Ҡаһим Әүхәт улы (2 ғинуар 1932 йыл — 14 октябрь 2014 йыл) — хеҙмәт ветераны, игенсе-шағир, ете китап авторы, Әнғәм Атнабаев премияһы лауреаты.
  • Кәримов Кави Кәрим улы (15 ғинуар 1947) - тарихсы, БР- ның атказанган укытыусыһы (1993),  тарих  фәндәре докторы,  (2000), профессор (2001), СССР  мәгариф отличнигы (1990),  БР-зың  мәгариф отличнигы   (1997),  РФ-ның юғары һөнәри белем биреү почетлы хеҙмәткәре (2006). 200  фэнни эштәрзең  авторы.
  • Гамилов Надим Гата улы(24 декабрь 19271-11 август 2016)-  республикала  билдәле хужалык   етәксеһе, партия  һәм  йәмәғәт  эшлексеһе ,  КПСС Тәтешле райкомының   элекке беренсе    секретаре

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
ЙылХалыҡ һаны
1939 37 325 [7][8]
1959 34 362 [9][8]
1970 35 237 [10][8]
1979 30 148 [11][8]
1989 26 042 [12][8]
ЙылХалыҡ һаны
2002 26 803 [13][8]
2008 24 618 [14]
2009 24 038 [15]
2010 25 159 [16]
2012 24 797 [17]
ЙылХалыҡ һаны
2013 24 443 [18]
2014 24 152 [19]
2015 23 649 [20]
2016 23 215 [21]
2017 22 918 [1]
ЙылХалыҡ һаны
2018 22 703 [22]
2019 22 365 [23]
2021 21 718 [24]
Ябырға

Иҡтисад

Район ауыл хужалығы йүнәлешле. ауыл хужалығы ерҙәренең Майҙаны 75,4 мең га (район территорияһының 54,7 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 60,9 мең га, сабынлыҡтар — 1,7, көтөүлектәр — 12,6 мең га Территорияһының 44,2 % һөрөлгән. Хужалыҡтарҙың төп йүнәлеше — мөгөҙлө эре мал үрсетеү, игенселек, сусҡасылыҡ һәм картуф үҫтереү. Үрге Тәтешлелә май яҙыу һәм кирбес заводтары, Түбәнге Тәтешлелә РТП бар. Районда урман хужалығының урман пункты, колхоз-ара ПМК эшләй. Нефть ятҡылыҡтарын «Краснохолмскнефть», Көйәҙе ятҡылығының Тәтешлеләге өлөшөн «Чернушканефть» (Пермь крайы) НГДУ-лары үҙләштерә.

Район территорияһынан Сурай—Иҫке Балтас—Көйәҙе автомобиль юлы үтә.

Районда 53 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 16 урта; 26 дөйөм китапхана, 51 клуб учреждениеһы, үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханалары эшләй. Татар телендә «Тәтешле хәбәрлере», урыҫ телендә «Татышлинский вестник», башҡорт телендә «Аҡ тирмә» һәм удмурт телендә «Ошмес» газеталары сығарыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.