Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева (21 декабрь 1934 — 23 апрель 2013[1]) — башҡорт совет театр актёры, драматург һәм сценарийҙар авторы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
Зинира Ҡасим ҡыҙы Атнабаева | |||
Тыуған урыны: | |||
---|---|---|---|
Һөнәре: |
актёр | ||
Әүҙем йылдары: |
1959-2013 | ||
Театр: |
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры | ||
Наградалары: |
|
Атнабаева Зинира Ҡасим ҡыҙы 1934 йылдың 21 декабрендә Башҡорт АССР-ының Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуа.
1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры булып китә.
Зинира Атнабаева өсөн театр комедияһы төп жанр, ул шулай уҡ драматик ролдәрҙә лә уйнай.
Драматург булараҡ та билдәле. Танылған шәхестәрҙең юбилейҙарына 40-тан ашыу сценарий авторы, бер туған ағаһы — драматург Әнғәм Атнабаевтың юбилейына ла сценарий яҙа. «Өҙөлгән туй» тигән драмаһын З. Ҡ. Атнабаева Башҡорт дәүләт академия театрының 85 йыллыҡ юбилейына бағышлай, был спектаклде тамашасылар бик оҡшата[2]. РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисткаһы З. Ҡ. Атнабаева 2013 йылдың 23 апрелендә вафат була.
Польша драматургияһының СССР-ҙағы фестивалендә Г. Запольскаяның «Улар дүртәү» (1976, реж. Изабелла-Мария Цивиньска, Польша) трагикомедияһындағы Тегенсе роле өсөн — I дәрәжә диплом, Таганрогта А. П. Чехов драматургияһы буйынса сәхнә әҫәрҙәре смотрында «Иванов» спектаклендәге Сарра роле өсөн II премия (1979, реж. Ш. М. Мортазина) менән бүләкләнә, ә Салауат ҡалаһында үткән «Театр яҙы-94» фестивалендә дипломға лайыҡ була.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.