Илеш районы (рус. Илишевский район) — Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан муниципаль район. Административ үҙәге — Үрге Йәркәй ауылы. Районда 34181 кеше йәшәй. 1935 ойошторолған. Күпселек халыҡ башҡорттар, татарҙар, мариҙар. Иң ҙур ауылдар: Үрге Йәркәй (2010 й. — 10,3 мең), Ҡәҙер (2009 й. — 0,85 мең), Рсай (2009 й. — 0,9 мең кеше). Район 25 ауыл биләмәһен берләштерә.
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Ябырға
Район биләмәләре Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Район территорияһы буйлап Ағиҙел, Сөн, Баҙы йылғалары аға. Ере һоро урман, туғай һәм ашы йыуылған ҡара тупраҡтан тора. Климаты аҙ ғына ҡоролоҡло. Урмандар (күберәк ҡайын, имән һәм уҫаҡ) район майҙанының 15,4 % биләй. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан нефть (Арлан ятҡылығының Йосоп майҙаны, Маншыр, Мәнәүез, Андреевка), балсыҡ (Андреевка, Шиҙәле), ҡом-ҡырсынташ (Петертау) ятҡылыҡтары бар. Плиоцен осоро балыҡтарының эҙҙәре һаҡланған Сейәле-Әтәс балсыҡлы һәүерташтар сығып ятҡан урын, Татыш күле, Восток ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһының һул ярында ултыртылған ҡарағайҙар «тәбиғәт ҡомартҡыһы» итеп иғлан ителгән.
Районда ауыл хужалығы ныҡ үҫешкән. Ауыл хужалығы тәғәйенлешендәге ерҙәр 141,7 мең га (район территорияһының 71,5 %), шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 107,0; сабынлыҡтар — 4,8; көтөүлектәр — 29,7 мең га. Районда Өфө предприятиеларының 2 ярҙамсы хужалығы һәм инкубатор станцияһы эшләй. Ауыл хужалығының төп тармаҡтары — игенселек (яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай), ит-һөт биреүсе эре мөгөҙлө мал үрсетеү, сусҡасылыҡ. Нефть сығарыу сәнәғәте («Южарланнефть», «Саҡмағошнефть» НГДУ-лары), Үрге Йәркәй ауылы май-сыр эшләү, ит һәм аҙыҡ комбинаттары, РТП һәм хужалыҡ-ара ҡатнаш аҙыҡ заводы, Андреевка кирбес заводы.
Район территорияһы аша Өфө—Минзәлә—Ҡазан һәм Нефтекама—Туймазы автомобиль юлдары үтә. Ағиҙел йылғаһында Груздевка пристане урынлашҡан.
Районда 72 дөйөм белем биреү, шул иҫәптән 27 урта мәктәп, Үрге Йәркәйҙә һөнәрселек училищеһы, 35 китапхана, 69 клуб, М.Гәрәевтең йорт-музейы (Ташшишмә ауылы), Илеш тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы (Үрге Йәркәй ауылы), үҙәк район һәм 3 ауылда участка дауаханаһы эшләй.
Урыҫ телендә нәшер ителгән «Маяк» район гәзитенең башҡорт һәм татар телдәрендә дубляждары (тәржемәһе) сыға.
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...
Ябырға
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре
Фән эшмәкәрҙәре
- Ғәниев Ривнер Фазыл улы (01.04.1937), ғалим-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1968), профессор (1969), Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы (1994), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1991), Литва Фәндәр Академияһының сит ил ағзаһы (2011). Почёт (1999) һәм 4‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) ордендары кавалеры.Тәжәй ауылынан.
- Бәхтизин Нәзиф Раян улы (31.12.1927—21.10.2007), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1991), ауыл хужалығы кандидаты (1955), профессор (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Яңы Аташ ауылынан.
- Әминева Гөлиә Карам ҡыҙы (1.04.1959, ғалим-инженер‑төҙөүсе, 2066 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003) һәм мәғариф отличнигы (1999). Гремучий Ключ ауылынан[19].
Дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәрҙәре
- Журавлёв Геннадий Александрович — КПСС-тың Ҡурған өлкә комитетының икенсе секретары.
- Әминев Әхмәт Ғата улы — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) проректоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Ялалов Фарит Габтел улы
- Рахманов Тәлғәт Лотфулла улы — Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Мәрҙәншина Ләйлә Хәниф ҡыҙы — оператор (нефтсе), Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Яхин Фәйзелғаян Фәтҡулбаян улы — Илеш районы «Октябрь» колхозы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Назмиев, Тимерхан Сафуанович — «Искра» колхозы рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
- Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы —комбайнер, Хеҙмәт Даны ордены тулы кавалеры.
- Ғилданов Хәләф Ғилван улы (1.02.1932—7.01.1994), хеҙмәт алдынғыһы, 1952—1992 йылдарҙа «Коммунар» колхозы тракторсыһы. Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1975). Кесе Бишҡурай ауылынан.
- Зиннәтуллин Рифғәт Зиннәтулла улы — бригадир, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Маликов Рәйеф Сәлих улы (24.08.1952) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1998—2013 йылдарҙа Нефтекама автозаводының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының 2—4 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе (2003), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001), Дуҫлыҡ (2008) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Дөмәй ауылынан.
- Нәбиев Мирзанур Фәсхетдин улы (24.05.1923—18.04.2008), хужалыҡ эшмәкәре, 1949—1985 йылдарҙа М. Горький исемендәге колхоз рәйесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1980). Өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1975, 1980) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. Ҡәҙер ауылынан[20].
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26.03.1899—1982), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Илеш район Советы башҡарма комитетының беренсе рәйесе (1935—1937), шулай уҡ Салауат (1939—1944) һәм Ҡырмыҫҡалы (1944—1955) район Советтарының элекке рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Иғмәт ауылынан[21].
- Сәлихов Рәбис Сәлих улы (2.04.1949), хужалыҡ эшмәкәре. 1997 йылдан Өфөләге «Жилстройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2012). Дөмәй ауылынан[22][23] (Тикшерелеү көнө: 29 март 2019).
- Сафин Рәлиф Рәфил улы — «Лукойл» ААЙ Вице-Президенты.
- Сәлихов Зөлфәр Сәлих улы — Газпром етештереү Ямбург ЯСЙ баш инженеры
- Халиҡов Хәлил Мирзаян улы (4.03.1939), инженер, хужалыҡ, совет, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1985—1989 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 11-се һәм 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994). Базытамаҡ ауылынан[24].
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре
- Шәрипова Илүсә Тимерғәли ҡыҙы (7.11.1948), педагогик хеҙмәт ветераны. 1977—2011 йылдарҙа Краснокама районы Николо-Берёзовка урта мәктәбенең һәм бер үк ваҡытта 1991 йылдан Нефтекамалағы 1-се лицейҙың рәсем уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002). Үрмәт ауылынан[25].
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт әһелдәре
Всероссийская перепись населения 2010 года
перепись населения СССР 1939 года
перепись населения СССР 1970 года
перепись населения СССР 1979 года
перепись населения СССР 1989 года
Всероссийская перепись населения 2002 года
- Асфандияров А., Асфандиярова К. Национальный состав населенных пунктов Илишевского района по переписям XVII—XX вв // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 37—44. — ISSN 1683-3554.
- Мухтаров Я. Г. Ялан Яркей и его потомки. — Уфа, 1999.
- Яппаров Х. М. Наше шежере. — Уфа: Китап, 1999. — 272 с.