From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы — Башҡорт АССР-ы дәүләт власының юғары органы.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы | |
Герб | |
Нигеҙләү датаһы | 1938 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Алдағы | Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1993 |
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы | |
Тип | |
---|---|
Тип |
Совет |
Дәүләт | |
История | |
Нигеҙләнгән ваҡыты |
1938 |
Бөтөрөлгән ваҡыты |
1993 |
Алдан килеүсе | |
Дауамсы | |
Структураһы | |
Ағзалар |
280 |
Һуңғы һайлауҙар |
1990 |
Сайт | |
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы башта ошо адрес буйынса урынлаша: БАССР, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106-сы йорт[1].
ХХ быуаттың 90-се йылдарында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы яңы бинаға (адресы: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы Йорто) күсә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы БАССР-ҙың 1937 йылғы Конституцияһына ярашлы барлыҡҡа килә.
Башҡортостанда унан алдағы дәүләт власының Юғары органдары:
БАССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлау 1938 йылдың 26 июлендә үтә. БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советына 150 депутат һайлана.
1938 йылдың 25—28 июлендә Өфөлә БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советының беренсе сессияһы үтә. Сессияла БАССР Юғары Советы Президиумы һайлана һәм хөкүмәт — республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы төҙөлә. Ике даими эшләүсе комиссия булдырыла: закондар сығарыусы һәм бюджет комиссияһы. Беренсе саҡырылыш Юғары Советты БАССР-ҙың Юғары Советы Рәисе Заликин А. Т. етәкләй, Долганов И. Б. менән Сиразетдинова М. Н. уның урынбаҫарҙары була. Юғары Совет Президиумы Рәйесе итеп Ибраһимов Р. К., ә Сәркәтибе итеп — Вальшин М. Г. һайлана.
1938—1993 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарын һайлау 12 тапҡыр үткәрелә.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында Республиканың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә.
1993 йылғы Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы[2], 1993 йылдың 24 декабренән башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары һәм берҙән-бер закон сығарыусы (һайланған) дәүләт власы — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай.
БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесен һәм уның ике урынбаҫарын һайлай. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәйесе Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ултырыштары һәм уның эске тәртип ҡағиҙәләре менән етәкселек итә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессиялары йылына ике тапҡыр саҡырыла. Сираттан тыш сессиялар Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан уның инициативаһы менән йәки Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттарының өстән бер өлөшөнән дә кәм булмағандары тәҡдиме буйынса үтә. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы сессияһы ултырыштарҙан һәм улар араһында үткәрелгән Башҡорт АССР-ы Юғары Советының даими һәм башҡа комиссиялары ултырыштарынан тора. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (июль 1938—1946)
Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1946—1950)
Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (1950—1967)
Солтанов Фәйзулла Вәли улы (март 1967 — апрель 1990)
2002 йылда Башҡортостан Республикаһы парламентының тарих музейы булдырыла. Музей Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы йортонда урынлаша. Музейҙа Башҡортостан парламентаризмының күп йыллыҡ тарихы буйынса экспонаттар: документтар, фотоһүрәттәр, китаптар, публикациялар, значоктар ҡуйылған. Экспозицияның бер өлөшө Башҡорт АССР-ы һәм Башҡортостан Республикаһының 1925, 1937, 1978, 1993 йылдарҙағы Конституцияларына бағышланған.
wikisource:ru:Категория:Указы Президиума ВС Башкирской АССР Викикитапханала |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.