Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (3 апрель 1914 йыл — 25 декабрь 1982 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 1951—1962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.
Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы | ||||
| ||||
---|---|---|---|---|
1939 — 1947 | ||||
Алдан килеүсе: | Заликин Александр Тарасович | |||
Дауамсы: | Ҡадиров Имам‑Ғәли Ғәлим улы | |||
Тыуған: | 3 апрель 1914 Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [1] Иҫке Күсәрбай ауылы | |||
Үлгән: | 25 декабрь 1982 (68 йәш) Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы | |||
Партия: | КПСС | |||
Белеме: | КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d] | |||
Наградалары: |
|
Биографияһы
Вәли Ғәбей улы Нәбиуллин 1914 йылдың 3 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы) Иҫке Күсәрбай ауылында тыуған.
ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1949).
1933 йылдан хужалыҡ эшендә, 1938 йылда — ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында (1940 йылдан башлап 1‑се секретарь), 1939—1947 йылдарҙа БАССР Юғары Советы рәйесе, 1943 йылда — ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының малсылыҡ бүлеге мөдире, 1945—1946 йылдарҙа БАССР‑ҙың игенселек халыҡ комиссары урынбаҫары, малсылыҡ министры. 1949 йылдан башлап БАССР‑ҙың ауыл хужалығы министры, 1951 йылдан — БАССР Министрҙар Советы Рәйесе.
1962—1971 йылдарҙа «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты начальнигы булып эшләй.
СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордендары менән бүләкләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәмбашҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.