Салауат районы (рус. Салаватский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Республиканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда Малаяҙ районы булараҡ ойошторолған, 1943 йылда хәҙерге исеме бирелә. Майҙаны — 2182 км². Район үҙәге — Малаяҙ ауылы Өфөгә 183 км, яҡындағы Кропачево тимер юл станцияһына (Силәбе өлкәһе) 29 км. Халҡы 2010 йыл — 27,8 мең кеше (1970 йыл — 32,9; 1979 йыл — 28,8; 1989 йыл — 26,9 мең; 1995 йыл 27,3 мең кеше). Халыҡтың тығыҙлығы — 1 км²-ға 12 кеше, шул иҫәптән ауыл ерендә — 11 кеше. Районда 64 ауыл бар, шуларҙың иң күп халыҡ йәшәгәндәре: Малаяҙ (3,8 мең), Мөрсәлим (2,4 мең — 1989 йыл), Арҡауыл (1,3 мең), Лаҡлы (1,2 мең). Күпселекте башҡорттар, татарҙар, урыҫтар тәшкил итә.
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Статус | |||
Урынлашҡан урыны | |||
Берләштерә |
16 ауыл биләмәһе | ||
Административ үҙәк |
Малаяҙ ауылы | ||
Барлыҡҡа килеүе | |||
муниципаль район башлығы | |||
Рәсми телдәр | |||
Халҡы (2016) |
↘24 451[2] (0.6 %, 34 урын) | ||
Тығыҙлығы |
11.21 кеше/км² | ||
Милли состав | |||
Майҙаны |
2182 км² (25 урын) | ||
Ваҡыт бүлкәте |
MSK+2 (UTC+6) | ||
Автомобиль номерҙары коды |
02, 102 | ||
Рәсми сайты | |||
ОКАТО | |||
Географияһы
Райондың төп биләмәләре Йүрүҙән, Әй йылғалары һыу айырғыстарына тура килә. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө буйлап Уралдың көнбайыш итәгенең алдынғы һырттары һуҙылған (Башташ, Һилейә һырттары). Көньяҡ-көнбайышта Ҡаратау һырты, ә төньяҡ-көнбайышта Өфө яҫы таулығы ята. Ер өҫтөнөң уртаса бейеклеге 370 метр булған Янғантау, Күҫәләр көкөртлө-водород сығанағы, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Лаҡлы мәмерйәһе тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән.
Ҡаҙылма байлыҡтарҙан: боксит ятҡылығы (Новое, Әй), эзбизташ (Мөрсәлим, Сыбаркүл, яҙғы йорт), цемент балсығы (Ягодный), балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом (Лағыр), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Яланкүл), агрономик руда (Миәшәгәр, Покров). Ҙур булмаған торф һаҙлыҡтары (Миәшәгәр, Аҡшишмә, Лағыр һ.б.) 600 га майҙанды биләй.
Климаты уртаса һалҡынса, вегетация осоро ҡыҫҡа һәм дымлы. Еңелсә көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡара-һоро урман һәм уңдырышлығын юғалта барған ҡара урман тупрағы таралған. Урмандар майҙаны 63,9 мең га (район биләмәһенең 31,6 проценты), үҙағастың дөйөм запасы 9 млн м³ самаһы (шул иҫәптән ҡайын — 4,5; уҫаҡ — 1,8; ҡарағай — 1,1; йүкә — 0,8 млн м³). Ауыл хужалығы ерҙәре 107,9 мең га, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 66,9, көтөүлектәр — 26,6 һәм сабынлыҡтар — 14,3 мең га тәшкил итә.
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 66,6 %, татарҙар — 22,4 %, урыҫтар — 10 %, башҡа — 1 %[22].
Район исеме һаҡланып ҡалыуы
1950-се йылдар уртаһында Салауат Юлаев был районда түгел, ә Нуриман районының Тәкәй ауылында тыуған тигән фараздар ишетелә башлай. Бәхәстәр ҡуйыра башлағас, мәсьәләне КПСС Өлкә Комитетында ҡарарға хәл итәләр. Был ултырышҡа ул саҡта Салауат районы КПСС район комитетының беренсе секретары булып эшләгән Барый Абдрахман улы Абдрахманов Салауаттың биографияһын да, төбәк тарихын да яҡшы белгән, восстание үткән ерҙәрҙең картаһын төшөргән ифрат мәғлүмәтле Хәйрулла Дилмөхәмәт улы Ҡолмөхәмәтов менән бара. Нуримандан иһә алтмыштан ашыу кеше килгән була.
Башта тарих буйынса фән докторҙары, кандидаттар телмәр тота, Нуриман районы вәкилдәре һөйләй. Улар Салауат Юлаев Нуриман районында тыуған тип иҫбатлай. Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов иһә, әҙерләгән карталарын элеп ҡуйып, сәғәт ярымдан ашыу һөйләй. Һүҙен туҡтатҡас та әле нуримандар һорауҙар бирә торғас, йәнә бер сәғәт ваҡыт үтеп китә. Сығыш инандырырлыҡ була. Өлкә Комитет башҡаса бындай бәхәстәр ҡуҙғатмаҫҡа тигән ҡарар сығара. Шул рәүешле башҡорт ҡаһарманының тыуған ауылы тулыһынса иҫбатлана һәм райондың исеме һаҡланып ҡала [23]
Иҡтисад
Район малсылыҡ һәм игенселек буйынса махсуслашҡан, «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын һауыттарға тултырыусы «Полипресс-»Ҡорғаҙаҡ" заводы, урман хужалығы предприятиелары эшләй.
Транспорт
Район территорияһы аша Өфө — Силәбе тимер юлы һәм Кропачево — Малаяҙ — Мәсәғүт — Красноуфимск автомобиль юлдары үтә.
Социаль-мәҙәни өлкә
Районда 49 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 18 урта, музыка мәктәбе, ПУ, 25 дөйөм китапхана, 48 клуб, Район үҙәк һәм 4 ауыл участка дауаханаһы бар. Салауат Юлаев музейы (Малаяҙ ауылы), Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың мемориаль музейы (Арҡауыл ауылы), Янғантау курорты эшләй.
Район халҡы өсөн аҙнаға бер тапҡыр башҡорт телендә «Йүрүҙән» һәм рус телендә «На земле Салавата» ижтимағи-сәйәси гәзиттәре нәшер ителә.
Билдәле шәхестәре
- Салауат Юлаев (1754—1800) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор.
- Айҙар Байыҡ сәсән (01.12.1710 — 01.10.1814) — күренекле башҡорт сәсәне, шағир-импровизатор, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе.
- Вәлиев Тәүкәлүн Хаммат улы (19.11.1896—10.10.1959), педагог. 1934—1957 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ының Ҡыйғы һәм Салауат райондарында дөйөм белем биреү мәктәптәре директоры. РСФСР мәктәбенең (1952) һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ике Ленин ордены (1939, 1949) кавалеры, районда был оло наградаға беренсе булып лайыҡ булыусы. Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылынан.
- Головин Алексей Степанович — Советтар Союзы Геройы (1943)
- Рәми Ғарипов (12.2.1932 — 20.02.1977), Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.
- Ғирфанов Агиш Шәйех улы (1928 йылдың 14 апреле — 1999 йылдың 8 ноябре) — совет башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1971), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1978), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1988)[24][25].
- Ғәйфуллин Абдрахман Зәйнулла улы — Советтар Союзы Геройы (1945)
- Ғәлин Венер Йәғәфәр улы (2.04.1937), ғалим-механик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1972), өлкән ғилми хеҙмәткәр (1981). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (2000), II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (1999). Мәсетле ауылынан.
- Ғәлина Рафиға Арыҫлан ҡыҙы (15.03.1951), театр актёры, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994). Яҙғыйорт ауылынан.
- Ғәбиҙулла Зарипов (1961—2001) — танылған башҡорт шағиры һәм журналисы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999).
- Илембәтова Азалия Фәттәх ҡыҙы (1.01.1978), ғалим-этнограф, шәрҡиәтсе. Тарих фәндәре кандидаты (2006). Малаяҙ ауылынан.
- Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы — Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы.
- Йәндүрин Дияс Хатип улы (20 ғинуар, 1940, Лағыр ауылы) — тарихсы, тарих фәндәре докторы.
- Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
- Львов Михаил Давыдович (Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы) (4.01.1917 — 25.01.1988) — рус совет шағиры, 1944 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сафуан Әлибай (1941—2014) — билдәле башҡорт шағиры һәм журналисы, Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы(1986) һәм Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы дипломы эйәһе (1996), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Әминев Тельман Ғәзиз улы (рус. Аминов Тельман Газизович, 20 ғинуар 1936 йыл) — химия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[26][27]. Малаяҙ ауылында тыуған.
- Әбүбәкеров Риза Вәхит улы — совет дәүләт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссары (1930—1935).
- Пепеляев Пётр Кузьмич — Дан орденының тулы кавалеры.
- Рафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улы (26.03.1899 — 1982) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 1939—1944 йылдарҙа Салауат район Советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР Юғары Советы Президиумы, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты һәм СССР Журналистар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың персональ пенсионеры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры[28].
- Фәтихова Римма Мөхәмәт ҡыҙы (1.08.1948), ғалим-педагог һәм психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1982), педагогия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2008) һәм мәғариф отличнигы (1995). Малаяҙ ауылынан[29].
- Шөғәйепов Вәкил Шакир улы — башҡорт милли музыка ҡоралдарын эшләү һәм реставрациялау оҫтаһы (1936—2017)
- Ғабдрахман Сәғҙи (1889 йылдың 14 марты — 1965 йыл) — Көнсығышты өйрәнеүсе билдәле ғалим, татар һәм үзбәк әҙәбиәттәре тарихы өлкәһенең белгесе[30][31].
- Абдуллин Мазһар Ғиләжетдин улы (29 декабрь 1912 йыл — 25 август1942 йыл), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҙыусы, журналист. 1-се Иҙелбай ауылынан.
- Ғирфанов Вәкил Кәли улы (25 ғинуар 1909 йыл — 10 май 1980 йыл) — агробиолог, ауыл хужалығы фәндәре докторы (1965), профессор (1967), РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1969), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1957), Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Рәйесе (1975—1979)[32][33].
- Һаҙый Сәғҙи (25 март 1883 йыл — 1933 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, педагог[34][35].
- Ямалиев Памир Камалетдин улы (26 май 1942 йыл — 27 март 1999 йыл) — совет һәм Рәсәй биатлонсыһы, тренер, биатлон буйынса спорт мастеры (1969), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1994)[36][37].
Ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.