шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Сәғҙи (Сәғҙиев) Ғабдрахман Ғәйнан улы (рус. Абдрахман Саади, Габдрахман Сагди: (27 март 1889 йыл — 6 ноябрь 1965 йыл) — шәрҡиәтсе, әҙәбиәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1950), профессор (1946). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1946).
Сәғҙи Ғабдрахман Ғәйнан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 27 март 1889[1] |
Тыуған урыны | Таймый ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 ноябрь 1956 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Сәмәрҡәнд, Үзбәк ССР-ы[d], СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны |
Гобейдия[d] Үзбәкстан милли университеты[d] |
Уҡыу йорто | Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ғабдрахман Ғайнан улы Сәғҙиев Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Салауат районы) Таймый ауылында 1889 йылдың 27 мартында тыуған. Троицк ҡалаһы мәҙрәсәһен 1906 йылда тамамлағандан һуң, 1908 йылда Стамбул университетының филология факультетына уҡырға ингән.
Университетта уҡып ҡайтҡандан һуң, 1911—1917 йылдарҙа Өфө, Аҡтүбә һәм Алма-Ата, Ырғыҙ, Бөгөлмә мәҙрәсәләрендә уҡытыусы булып эшләгән. 1913 йылдан жандармерияның өҙлөкһөҙ контроле аҫтында була, 1914 йылда уны Төркөстан биләмәләренән китергә мәжбүр итәләр.
Ғабдрахман Сәғҙи Екатеринбургҡа күсеп килә һәм уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Бер үк ваҡытта татар әҙәбиәтенең төрлө мәсьәләләре буйынса тикшеренеү эштәре башлай һәм Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән «Шура» журналында бер нисә мәҡәлә баҫтыра.
1921 йылдан педагог тағы Урта Азияла, Урта Азия дәүләт университетында һ. б. уҡыу йорттарында хеҙмәт иткән. Был йылдарҙа ул татар әҙәбиәте ғилеме мәсьәләләре буйынса күп мәҡәләләр яҙған, һәм улар урындағы һәм Ҡазан баҫмаларында донъя күргән.
Ҡиммәтле белгесте юғалтырға теләмәгәнлектән, Татарстан мәғариф министрлығы һәм Ғәлимйән Ибраһимов 1925 йылда уны Ҡазанға саҡырып алып ҡайтҡан һәм Татар коммунистик университетына, ә һуңғараҡ Көнсығыш педагогия институтына эшкә урынлаштырған.
Шул йылдарҙа ул фәнни-педагогик эш менән шөғөлләнә. Фәҡәт ошо осорҙа Ғабдрахман Сәғҙи әҙәбиәт ғилеме буйынса үҙенең иң яҡшы хеҙмәттәрен яҙған, уның китаптары бер-бер артлы баҫылып торған. Әммә 1930 йылда ул, бөтә эшен ташлап, яңынан Урта Азияға киткән һәм үҙенең ғүмерен үзбәк әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә бағышлаған.[2]
Көнсығыш халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәтенең төрлө аспектары буйынса 162 китап яҙған.
1956 йылдың 10 мартында вафат була. Сәмәрҡәнд ҡалаһында ерләнә.
мәҡәләләре:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.