Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия — йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостанда 1967 йылдан 1990 йылғаса бирелгән премия.
Ғәлимов Сәләм исемендәге премия | |
Ил | |
---|---|
Награда төрө |
маҡтаулы исем |
Кемгә бирелә |
йәш авторҙарҙың әҙәбиәт, музыка һәм һынлы сәнғәттәге иң яҡшы әҫәрҙәре һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн |
Кем тапшыра |
ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты |
Статус |
ғәмәлдә |
Статистика | |
Раҫланған ваҡыты | |
Беренсе бүләкләү | |
Һуңғы бүләкләү | |
Бүләкләнгәндәр иҫәбе |
50 автор һәм 5 ижади коллектив |
Сиратлылыҡ | |
Тап килә |
Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы |
Ул ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты тарафынан ижади йәштәрҙе дәртләндереү маҡсатында 1967 йылда булдырыла һәм башҡорт шағиры Ғәлимов Сәләм исеме менән атала: «Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы».
1967—1990 йылдарҙа был премияға төрлө жанрҙарҙа ижад иткән 50 автор һәм 5 ижади коллектив лайыҡ була. Уларға «Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты» тигән исем һәм махсус диплом бирелә. Премия һуңғы тапҡыр 1990 йылда тапшырыла.
1995 йылда был премия урынына әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендә уңышлы эшләгән йәштәрҙе бүләкләү өсөн яңыһы булдырыла, һәм ул Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы тип атала башлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.