Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Низамов Рәйес Ғилметдин улы (1 июль 1932 йыл — 16 август 1978 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, журналист. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1978).
Низамов Рәйес Ғилметдин улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән районы, Ташлы ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы) |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Әлшәй районы, Ташлы ауылы |
Гражданлығы | |
Наградалары һәм премиялары |
Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1978) |
Рәйес Ғилметдин улы Низамов 1932 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Ташлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Ташлы ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөләге йылға флоты һөнәрселәр мәктәбендә уҡый. Уны 1949 йылда тамамлап сыға.
Бер йәй Өфө — Ҡазан маршрутында пароходта кочегар, машинист ярҙамсыһы булып эшләй. Шунан һуң Өфө башҡорт интернат урта мәктәбенә ҡабул ителә. Был мәктәптә уҡыған ваҡытта Рәйес шиғырҙар яҙыу менән мауыға башлай. Уның байтаҡ шиғырҙары республикалағы газета һәм журналдарҙа баҫыла.
1952—1957 йылдарҙа Мәскәүҙә А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый. Уны тамамлап ҡайтҡас, 1957 йылдан башлап «Совет Башҡортостаны» газетаһының үҙ хәбәрсеһе булып Әлшәй, Ҡыйғы, Бәләбәй райондарында эшләй.
1966 йылда ул «Пионер» журналының бүлек мөдире итеп билдәләнә. Унан һуң «Ағиҙел» журналының баш редакторы булып эшләй.
Рәис Низамовтың ҙур күләмле тәүге әҫәре — «һалдат улы» повесы. Повесть илленсе йылдар аҙағында яҙыла һәм китап булып сыға. Институтты тамамлағанда диплом эше булған повесҡа күренекле рус яҙыусыһы Владимир Луговской юғары баһа бирә.
Хәҙерге колхоз ауылының ҡатмарлы үҫеш юлдарын ышандырырлыҡ образдар аша сағылдырған «Мәрйәм» тигән икенсе повесы уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршыланды. Был әҫәрҙән йәш яҙыусының һиҙелерлек үҫеүен билдәләп була: әҙәби оҫталығы камиллаша бара, һүрәтләү саралары байыға, тормош процестарына ул тәрәнерәк үтеп инә.
«Ят кешеләр» тигән повесында Рәис Низамов Ватан һуғышы осоронда мәктәп балаларының берҙәм дуҫлығын һәм уларҙың ололар менән бергә эшләүҙәрен сағылдыра.
Бер аҙ һуңыраҡ яҙылған «Кейәү», «Үҙ хәбәрсе», «Атай әҙенән» повестары ла уҡыусылар тарафынан яратып ҡабул ителә.
1959 йылдан КПСС ағзаһы була.
1964 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын (Мәскәү, 1957) тамамлағандан һуң Совет Башкортостаны" гәзитенә хәбәрсе итеп тәғәйенләнә.
1966 йылдан алып «Пионер» журналы хеҙмәткәре, 1968 йылдан — «Агиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1974 йылдан баш мөхәррире булып эшләй. Шул үк ваҡытта БАССР Яҙыусылар союзы идаралығында рәйес урынбаҫары була.
«Һалдат улы» исемле тәүге китабы 1959 йылда сыға. «Ят кешеләр» (1967), «Атай әҙенән» (1977) повестарында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнә.
«Мәрйәм» (1964), «Икмәк тәме» (1971) тигән повестар авторы. Әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1978). Өфөлә НИЗАМОВ Рәйес Ғилметдин улы йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.