Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Зарипов Ғәбиҙулла Ғиндулла улы, Ғәбиҙулла (6 ноябрь 1961 йыл — 26 ғинуар 2001 йыл) — шағир һәм журналист. 1987—1992 йылдарҙа «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәре, 1990 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Зарипов Ғәбиҙулла Ғиндулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 6 ноябрь 1961[1] |
Тыуған урыны | Тирмән, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1] |
Вафат булған көнө | 26 ғинуар 2001 (39 йәш) |
Вафат булған урыны | Тирмән, Салауат районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй[1] |
Яҙма әҫәрҙәр теле | башҡортса |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғәбиҙулла Ғиндулла улы Зарипов 1961 йылдың 6 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, бер ни тиклем ваҡыт Көньяҡ Урал тимер юлының күрше ауылда урынлашҡан участкаһында эшләй. 1980—1982 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә, запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм уны 1987 йылда тамамлай. Шул уҡ йылда республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»гә эшкә саҡырыла, башта ябай хеҙмәткәр, шунан бүлек мөдире була, 1990 йылдан яуаплы сәркәтип итеп үрләтелә. Был вазифала ике йыл эшләй һәм, сәләмәтлегенә арҡаһында хеҙмәт урынын ҡалдырып, 1993 йылда тыуған ауылына ҡайтырға мәжбүр була. 2001 йылдың 26 ғинуарында шағир яҡты донъя менән хушлаша. Тыуған төйәге Тирмәндә ерләнгән.
Ғәбиҙулла Зарипов уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында әҙәбиәткә ныҡлап аяҡ баҫа. Башҡорт дәүләт университетында уҡыу йылдары уның таланты ныҡлап формалашыуға ныҡ йоғонто яһай. Йәш әҙип филология факультетының башҡорт-рус бүлегендә эшләп килгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаларының береһе була. Артабан үҙенең йылдан-йылға шымара барған ҡәләмен шулай уҡ проза һәм драматургия жанрҙарында ла һынап ҡарай. «Йәншишмә» гәзитендә эшләгән ваҡытында Ғәбиҙулла Зарипов өлгөргән ижадсы булып үҫеп етешә. Уның алдараҡ һәм был осорҙа ижад ителгән бер шәлкем шиғырҙары «Төнгө йәшен» исеме аҫтында «Шарлама» тип аталған коллектив йыйынтыҡҡа индерелә һәм Башҡортостан китап нәшриәтендә 1992 йылда донъя күрә. Шағир Гөлназ Ҡотоева билдәләүенсә, «китаптың исеменə ҡушылған „Төнгө йəшен“ шиғырында — поэтик деталдəрҙəн туҡып, тулы, сағыу картина хасил иткəн. Күңелдең иң нескə ҡылдарын тирбəтергə һəлəтле ул ҡыҫҡа ғына шиғыр. Оҫта һелтəнеп күк йөҙөнə сыра тоҡандырып ырғытҡан, күк йөҙөнəн нимəнелер эҙлəүсе. Эҙлəгəнен тапҡандың шатлығынан гөрһөлдəп көлөп ебəреүе, аҙаҡ, шул шатлыҡ нуры баҫылғас, бала кеүек күҙ йəштəре менəн илауы — йəшнəп яуған ямғырҙың кеше күңелендə көслө хистəр уятыуын ниндəй оҫта итеп асып биргəн ул! Йəшенле ямғырҙы ул кеше күңеленə образ итеп алған.»:
Ул сыраһын тəүҙə сытырҙатып |
«Йәншишмә» гәзитендәге көндәлек эшмәкәрлек дәүерендә шағир публицистика менән даими шөғөлләнә, ҡобайырҙар сығарыуҙа тәүге аҙымдарын яһап, һиҙелерлек тәжрибә туплай, шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға ныҡлап тотона. Уның был дәүерҙәге ижади эшмәкәрлек нәтижәһе тип тулы нигеҙ менән 1996 йылда «Китап» нәшриәтендә үҙаллы баҫылған «Аҡбатыр» шиғыр һәм ҡобайырҙар йыйынтығын атарға кәрәк. Бында авторҙың кескәй уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәре лә урын алған. 1997 йылда «Егет һүҙе» шиғри тупланма эсендә Ғәбиҙулла Зариповтың киң ҡатлам әҙәбиәт һәм шиғриәт яратыусыларға тәҡдим ителгән «Йән йылыһы» йыйынтығы уның тулы кимәлдә яңы бейеклектәргә күтәрелгән шағир итеп күрһәтте.
Шағир тыуған ауылы Тирмәнгә ҡайтып йəшəй башлағас та, ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡҡас та, ижад итеүҙəн туҡтамай. Ошо дəүерҙə ул «Азамат» исемле повесын тамамлай (әле лә баҫылмаған).
Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала киң танылыу ала барған әҙип үҙенең ташҡа баҫылған башҡа әҫәрҙәрен тере сағында күреп өлгөрмәне. Уның проза өлкәһендә тәүге ҡарлуғасы булған һәм балалар һәм йәштәр журналы "Аманат"та 2000 йылдың ноябрь айынан баҫылып килгән «Туғандар сәйәхәте» фантастик повесының аҙаҡҡы өлөшөнөң уны күптән көткән йәш уҡыусыға барып етеүе ҡәләм оҫтаһының вафат көнө менән тап килде. Ә инде күптән нәшриәткә тапшырылған һәм тағы ла бер талантлы балалар яҙыусыһының башҡорт әҙәбиәтенә килеүен һәм унда ныҡлы урын алыуын дәлилләгән «Бәрҙе балаһы» повесы Ғәбиҙулла Зариповтың яҡты донъя менән хушлашыу йылына үҙенсәлекле иҫтәлек булып ҡалды. Балалар өсөн тәғәйенләнгән һәм үҙ-ара ҡаршылыҡта изгелектең яуызлыҡтан күпкә өҫтөн булыуын һүрәтләгән, кешеләр араһындағы матур мөнөсәбәттәрҙе данлаған был әҫәрҙә халыҡ ижады өлгөләре менән тәрән бәйләнеш ярылып ята.
Ә инде талантлы шағирҙың иң матур ижади өлгөләре тупланған «Шиғырҙарым — күңел шәжәрәһе» тип исемләнгән йыйынтығы 2007 йылда донъя күрҙе һәм тиҙ арала шиғриәт һөйөүселәр араһында таралып та бөттө. Улар һәм әҙәбиәт белгестәре бер тауыштан Ғәбиҙулла Зарипов ижадында оло илһөйәрлек, туған халҡына, уның боронғо ауыҙ-тел ынйыларына һәм ғәжәйеп бай теленә сикһеҙ мөхәббәт ярылып ята тип билдәләй. Әҙиптең шиғырҙары тәрән философик мәғәнәгә эйә, уларға сюжетлы һүрәтләү ысулдары хас. Шағир үҙенең лирик геройының барлыҡ ыңғай булмышын сағылдырыу өсөн күп осраҡта башҡорт халҡының үҙенсәлекле ауыҙ-тел ижады өлөгөләренә мөрөжәғәт итә, уларҙағы төрлө образдарҙы үҙенсә байытып уҡыусыға яңыса еткерегә ынтыла. Йыйынтыҡтарында тупланған әҫәрҙәре бер үк ваҡытта авторҙың шиғри телде бик яҡшы тойомлауын, уның бик оҫта файҙаланыуын бик асыҡ күрһәтә. Фекерҙәрҙең ҡыйыулығы һәм туралығы, уларҙың философик тәрәнлеге менән бергә Ғәбиҙулла Зарипов поэзияһының башҡалар менән бутамаҫлыҡ үҙенсәлекле икәнен иҫбат итә. Нәҡ ошо сифаттары өсөн әҙәбиәт һөйөүселәр уны ярата һәм йылдар аша һаман һағына.
«Ғəбиҙулла Зариповты ҡаты ауырыу аяҡтан йыҡты, йəшəргə тырышып тырмашып ятты, ауырыған килеш тə əҫəрҙəр ижад итеүҙəн туҡтаманы, ҡəлəмдəштəренə хаттар яҙып, əҙəбиəткə, ижадҡа булған ҡараштарын, мөнəсəбəтен белгертте. Йəл, 40 йəшен дə тултыра алмай, яҡты донъя менəн хушлашты шағир. Үҙенсəлекле ижады, матбуғатта ҡыйыу сығыштары менəн замандаштары хəтерендə ул мəңгелеккə уйылып ҡалды. Ə инде уны танып белмəгəндəр, уның менəн аралашмағандар шағирҙы китаптарынан таныр, яңы дəүерҙə уның ижадына бөтөнлəй икенсе баһа бирелер…», тип яҙҙы «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакторы, шағир Гөлназ Ҡотоева «Ағиҙел» журналының 2011 йылғы ноябрь һанында баҫылған «Йән йылыһын өләшеп… (Ғəбиҙулла Зариповтың тыуыуына 50 йыл)» тигән мәҡәләһендә.
Мәшһүр Салауат, Айҙар Байыҡ сәсән, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, йырсы шағир Сафуан Әлибай менән бер рәттән Ғәбиҙулла Зарипов та Йүрүҙән һәм Әй буйҙарын төбәк иткән арҙаҡлылар рәтендә үҙенең лайыҡлы урынын алған. Уның тыуған ауылы Тирмән дә һәм Салауат районының үҙәге Малаяҙҙағы яңы урамдар шағир исемен йөрөтә. Районда шулай уҡ Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге әҙәби премия булдырылған.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.