Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы (ҡыҫҡаса БР ФА) — Башҡортостан Республикаһының юғары дәүләт фәнни учреждениеһы. Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумының 1991 йыл 6 февраль Указы менән республиканың фәнни-техник потенциалын һаҡлау, нығытыу һәм үҫтереү өсөн ойошторолған. Академия республиканың һәм уның күп милләтле халҡының фәнни үҫеше мәсьәләләрен хәл итә, республика ойошмалары, вуздары һәм предприятиеларының тикшеренеү, инновацион эшмәкәрлеген интеграциялауҙа әүҙем ҡатнаша, фән менән мәғариф араһындағы бәйләнеште нығыта, республика ғилми йәмәғәтселегенең Рәсәйҙең һәм донъя илдәренең фәнни берләшмәләре менән хеҙмәттәшлеген үҫтерә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының эше Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланыусы республика ғилми-техник программаларына һәм Республика Башлығының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһенә нигеҙләнә.
Фәнде күренекле хеҙмәттәр йә беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә хеҙмәттәр менән байытҡан ғалимдар Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзаһы итеп һайлана. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең, сит илдәрҙең ватан һәм халыҡ-ара абруйға эйә булған иң билдәле ғалимдары, шулай уҡ Академияның почетлы һәм сит ил ағзаһы итеп һайлана.
Башҡортостан Фәндәр академияһының юғары идаралыҡ органы — дөйөм йыйылыш, уға Академия ағзалары, фән докторҙары инә. Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы устав, бүлексәләрҙе һәм филиалдарҙы ойоштороу, ҡайтанан ойоштороу һәмбөтөрөү тураһындағы ҡарарҙар ҡабул итә, фәнни тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәрен билдәләй, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президиумының ғилми-ойоштороу эшмәкәрлеге һәм фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре тураһындағы отчет докладын раҫлай һ.б. Дөйөм йыйылыш Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президентын, вице-президенттарын, баш ғилми секретарын, Президиумын һәм уның бүлексәләренең академик-секретарҙарын һайлай.
2011 йылдың 4 майында Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында йәшерен тауыш биреү юлы менән Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректоры, профессор Рәмил Бәхтизин Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп һайлана[2].
2015—2021 (15.06) йылдарҙа Фәндәр академияһын Әлфис Ғаязов етәкләне. 2021 йылдың 15 июнендә Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы итеп Камил Нурулла улы Рамазанов тәғәйенләнде[3].
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында филиалы бар.
1991 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ойоштороу йыйылышы була, унда ойоштороусылар араһынан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының тәүге академиктары һайлана.
1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының беренсе дөйөм йыйылышы үтә, унда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының президенты итеп О. Ә. Ҡайбышев һайлана.
О.Ә. Ҡайбышев инициативаһы менән Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе М. Ғ. Рәхимов ҡул ҡуйған Указ сыға. Указға ярашлы, ул саҡта Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенә ингән Башҡортостан фәнни үҙәгенең бөтә институттары Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы составына индерелә. Әммә был Рәсәй Фәндәр академияһы етәкселеге менән яраштырылмай эшләнә. Өфөнөң фәнни йәмәғәтселеге уртаға бүленә. Мәсьәлә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Ю. С. Осипов менән М.Ғ. Рәхимовтың осрашыуында хәл ителә. Өфөнөң академик институттарын Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенән сығарып, туранан-тура РФА Президиумына буйһонған Рәсәй Федерацияһы Өфө фәнни үҙәге составында ҡалдырырға, ә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына тармаҡ институттарын индерергә (быға тиклем фәнни үҙәк составында булмаған Механика институты менән Юғары һығылмалылыҡ институтынан башҡалары) ҡарар сығарыла.
Рәсәй Федерацияһы Фәндәр академияһы президиумының Өфөләге биналары Башҡортостан Фәндәр академияһына тапшырыла. Башҡортостанда 2 президент — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенттары — һайлана.
1996—2003 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының хеҙмәттәрен берләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Уртаҡ фәнни-ойоштороу структуралары булдырыла: ғилми советтар, аспирантура, докторантура, «Ғилем» нәшриәте. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге менән Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы инфраструктураһын (мәғлүмәт селтәре, китапхана, поликлиника, автобаза, балалар баҡсалары, ял базаһы һ.б.) уртаҡ файҙаланыу ойошторола.
Фәндәр академияһы бүлексәләре
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы буйһоноуындағы ғилми ойошмалар:
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы менән республика башҡарма власть органдарының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған ғилми ойошмалар
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәнни-методик етәкселекте тормошҡа ашырған ғилми ойошмалар
Президиумда 31 кеше. Шулар араһында:
Төрлө йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағзалары булғандар:
№ | Һайланған йыл | Исем-шәрифе | Махсуслашыу өлкәһе |
---|---|---|---|
1 | 2012 | Аббас М. | Гуманитар фәндәр |
2 | 1998 | Батай Ж. | физика-математика фәндәре |
3 | 1998 | Бэнерджи С. | химия, физика-математика фәндәре |
4 | 2012 | Виллемс Р. | биология, ауыл хужалығы фәндәре |
5 | 2002 | Каган А. | химия фәндәре |
6 | 1998 | Какач С. | техник фәндәр, физика-математика фәндәре |
7 | 1998 | Крам Л. | физика-математика фәндәре |
8 | 1991 | Лэнгдон Т. | техник фәндәр |
9 | 1995 | Лэхи Р. | физика-математика фәндәре |
10 | 1991 | Мадьяри А. | ауыл хужалығы фәндәре |
11 | 1991 | Падманабхан К.А. | техник фәндәр |
12 | 1998 | Теофанус Т.Дж. | техник фәндәр |
13 | 2012 | Туған И. | Гуманитар фәндәр |
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһына бюджеттан аҡса бүлеү: 2003 йылда — 65 млн һум, 2004 йылда — 77 млн һум, …, 2010 йылда — 253 млн һум, 2011 йылда — 227 млн һум[12].
Фәнни тикшеренеүҙәр өсөн ҡулланыла торған аҡса ике өлөшкә бүленгән: фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды һәм дәүләт ғилми-техник программалары.
Фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм инновацион эшләнмәләрҙе финанслау эре Федераль маҡсатлы программалар, шулай уҡ «Роснано», «РОСТЕХНОЛОГИИ» кеүек корпорациялар аша тормошҡа ашырыла.
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы фәндең төрлө өлкәһендә 18 премия булдырған: Н. А. Айытов исемендәге, Д. Ф. Варфоломеев исемендәге, Г. В. Вахрушев исемендәге, С. А. Гаврилов исемендәге, В. К.Ғирфанов исемендәге, Зәки Вәлиди (ҡарағыҙ: Ә. Ә. Вәлидов) исемендәге, К. П. Краузе исемендәге, Г. Х.Ҡоҙаяров исемендәге, Р.Ғ.Кузеев исемендәге, С. А.Ҡунаҡбаев исемендәге, А. Ф. Леонтьев исемендәге, Р. Р.Мәүлитов исемендәге, С. Р. Рафиҡов исемендәге, М. И. Тоҡомбәтов исемендәге, Г. Н. Тереғолов исемендәге, К. Р. Тимерғәзин исемендәге, А. А. Трофимук исемендәге, М. И.Өмөтбаев исемендәге.
Академия нәшер иткән журналдар: «Башкирский экологический вестник» (НИИБЖД менән берлектә), «Вестник Академии наук Республики Башкортостан», «Проблемы востоковедения», «Экономика и управление: научно-практический журнал» (Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идараһы академияһы менән берлектә).
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.