From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы (4 март 1951 йыл) — рус. Еникеев Зуфар Иргалиевич — дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Юридик фәндәр докторы (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы, 1-се Моҡас ауылы |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
хоҡуҡ ғилеме |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер |
Урал дәүләт юридик академияһы |
Ғилми дәрәжәһе |
юридик фәндәр докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2001) |
Зөфәр Ирғәли улы Йәнекәев 1951 йылдың 4 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған.
Мәктәпте бөткәндән һуң 2 йыл Ирәндек совхозында эшсе була. 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамлай.
Дыуан районында (1973−1974), Салауат ҡалаһында (1974—1976) һәм Баймаҡ районында (1976−1978) прокуратура тәфтишсеһе булып эшләй. 1974 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Сибай ит комбинатында юрисконсульт була, унан һуң Сибай ҡалаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигының ярҙамсыһы булып эшләй.
1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының аспирантураһына инә. «Рәсәй составындағы Башҡортостандың хоҡуҡи статусы, ХVI — XXI быуаттар» тигән темаға кандидатлыҡ, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабанғы эш урындары: БДУ-ның юридик факультеты уҡытыусыһы; Башҡортостан Республикаһы Юғары Советында: Секретариаттың сектор мөдире, Халыҡ мәғарифы, фән, мәҙәниәт, милли һәм интернациональ традициялар, тарихи мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.
... «Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте — Башҡортостан Республикаһы — уның именлегенең гаранты булып тора»
1995 йылдан 2014 йылға тиклем — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Закондар сығарыу Палатаһының Урындағы власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре комитеты рәйесе; Европа Төбәктәр Палатаһында (Европа Советы, Страсбург) Рәсәй Федерацияһы вәкиле; Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Закондар сығарыу Палатаһының Ҡануниәт, дәүләт төҙөлөшө һәм суд-хоҡуҡи мәсьәләләр комитеты ағзаһы, 2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйлышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидаралыҡ, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр эштәре, мәғлүмәт сәйәсәте комитеты рәйесе. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. 2014 йылдан Башҡортостан Республикаһы Конституция суды рәйесе вазифаһын биләй.
Ғаиләһе: ҡатыны, ике балаһы бар.
Йәнекәев Зөфәр Ирғәли улы — 200-ҙән ашыу ғилми публикация авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.