совет һәм Рәсәй химик ғалимы From Wikipedia, the free encyclopedia
Сангалов Юрий Александрович (28 апрель 1938 йыл — 29 декабрь 2016 йыл) — ғалим-химик. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991). Нью-Йорк Фәндәр академияһының ғәмәли ағзаһы (1994), химия фәндәре докторы (1981), профессор (1986). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1976).
Юрий Александрович Сангалов[1] 1938 йылдың 28 апрелендә Горький ҡалаһында тыуа.
1960 йылда Н. Е. Лобачевский исемендәге Горький дәүләт университетын тамамлай.
Университеттан һуң В. А. Каргин исемендәге полимерҙар ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй (Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһы, 1960—1972); СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының (хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Органик химия институты, 1972—1992) ионлы полимерлашыу лабораторияһы мөдире; Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Нефть химияһы һәм катализ институтының композицион материалдар лабораторияһы мөдире (1992—2004); 2005 йылдан — Башҡортостан Республикаһының «Нефтехимия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһының ғилми консультанты.
Ю. Сангалов 1966 йылда — «Алюминорганик берләшмәләр булғанда винилхлоридтың полимерлашыуы» тигән темаға кандидатлыҡ, 1980 йылда «Ҡайһы бер Льюис һәм Бренстед кислоталары комплекстарының олефиндарҙың һәм полиолефиндарҙың электрофиль әүерелештәрендә тәртип үҙенсәлектәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1988 йылда уға «Юғары молекуляр берләшмәләр химияһы» специальносы буйынса профессор исеме бирелә.
Ю. Сангалов — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Химия-технология фәндәре бүлексәһе буйынса Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991). Юрий Александровичтың уҡыусылары араһында 5 фән докторы һәм 17 фән кандидаты бар.
Сангалов эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: юғары молекуляр берләшмәләр химияһы һәм технологияһы, махсус полимерҙар синтезы, химик материалдар ғилеме, халыҡ хужалығының экологик таҙа тармаҡтары өсөн полимер һәм композицион материалдар, яңырып торған тәбиғи һәм икенсел химик һәм нефтехимик сеймалды файҙаланыуҙың рациональ юлдары.
Ғалим 2016 йылдың 29 декабрендә вафат була.
Ю. Сангалов — 600-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография, 20 күҙәтеү-аналитик мәҡәлә, халыҡ-ара журналдарҙа сыҡҡан 40 мәҡәлә, фәнни-популяр 50 мәҡәлә, шул иҫәптән энциклопедик баҫмаларҙағы мәҡәләләр, 120 авторлыҡ танылмаһы һәм РФ патенты авторы. Ул — 15 сәнәғәт эшләнмәһе авторы.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.