ғалим From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғимаев Рәғиб Насретдин улы (1 ғинуар 1935 йыл — 29 ғинуар 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1981—1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1999), техник фәндәре докторы, профессор.
Ғимаев Рәғиб Насретдин улы | ||||||||
ректор Башҡорт дәүләт университеты | ||||||||
Файл:Рагиб Гимаев.jpg | ||||||||
Эшләй башлаған: |
1981 | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Тамамлаған: |
1999 | |||||||
Алдан килеүсе: |
Чанбарисов Шайхулла Хабибулла улы | |||||||
Һуңынан килеүсе: | ||||||||
Тыуған көнө: | ||||||||
Тыуған урыны: |
Ибрай ауылы, Кигинский район, Башҡорт АССР-ы, СССР | |||||||
Вафат көнө: | ||||||||
Вафат урыны: | ||||||||
Ила: | ||||||||
Фәнни даирә: |
химик технология | |||||||
Ғилми дәрәжәһеь: |
фән докторы | |||||||
Ғилми исеме: |
профессор | |||||||
Альма-матер: | ||||||||
Наградалары: |
|
Рәғиб Насретдин улы Ғимаев 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Ибрай ауылында тыуа. Милләте — башҡорт.
1958 йылда Өфө нефть институтын тамамлай, 1963 йылға тиклем Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй, һуңынан 1976 йылдан Өфө нефть институтының нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, технология факультеты деканы була. 1981 йылдан 1999 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университеты ректоры, бер үк ваҡытта аналитик химия һәм дөйөм химик технологиялар кафедраһы мөдире.
Рәғиб Ғимаев — нефть һәм газды химик эшкәртеү өлкәһендә исеме донъя күләмендә билдәле белгес, нефть сеймалы нигеҙендә углерод материалдарын алыу буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Уның ғилми хеҙмәттәре нефть дисперс системаларында фаза күсеүен, нефть продукттарының юғары ароматизацияланған компонеттарының шыйыҡ кристалл торошона күсеүен, нефть ҡалдыҡтарының термик крекинг теорияһын, нефть сеймалынан яңы материалдар — энәле кокс, нефть пектары, углерод туҡымалары, сорбенттары һ.б. алыуҙы тикшереүгә бағышлана. Ғалим тарафынан нефть эшкәртеүҙә һәм нефть химияһында физик-химик процестарҙа акустика тирбәлеүен ҡулланыу раҫлана. Уның тәҡдим иткән технологиялары «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, Өфөнәң нефть етештереү заводтарында, Рәсәйҙең һәм элекке СССР-ҙың ҡайһы бер предприятиеларында ҡулланыла.
Ул уйлап табыу буйынса 150-ҙән ашыу патент, Мәскәүҙә, Өфөлә, Ҡазанда нәшер ителгән 300 ғилми хеҙмәт һәм монография авторы ла. Уның уҡыусылары араһында тиҫтәләгән техник фән кандидаттары һәм докторҙары бар.
3-сө бер мандатлы Бөрө һайлау округынан Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана, «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө ағзаһы. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советына Өфөнөң Орджоникидзе районынан 52-се Институт һайлау округы, Киров районының 24-се Совет һайлау округы депутаты була.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2016 йылдың 29-нан 30-на ҡараған ғинуар төнөндә Өфөлә вафат була[1][2].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.