Алтон Стюарт Доннелли (ингл. Alton Stewart Donnelly; 30 ноябрь 1920 йыл — 2 ғинуар 2007 йыл) — АҠШ-тың тарихсы-ғалимы. Көнбайыш тарихнәмәлә Башҡортостандың XVI–XVIII быуаттағы тарихын һәм уның Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыу тарихын тәүге ентекле өйрәнеүсе. Нью-Йорк штаты университетының (Бингемтон ҡалаһы) атҡаҙанған профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (1992), философия докторы (1960), профессор (1966)[1].
Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Алтон Стюарт Доннелли |
Alton Stewart Donnelly |
|
Тыуған көнө |
30 ноябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
|
---|
Тыуған урыны |
Спрингвилл, Юта, АҠШ
|
---|
Вафат көнө |
2 ғинуар 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (86 йәш)
|
---|
Вафат урыны |
Бингемтон, АҠШ
|
---|
Ил |
АҠШ
|
---|
Ғилми даирәһе |
тарих
|
---|
Эшләгән урыны |
Нью-Йорк штаты университеты
|
---|
Альма-матер |
Калифорния университеты
|
---|
Ғилми дәрәжәһе |
(1960)
|
---|
|
Ябырға
Кемерер (Kemerer) ҡалаһында (Вайоминг штаты) мәктәптә уҡыған. Артабан берәр йыл Бригам Янг һәм Вайоминг университеттарында геология өйрәнгән[2]. Икенсе донъя һәм Корея һуғышында (1950—1952) ҡатнашҡан. Калифорния университетын тамамлаған (1955). 1958—1959 йылдарҙа Ленинград дәүләт университетында стажировка үтә. 1960 йылда «XVIII быуаттағы Ырымбур экспедицияһы» темаһына диссертация яҡлай[1].
Донелли көнбайыш тарихнамәһендә беренсе булып Башҡортостандың 16—18 быуаттар тарихын ентекләп өйрәнә: Рәсәйгә ҡушылыу факторҙарын, Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенең эске өлкәһенә әүерелдерелеүен; күсмә тормошта йәшәгән халыҡтарҙың сәйәси һәм мәҙәниәт-дини традицияларын, Рәсәйҙең Уралды баҫып алыуына башҡорт йәмәғәтенең ҡарашын тикшергән. Рәсәй тарихы буйынса күп ғилми хеҙмәттәр баҫтырып сығарған[1].
- Donnelly A. S. The Russian conquest of Bashkiria, 1552—1740: A Case Study in Imperialism By Alton S.Donnelly. — New Haven and London: Vale University Press, 1968. — 214 p.
- A History of the Russian-American Company by Richard A. Pierce, Alton S. Donnelly , P. A. Tikhmenev, Rossisko-amerikanskaia kompaniia ISBN 0295955643 (0-295-95564-3)
- A History of the Russian-American Company: Documents by Petr Aleksandrovich Tikhmenev, Richard A. Pierce, Alton S. Donnelly , Dmitri Krenov ISBN 0919642810 (0-919642-81-0)Hardcover, Limestone Press
- History of the Russian-American Company Vol. 2: Documents by Petr A. Tikhmenev, Richard A. Pierce, Alton S. Donnelly , Dmitri Krenov ISBN 0919642802 (0-919642-80-2). Hardcover, Limestone Press
- The Wreck of the Sv. Nikolai: Two Narratives of the First Russian Expedition to the Oregon Country, 1808—1810 by Kenneth N. Owens, Alton S. Donnelly ISBN 0875951244 (0-87595-124-4). Hardcover, Oregon Historical Society Pr
- The Orenburg Expedition: Russian Colonial Policies on the Southeastern Frontier, 1734—1740. University of California, 1960.-702.
- Regional Cultural History Project. University of California, Berkeley — 1961.
- Peter the Great and Central Asia.//Canadian Slavonic Papers, XVII.1975.
- The History of the Russian-American Company / Translated by R. A. Pierce, A. S. Donnelly. — Seattle: University of Washington Press, 1978.
- The Mobile Steppe Frontier: The Russian Conquest and Colonization of Bashkiria and Kazakhstan to 1850. In Russian Colonial Expansion to 1917 / Ed. by M. Rywkin. — London; New York: Mansell Publishing Ltd., 1988.
- Доннелли А. С. Завоевание Башкирии Россией, 1552—1740 : Страницы истории империализма : [Пер. с англ.] / [Вступ. статьи Р. Г. Кузеева, И. Г. Акманова]. — Б. м.: Междунар. корпорация «Ватан», 1995. — 285 с.
Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. руссанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р. З. Шәкүров. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 270 бит