Хәсәншин Данил Дәүләтша улы (22 август 1937 йыл) — композитор. 1973 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989).
Данил Дәүләтша улы Хәсәншин | |
Тыуған | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Илеш районы Сүлте ауылы, |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор, баянсы |
Хеҙмәттәшлек | |
Наградалар |
БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989) |
Биографияһы
Данил Дәүләтша улы Хәсәншин 1937 йылдың 22 авгусында Илеш районының Сүлте ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килә.
Урта мәктәпте һәм Үрге Йәркәй ауылындағы тракторсылар курсын тамамлағандан һуң тыуған колхозында эшләй, Совет Армияһында хеҙмәт итә. Бәләкәй ваҡытынан, шулай уҡ армияла сағында ла баянда уйнай.
1965 йылда Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлай, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. 1967—1972 йылдарҙа Ҡазан дәүләт консерваторияһында уҡый. 1980 йылда ассистентура стажировкаһы үтә.
Композитор булараҡ, Данил Хәсәншин әҫәрҙәрендә патриотик темаға өҫтөнлөк бирә.
Д. Д. Хәсәншиндың улы Азамат Хәсәншин[1] — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыуы һәм тауыш режиссураһы кафедраһы доценты.
Әҫәрҙәре
Хәсәншин Д. Д. — төрлө жанрҙары күп һанлы музыкаль әҫәрҙәр авторы.
Алты симфония, «Бөйөк рядовой» операһы, «Туй» балеты, симфоник, хор, камера-инструменталь һәм камера-вокаль әҫәрҙәр.
Фронтовик шағирҙар шиғырҙарына «Фронт йырҙары» кантатаһы.
Оркестр өсөн «Әйтеш» концерты. «Халыҡ тормошонан күренештәр» ораторияһы.
Скрипка һәм симфоник оркестр өсөн «Концерт-аҙан» жанрында скрипка һәм симфоник оркестр өсөн концерт-симфониялар циклы.
Маҡтаулы исемдәре
БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)
Әҙәбиәт
Журнал «Рампа» Культура Башкортостана № 8 (226) 2012. Ст. От песни до симфонии.
Һылтанмалар
http://kulturarb.com/publ/biografii/kompozitory_rb/izvestnyj_bashkirskij_kompozitor_danil_khasanshin_otmechaet_jubilej/19-1-0-120 2014 йыл 31 март архивланған.
http://ufa.kassy.ru/event/150341/ 2014 йыл 31 март архивланған.
http://zakon-region3.ru/1/57981/ 2016 йыл 4 март архивланған.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand in your browser!
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.