From Wikipedia, the free encyclopedia
Бәҙретдинов Рәғиб Мәрүәретдин улы (17 август 1945 йыл) — Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры.
Рәғиб Мәрүәретдин улы Бәҙретдинов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫәнбай ауылы |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
комбайнсы |
Наградалары һәм премиялары | |
Рәғиб Мәрүәретдин улы Бәҙретдинов 1945 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ы Илеш районы Иҫәнбай ауылында тыуған.
1963 йылдан Илеш районының «Октябрь» колхозында комбайнсы булып эшләй. 1964—1967 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Демобилизацияланғандан һуң, 1967 йылдан «Октябрь» колхозында комбайнсы булып эшләй. Рәғиб Бәҙретдинов йыл һайын юғары етештереү күрһәткестәренә һәм майлау-яғыулыҡ материалдарын һәм запас частарын экономиялауға өлгәшә. 1976—1980 йылдарҙа СКД-5 комбайнында уртаса 8667 центнер, ә 1981—1983 йылдарҙа — уртаса 9890 центнер иген һуға.
1980 йылда Бәләбәй ауыл хужалығының механизация һәм электрификация техникумын тамамлай. 1986 йылдан Илеш районының Жданов исемендәге колхоздың партия комитеты сәркәтибе вазифаһын үтәй. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 11‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана[1].
1990—1992 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының «Сөн» совхозының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1993 йылдан «Октябрь» колхозында иген ырҙыны машинисы булып эшләй[1].
1996 йылдан почтальон булып эшләй. 2005 йылдан — хаҡлы ялда.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.