17 март — григориан стиле буйынса йылдың 76-сы (кәбисә йылында 77-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 289 көн ҡала.
Ҡыҫҡа факттар Аҙна көнө ...
Ябырға
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Ильин Сергей Семёнович (1905—1978), ғалим-агроном, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1957—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының ботаника кафедраһы мөдире, 1966—1970 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1952), профессор (1952). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡсубай районы Сөнчәләй ауылынан.
- Никифоров Алексей Фёдорович (1915—21.03.1977), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Пашков Алексей Фёдорович (1920—15.01.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1943).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Фәйзуллина Мәрйәм Сөнәғәт ҡыҙы (1937), хеҙмәт ветераны. 1954—1987 йылдарҙа Баймаҡ районы Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың ҡош ҡараусыһы һәм малсыһы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны (1976) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Үрге Иҙрис ауылынан.
- Шәһәрова Сания Вәли ҡыҙы (1947), дәүләт хеҙмәте, юғары мәктәп һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-педиатр. 1999 йылдан Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры, 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетының Өҫтәлмә белем биреү институты хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған табибы.
- Зимина Надежда Васильевна (1952), хеҙмәт ветераны. Күмертау ҡалаһы дарыуханаһының элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
- Петров Олег Юрьевич (1967), спорт ветераны, бобслейсы. 1991—2004 йылдарҙа бобслей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы 1992, 1994 һәм 1998 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
тулы исемлек
- Симонов Юрий Гаврилович (1923—14.08.2019), ғалим-географ-геоморфолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1960—1965 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы (1999), география фәндәре докторы (1968), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1997). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» (1961) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Рудольф Нуриев (1938—6.01.1993), билдәле балет артисы, балетмейстер, дирижер. Йәштәр һәм студентттарҙың бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959), Почётлы легион, Сәнғәт һәм әҙәбиәттең командор ордендары кавалеры, Австрияның почётлы гражданы.
- Шаһапов Владислав Шәйхеләғзәм улы (1948), ғалим-механик. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, ғәмәли математика һәм механика кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2012). Физика-математика фәндәре докторы (1989), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2023). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1978).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
Ентеклерәк мәғлүмәт Ай һәм көндәр ...
Ябырға