Remove ads
практик проблемаларҙы хәл итеү ысулдары һәм процестары From Wikipedia, the free encyclopedia
Технология (бор. грек. τέχνη — сәнғәт, оҫталыҡ, таһыл; λόγος — «һүҙ», «фекер», «мәғәнә», «төшөнсә») — һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кәрәкле ысулдар һәм ҡорал-ҡорамалдар йыйылмаһы[2]; киң мәғәнәлә — ғәмәли бурыстарҙы хәл итеү өсөн ғилми белемдәрҙе файҙаланыу[2][3]. Технологияға эш ысулдары, режимы, эш-ғәмәлдәр эҙмә-эҙлелеге инә[4].
Технология | |
Өйрәнеү объекты | техника |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | технологияны баһалау[d], фән һәм технологияны өйрәнеү[d] һәм социотехнология[d] |
Һештег | Technology[1] |
Способствовавшим фактором является | прикладная наука[d] |
Вики-проект | Проект:Технология[d] |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Технология Викимилектә |
Технология сағыштырмаса яңы, күп ҡырлы термин булып тора, был төшөнсәнең мәғәнәһе даими үҫештә булғанға уға аныҡ ҡына билдәләмә биреү ҙә еңел түгел. XX быуат башына «технология» термины ҡорамалдар һәм машиналар, шулай уҡ уларға ҡағылышлы саралар, процестар һәм фекерҙәр йыйылмаһын да үҙ эсенә ала. Быуат уртаһына төшөнсәгә «кеше үҙе йәшәгән мөхитте үҙгәртеү йә ҡулайлаштырыу өсөн ҡулланған саралар йәки эшмәкәрлек йыйылмаһы» тигән билдәләмә бирелә[5].
И. Т. Фролов редакцияһындағы һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «технология артефакттарҙың, етештереү операцияларының һәм процестарының, ресурс сығанаҡтарының, мәғлүмәттең социаль системаларының, идара итеүҙең, финанслауҙың һәм башҡа технологиялар менән бәйләнештәрҙең ҡатлаулы үҫеш кисерә торған системаһынан ғибәрәт»[6].
"Collins» тигән мәғәнәүи социологик һүҙлек ошондай аңлатма бирә: «Технология — етештереү эшмәкәрлегендә белемде һәм ғәмәли алымдарҙы ҡулланыу»[7] .
Ушаковтың 1940 йылғы аңлатмалы һүҙлегендә «Технология — теге йәки был сеймалды фабрикат, әҙер продукция иткәнсе эшкәртеү ысулы; эшкәртеү процестары йыйылмаһы» [8].
Ожегов һүҙлеге «билдәле бер етештереү тармағында етештереү ысулдарының һәм процестарының йыйылмаһы, шулай уҡ етештереү алымдарының фәнни тасуирламаһы» тип аңлата[9].
Башҡорт телендәге һүҙлектәр ҙә технология төшөнсәһенә аңлатма бирә. Ураҡсин һүҙлегендә «Төрлө нәмәне эшләү һәм эшкәртеү ысулдары тураһындағы белем, материалдарҙы эшкәртеү юлдары һәм саралары тураһындағы фән»[10], Экология терминдары һүҙлегендә «билдәләнгән маҡсатҡа ирешеү, практик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн фәнде файҙаланыу»[11], Ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлектә «етештереү процесында сеймал, материал йәки ярымфабрикатты эшкәртеү, әҙерләү, уның торошо, билдәләре, формаларының үҙгәреүе алымдары йыйылмаһы»[12] тигән аңлатмалар бар.
1772 йылда Иоганн Бекман «технология» тигән терминды техник ҡулланыуға индерә. Ул Гёттинген университетында үҙе уҡытҡан предметты шулай тип атай[13].
1822 йылда Император Фәндәр академияһы академигы В. М. Севергин технологияны 10 киҫәккә бүлә[14][асыҡларға]:
Хәҙерге замандағы яңы алдынғы технологияларҙы юғары технологияларға (ингл. high technology, high-tech) индерәләр. Юғары технологияларҙы һәм уларға ярашлы техниканы ҡулланыуға күсеү хәҙерге осорҙа фәнни-техник революцияның (ФТР) мөһим сынйыры булып тора. Юғары технологияларға фән ҡаҙаныштарын күпләп ҡулланған сәнәғәт тармаҡтары — микроэлектроника, хисаплау техникаһы, робот техникаһы, атом энергетикаһы, самолёттар эшләү, космос техникаһы, микробиология сәнәғәте — ҡарай.
Технологиялар йә ниндәй ҙә булһа производство тармағына, йә аныҡ материалдарға һәм уларҙы алыу һәм эшкәртеү ысулдарына бәйле классификациялана. Мәҫәлән, тау эштәре технологияһы, машиналар эшләү технологияһы, төҙөлөш технологияһы, материалдарға бәйлеләре — металдар технологияһы, сусле матдәләр технологияһы, туҡымалар технологияһы[15].
Химик технологиялар нигеҙендә химик реакциялар барышындағы процестар ята, улар продукттарҙың составын, төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен үҙгәртә[15].
Металдар технологияһы сеймалдан уның химик составын, химик һәм физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеү юлы менән металдар алыуҙы, шул иҫәптән металлургияны, эшкәртелеүсе әҙерләмәләрҙең һәм деталдәрҙең формаһын, структураһын, физик үҙенсәлектәрен үҙгәртеүҙе, шул иҫәптән ҡойоу производствоһын, металдарҙы иретеп йәбештереүҙе, йәбештереүҙе, механик эшкәртеүҙе, металл эшкәртеүҙең электрофизик һәм электрохимик ысулдарын, металға һаҡлаусы япмалар ҡаплауҙы үҙ эсенә ала[15][16].
Металлургия — фәндең һәм техниканың мәғдәндәрҙән һәм башҡа металдарҙан металдар алыуҙы, шулай уҡ металл иретмәләренең химик составын, структураһын һәм үҙенсәлектәрен үҙгәртеү менән бәйле процестарҙы солғаған өлкәһе. Башланғыс тар мәғәнәһендә — мәғдәндәрҙән металдар алыу оҫталығы[17]. Уға сеймал әҙерләү (байытыу һ.б.) һәм сеймалдарҙан металдарҙы алыу, уларҙан иретмәләр етештереү, металдарҙы термик эшкәртеү, химик-термик эшкәртеү, термомеханик эшкәртеү, металдарҙы баҫым менән эшкәртеү, шул иҫәптән сүкеү, штампылау, йәйеү, һуҙыу һ.б. инә[16].
Химик технология — «сеймалды һәм аралыҡ продукттарын күпләп химик эшкәртеү процестары, ысулдары һәм саралары тураһындағы фән»[18].
Химик технология XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килә, ул саҡта был фән айырым химик производстволарҙы, уларҙың төп ҡорамалдарын, матди һәм энергия баланстары тасуирлау менән шөғөлләнә. XX быуаттың 30-сы йылдарына химия сәнәғәте ныҡлы үҫә, химик технологиялар барышын, уларҙың ҡулай варианттарын эшләү һәм ғәмәли ҡулланыу законсалыҡтарын өйрәнеү ихтыяжы тыуа. Химик технология төрлө химик, физик-химик һәм механик процестарҙы берҙәм комплексҡа берләштерә һәм тормошҡа ашыра[18]:
Машиналар эшләү технологияһы төрлө машиналарҙың һәм приборҙарҙың технологик процестарын, шул иҫәптән уларҙы конструкциялауҙы һәм етештереүҙе үҙ эсенә ала. Техник хисаплауҙар, материалдарҙы һәм уларҙы эшкәртеү ысулдарын һайлау, сифат контроле, деталдәрҙе һәм узелдарҙы эшләү һәм тоташтырыу ысулдары[15], машиналар эшләү заводтарын проектлау һәм уларҙа производстволарҙы ойоштороу ҙа ошонда инә.
Төҙөлөш — матди етештереү тармағы, файҙаланыу өсөн әҙер биналар һәм ҡоролмалар уның продукцияһы булып тора, шулай итеп, был тармаҡ биналар төҙөү, реконструкциялау, шулай уҡ уларҙы һүтеү һәм күсереү менән шөғөлләнә. Төҙөлөштә технологик процестар ике төп төркөмгә — майҙансыҡтан ситтәгеләргә һәм майҙансыҡтағыларға — бүленә. Төҙөлөш барышы — ул төҙөлөш майҙансығындағы етештереү барышы. Төҙөлөш майҙансығы — төҙөлөш объекты һәм уның тирәһендәге ярҙамсы территориялар урынлашҡан ер. Төҙөлөш барышында унда ҡатнашыусылар эш ҡоралдары (инструменттар, механизмдар һәм ҡулайламалар) ярҙамында яйлап эш предметтарын (материалдар, изделиелар һәм конструкциялар) төҙөлөш продукцияһына (төҙөлөш объекты) әйләндерә[19].
Эш бик күп өлөштәрҙән тора, уларҙың иң ябайы — ойоштороу йәһәтенән бүленмәй торған һәм технологик бер төрлө эш операцияһы. Тулайым төҙөлөш барышына етештерелеүсе конструктив элементтар (ҡыйыҡ ябыу, изоляциялау), эш барышында ҡулланылған материалдар (ер эштәре, таш эштәре, бетон эштәре) буйынса атап йөрөтөлгән эш төрҙәре инә. Төҙөлөш барышында башҡарылған эштәр комплекстары нулле, ер өҫтө, биҙәү йә махсус циклдарға ҡарай. Нулле циклға — аҫҡы ҡаттың иҙәненән түбәндә барған төп эштәр, ер өҫтө эштәренә — унан өҫтәгеләр, биҙәү циклына — тышҡы күренешкә ҡараған эштәр, махсусҡа — эске селтәрҙәрҙе ҡороу һәм приборҙар урынлаштырыу менән бәйле эштәр инә[19].
Электр зарядтарының барлығы, үҙ-ара тәьҫирләшеүе һәм хәрәкәте менән бәйле күренештәр тупланмаһы. Термин инглиз тәбиғәт фәндәре белгесе Уильям Гилберт тарафынан «Магнит, магнит есемдәре һәм ҙур магнит — Ер тураһында» (1600 год) тигән хеҙмәттә индерелә, был хеҙмәттә магнит компасының эш итеүе тураһында һөйләнелә һәм электрланған есемдәр менән ҡайһы бер тәжрибәләр тасуирлана. Ғалим башҡа матдәләрҙең дә электрланыу мөмкинлеген асыҡлай[20].
Тауыш тураһында фән, тауыштың физик тәбиғәтен һәм уның барлыҡҡа килеүе, таралыуы, ишетелеүе һәм тәьҫире менән бәйле проблемаларҙы өйрәнә. Акустика физиканың (механика) һығылмалы тауыш тирбәлештәрен һәм түбәнгенән башлап юғарғыға тиклем йышлыҡтағы тулҡындарын өйрәнеүсе йүнәлеше булып тора[21].
Электрондарҙың электромагнит ҡырҙар менән тәьҫирләшеүе һәм электромагнит энергияһын үҙгәртеү өсөн (башлыса мәғлүмәт ҡабул итеү, тапшырыу, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн) электрон приборҙар һәм ҡулайламалар эшләү ысулдары тураһындағы фән[22].
Фундаменталь һәм ҡулланма фәндең һәм техниканың дисциплина-ара өлкәһе, бирелгән атом структуралы продукттарҙы айырым атомдарға һәм молекулаларға идара итеү юлы менән етештереү һәм ҡулланыу ысулдары, шулай уҡ теоретик нигеҙләү, тикшеренеүҙәрҙең, анализдың һәм синтездың ғәмәли ысулдары тупланмаһы менән эш итә.
Тере организмдарҙы, уларҙың системаларын йә булмаһа уларҙың йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын технологик бурыстарҙы үтәү өсөн ҡулланыу мөмкинлектәрен, шулай уҡ ген инженерияһы ысулы менән кәрәкле үҙенсәлектәргә эйә булған тере организмдарҙы хасил итеү мөмкинлектәрен өйрәнеүсе дисциплина. Биотехнология генетикаға, молекуляр биологияға, биохимияға, эмбриологияға һәм күҙәнәк биологияһына, шулай уҡ ҡулланма дисциплиналарға — химик һәм мәғлүмәт технологияларына, робот техникаһына нигеҙләнә.
Космос техникаһы объекттарҙы йә тере йән эйәләрен космосҡа осороу, Ергә төшөрөү, космоста эшләү менән бәйләнгән. Бөтә космос аппараттары, шул иҫәптән яһалма Ер юлдаштары, космос телескоптары, планета-ара автоматик станциялар, орбиталь станциялар, шулай уҡ уларҙа урынлашҡан ҡорамалдар космос техникаһы булып тора. Йөрөткөс ракеталар, шаттлдар, төшөрөлөүсе аппараттар һәм туранан-тура космоста эшләмәгән, әммә уның менән бәйләнгән башҡа техника ла космос техникаһына инә.
Хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу һәм тәьмин итеү, ғәскәрҙәрҙе күнектереү һәм техниканың тейешле кимәлдәге әҙерлеген тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән технологиялар.
Кешене һәм матди әйберҙәрҙе күсереп йөрөтөү өсөн ҡулланылған транспорт саралары менән бергә транспортлау барышында ҡатнашҡан ҡорамалдар, ысулдар һәм ғилми белемдәр тупланмаһын өйрәнеүсе фән.
Мәғлүмәт технологиялары (МТ, шулай уҡ — мәғлүмәт-коммуникация технологиялары[23][24]) — мәғлүмәтте йыйыуҙы, туплауҙы, эшкәртеүҙе, һаҡлауҙы, күрһәтеүҙе һәм таратыуҙы тәьмин итеүсе ысулдар, программа-техник һәм технологик саралар йыйылмаһы[25]; бирелмәләрҙе йыйыу, һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм файҙаланыу барышында хисаплау техникаһы сараларын ҡулланыу алымдары, ысулдары һәм методтары (34.003-90 ГОСТ-ы)[26]; ресурсы, необходимые для сбора, обработки, хранения и распространения информации (ISO/IEC 38500:2008)[27].
XX быуат аҙағында һәм XXI быуат башында мәғлүмәт технологиялары кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә киң ҡулланыу таба, улар араһында[25]:
Мәғлүмәт технологияларына техник саралар, программа саралары, ойоштороу-методик тәьминәт һәм стандартлаштырыу инә[25].
Компьютер техникаһы һәм коммуникация техникаһы сараларын айыралар[25].
Компьютер техникаһы саралары бирелмәләрҙе индереү, эшкәртеү, сығарыу һәм һаҡлау өсөн кәрәк. Мәғлүмәт индереү өсөн баҫмаҡтар, цифрлы камералар, аудио- һәм видеобирелмәләр индереү ҡорамалдары ҡулланыла[25], [28]. Физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсуслаштырылған ҡулайламалар бар[25].
Процессорҙар бирелмәләрҙе эшкәртә һәм һөҙөмтәләрҙе ҡулланырлыҡ хәлгә килтереп үҙгәртә. Уларға текстар, һүрәттәр, аудио һәм видео мәғлүмәттәр инә. Мәғлүмәтте сығарыу өсөн башлыса дисплейҙар, принтерҙар, динамиктар һәм ҡолаҡсындар, факс-машиналар, һәр төрлө күп функциялы ҡулайламалар ҡулланыла[25].
Мәғлүмәтте һаҡлау өсөн магнитлы дискылар, таҫмалар, флеш-хәтер ҡулайламалары һ.б. ҡулланыла[25].
Коммуникация техникаһы мәғлүмәтте алыҫ араға тапшыра. Коммуникация саралары үҙ аллы ла, компьютер техникаһы саралары менән берлектә лә эшләй ала[25].
Социаль технологиялар кешеләрҙең социаль тәртибенә идара итеү мәсьәләләрен сисеү буйынса ҡулланма белемдәр һәм ысулдар системаһынан ғибәрәт, улар социаль планлаштырыу һәм социаль проектлау барышында эшләнә һәм файҙаланыла. Социаль технологиялар социаль структураларҙы булдырыу һәм үҙгәртеү менән шөғөлләнә. Социаль технологиялар социология, социаль ойоштороу һәм идара итеү теорияһы, шулай уҡ психология кеүек социаль фәндәрҙең теоретик эшләнмәләренә нигеҙләнә, ижтимағи системаларҙың эш итеүендәге ғәмәли тәжрибәләрҙе файҙалана. Социаль технологиялар шәхси социаль бурыстар менән шөғөлләнә, глобаль ижтимағи үҙгәрештәр менән шөғөлләнмәй. «Социаль технология» төшөнсәһе түбәндәге өлкәләргә ҡағылғанда тар мәғәнәлә ҡулланыла[29]:
Киң мәғәнәлә социаль технология был махсуслаштырылған технологиялар йыйылмаһын билдәләй[29].
Элемтә төрө, мәғлүмәтте электромагнит сигналдар ярҙамында, мәҫәлән, тимер сым аша, сүсле-оптик кабель йә радио аша тапшырыу ысулы.
Технология Викимилектә | |
Технология Викияңылыҡтарҙа |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.