Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Математика (бор. грек. μᾰθημᾰτικά[1] < μάθημα «өйрәнеү; фән») — һандар, структуралар, арауыҡтар һәм әүерелдереүҙәрҙе өйрәнгән фән. Тәүге осорҙа математика иҫәп, иҫәпләү, үлсәү өсөн, шулай уҡ дедуктив фекерләү һәм абстракциялар ярҙамында физик объекттарҙың формаларын һәм хәрәкәттәрен өйрәнеү өсөн ҡулланылған.
Математика формаль аралашыу телен тәҡдим итә, ул математика белеменең асылын уңышлы төшөндөрөү өсөн файҙаланыла. Шуға күрә математика — тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү өсөн, проектлау һәм иҡтисад өсөн мөһим һәм кәрәкле сара булып тора.
«Математика» һүҙе бор. грек. μάθημα һүҙенән сыҡҡан, был «өйрәнеү», «ғилем»(изучение, знание, наука) тигәнде аңлата, һәм бор. грек. μαθηματικός, башта «аңлап барыусы», «өлгөрөүсе» (восприимчивый, успевающий)[2], һуңыраҡ «өйрәнергә тейешле» (относящийся к изучению), тағы ла бер аҙ ваҡыттан «математикаға ҡараған» (относящийся к математике). Мәҫәлән , μαθηματικὴ τέχνη, латин телендә ars mathematica— «математика сәнғәте» (искусство математики). Хәҙерге мәғәнәлә был термин (бор. грек. μᾰθημᾰτικά) («математика») Аристотель (беҙҙең быуатҡа тиклемге IV быуат) хеҙмәттәрендә үк осрай. Фасмер фекеренсә рус теленә пол. matematyka, йәки лат. mathematica аша килә[3].
Урыҫ телендә «математика» йәғи «маѳематика» XVII быуаттан башлап, мәҫәлән, Николай Спафарийҙың «Книга избранной вкратце о девяти мусах и о седмих свободных художествах» (1672 йыл) китабында осрай[4]
1. Математика уҡытыу дисциплинаһы булараҡ Рәсәй Федерацияһында урта мәктәптә өйрәнелгән һәм дисциплиналар буйынса барлыҡҡа килгән элементар математикаға бүленә:
Һәм юғары математика математика факультетынан башҡа вуздарҙа белгестәр әҙерләү фәне. Юғары математика составына белем алыу йүнәлешенә ҡарап төрлө бүлектәр инә.
Математика белгестәре әҙерләү программаһына ингән бүлектәр[5] :
2. Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған фәнни хеҙмәткәр белгестәр өсөн математика[6] түбәндәге бүлектәр буйынса билдәләнә:
3. Фәнни эштәрҙе системалаштырыу өсөн «Математика» бүлеге бар[7] универсаль ун классификация (УДК).
4. АҠШ математиктары йәмғиәте (AMS) математика бүлектәрен классификациялау буйынса үҙ стандартын булдырҙы. Уның атамаһы Mathematics Subject Classification. Был стандарт яңыртылып тора. Әлеге ваҡыттағы версия — MSC 2010. Элекке версия — MSC 2000.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.