Малсылыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
From Wikipedia, the free encyclopedia
Малсылыҡ — һөт, ит, күн сеймалын алыу һәм шулай уҡ екке мал булараҡ файҙаланыу өсөн мөгөҙлө эре малды үрсетеү өсөн махсуслашҡан мал аҫрау эшенең бер тармағы.
Викидатала элемент юҡ |
Төп эшмәкәрлек йүнәлештәренән сығып, малсылыҡ хужалыҡтары һөт, һөт-ит һәм ит төркөмдәренә бүленә. Хужалыҡ төрҙәренә ҡарап күсмә малсылыҡ (иң боронғо), ярым күсмә (йәки ҡыуыу) һәм хәҙерге ваҡытта өҫтөнлөк алған аҙбарҙарҙа аҫыралған малға бүленә.
Малсылыҡ менән бөтә донъя күләмендә шөғөлләнәләр һәм ул күп кенә илдәр иҡтисадында мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта мөгөҙлө эре мал башы буйынса —Һиндостан, Бразилия, АҠШ, Ҡытай, Аргентина, ә һөт етештереү буйынса Һиндостан, АҠШ, Ҡытай, Германия һәм Бразилия алдынғылар рәтендә[1].
Рәсәйҙә һөт һәм һөт-ит тоҡомон үрсетеү райондары —урман һәм урман-ялан зонаһы. Бынан тыш, әлеге тармаҡтар ҡулланыусылар янында урынлашҡан райондарҙа үҫеш ала. Ит һәм ит-һөт малсылығы дала зонаһы ярымсүлдәрҙең ҡоролоҡҡа тартым көтөүлектәрҙә лә үҫешә.
Мөгөҙлө эре малды үрсетеү неолит эраһына ҡарай, ул ваҡытта һунарсылыҡ һәм еләк-емеш йыйыу яйлап малсылыҡ һәм игенселек менән алыштырыла. Боронғо малсылыҡ эҙҙәре хәҙерге ваҡытта Бәрәкәтле ярым ай төбәгендә, шулай уҡ Иранда (Гәнжә-Дарҙа) табылған.
Оҙайлы ваҡыт малсылыҡ көтөүлектә мал көтөүҙе аңлатҡан. Көн дауамында, ҡағиҙә булараҡ, мал бер тапҡыр ялға, һыу ятҡылығы эргәһендә, туҡтай. Айырым осраҡтарҙа көтөүселәр мал көтөүҙә эттәрҙе ҡулланған.
Хәҙерге ваҡытта алдынғы илдәрҙә малды мөгөҙлө эре мал фермаларында аҫырау киң ҡуллана.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.