Remove ads
Көньяҡ Азиялағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Һиндостан (һинд भारत (Bhārat); ингл. India), рәсми атамаһы Һиндостан Республикаһы (һинд भारत गणराज्य (Bhārat Gaṇarājya); ингл. Republic of India) — Көньяҡ Азиялағы дәүләт. Майҙаны буйынса донъяла етенсе, халыҡ һаны буйынса икенсе ил, шулай уҡ ул либераль демократия дәүләттәре араһында иң ҙуры. Һиндостандың диңгеҙ ярҙары ете мең саҡрымдан күберәк. Һиндостан көнбайышта Пакистан менән, төньяҡ-көнсығышта Ҡытай, Непал һәм Бутан менән, көнсығышта Бангладеш һәм Мьянма менән сиктәш.
| |||||
Милли девиз: «Satyameva Jayate» | |||||
Гимн: Һиндостан гимны (тыңларға ) | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 15 август 1947 (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | Һинди, Инглиз теле | ||||
Баш ҡала | Нью-Дели | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Мумбаи | ||||
Идара итеү формаһы | Республика | ||||
Президент Премьер-министр | Рам Натһ Ковинд (Ram Nath Kovind) Нарендра Моди (Narendra Modi) | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. | 7 урын 3 287 590 км² 9,5 | ||||
Халыҡ • Барыһы (2007) • Тығыҙлыҡ | 2 урын 1 131 191 071 329 кеше/км² | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2006) • Кеше башына | 4 урын 4 042 000 млн. $ 3737 $ | ||||
Валюта | Һинд рупиһы (INR, код 67) | ||||
Телефон коды | +91 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC +5:30 |
Арий тамырлы ырыуҙар халҡы менән һуғыша -?.
4 каста төҙөлә (варна) — брахмандар (дин хеҙмәтселәр); кшатрии (етәкселәр, һуғышсылар, яугирҙар); вайшьи (ер эшкәртеүселәр, һатыусылар); шудры (хеҙмәтселәр, ябай эшселәр)).
Хоҡуҡ сығанағы — Изге Ведалар — «Ригведа» (гимндар йыйылмағы); Атхарваведа" (өшкөрөү доғалар йыйылмаһы); упанишады (дин-фәлсәфә трактаттар).
Индуизм — яңыртылған Буддизм. Индуизм власҡа оппозицияла булманы. Дәүләт идеалы — «Артхашастра» трактатта яҙыла .
Һиндостан Ҡытайҙан ҡала иң күп кеше йәшәгән дәүләт. Халҡының ҙур өлөшө ауылда көн итә. Ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда ир-ат күберәк. Был иртә никахтарға (ҡыҙҙарҙы 15 — 17 йәштә үк кейәүгә бирәләр) һәм күп балалар тыуыуына (табыуына) бәйле ҡатын-ҡыҙ араһында үлем кимәленең юғары булыуы менән аңлатыла.
Майҙаны, халҡының һаны буйынса тәүге урындарҙа торһа ла, һиндтарҙың күбеһе ярлылыҡтан интегә һәм белемһеҙ. Хәҙерге көндә былар иң киҫкен мәсьәләләрҙән һанала. Белемле кешеләргә кемдәр инә, тиһегеҙме? Кем тексты уҡый һәм бер нисә һөйләмде аңлайышлы итеп яҙа белә — шулар.
Һиндостан — күп милләтле ил. Унда йәшәгән халыҡтар бер-береһенән тышҡы йөҙө, теле һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә айырыла. Һиндттарҙың 70 проценттан ашыуы һинд-арий телдәре төркөмөнә ингәнгә күрә, бында күпселек кеше һинд телендә аралаша. Уға дәүләт статусы ла бирелгән. Ярҙамсы рәсми тел булған инглиз теле башлыса эшҡыуарлыҡта һәм хакимиәттә киң ҡулланыла. Шулай уҡ мәғариф өлкәһендә, айырыуса урта һәм юғары белем биреүҙә ҙур урын алып тора.
Дөйөм алғанда, ил конституцияһында халҡының күпселек өлөшө һөйләшкән 21 рәсми тел билдәләнгән.
Һиндостан — федератив республика, 28 штат, 6 союз биләмә һәм Дели баш ҡала милли округынан тора. Барлыҡ штаттарҙа, Джама һәм Кашмир, Пондичерри союз биләмәләрендә, Дели баш ҡала милли округында өлөшләтә дәүләтселек, үҙ аллы ҡанун ҡабул итеү һәм идара итеү мөмкинлеге бар. Башҡа биш союз биләмәһендә Һиндостан Президенты тәғәйенләнгән хакимиәт идара итә. Һиндостан штаттары 1956 йылда тел ҡулланыу буйынса төҙөлә. Шул ваҡыттан алып, Һиндостандың административ структураһы үҙгәрмәгән тиерлек.
Һиндостан штаттары: Андһра Прадейш, Аруначал Прадейш, Ассам, Биһар, Гоа, Гуджарат, Джамму һәм Кашмир, Джаркэнд, Көнбайыш Бенгал, Карнатака, Керала, Мадһья Прадейш, Манипур, Маһараштра, Мекһалия, Мизурәм, Нагалэнд, Орисса, Пенджаб, Раджестан, Сикким, Тамиладу, Телингана, Трипура, Уттаркэнд, Уттар Прадейш, Һарьяна, Һимачал Прадейш, Чһаттисгарһ.
Һиндостан союздаш биләмәләре: Андаман һәм Никобар утрауҙары, Дадра һәм Нагар Һәвели, Даман һәм Диу, Лакшадвип, Пондичерри, Чандигарһ.
Һиндостан милли округтары: Дели баш ҡала милли окгругы.
Штаттар, союз биләмәләре 642 округка, улар үҙ сиратында төрлө округтарҙа «талуҡ», «техсил», «мандал» тип аталған ваҡ административ берәмектәргә бүленә.
№ | Штат (башҡортса атамаһы) |
Штат (ерле атамаһы) |
Баш ҡалаһы | Майҙаны, кв. км |
Халыҡ һаны, кеше. (2011) |
Тығыҙлыҡ, кеше./кв. км |
Картала |
---|---|---|---|---|---|---|---|
Штаттар | |||||||
1 | Андһра Прадейш | ингл. Andhra Pradesh һинд आन्ध्र प्रदेश телугу теле ఆంధ్ర ప్రదేశ్ урду آندھرا پردیش | Хәйҙәрабад | 160 205 | 49 665 533 | 307,80 | |
2 | Аруначал Прадейш | ингл. Arunachal Pradesh һинд अरुणाचल प्रदेश | Итанагар | 83 743 | 1 382 611 | 16,51 | |
3 | Ассам | ингл. Assam һинд असम ассам. অসম | Диспур | 78 438 | 31 169 272 | 397,37 | |
4 | Биһар | ингл. Bihar һинд बिहार | Патна | 94 163 | 103 804 637 | 1102,43 | |
5 | Гоа | ингл. Goa һинд गोवा Ҡалып:Lang-kok маратһи गोवा | Панаджи | 3702 | 1 457 723 | 393,77 | |
6 | Гуджарат | ингл. Gujarat һинд गुजरात гудж. ગુજરાત | Гандинагар | 196 024 | 60 383 628 | 308,04 | |
7 | Джамму һәм Кашмир | ингл. Jammu and Kashmir һинд जम्मू और कश्मीर урду جموں و کشمیر Ҡалып:Lang-ks | Сринагар | 222 236 | 12 548 926 | 56,47 | |
8 | Джаркэнд | ингл. Jharkhand һинд झारखंड | Ранчи | 79 714 | 32 966 238 | 413,56 | |
9 | Көнбайыш Бенгал | ингл. West Bengal һинд पश्चिम बंगाल бенг. পশ্চিমবঙ্গ | Колката | 88 752 | 91 347 736 | 1029,25 | |
10 | Карнатака | ингл. Karnataka һинд कर्नाटक Ошибка Lua в Модуль:Unicode_data на строке 469: attempt to index field 'scripts' (a boolean value). | Бангалор | 191 791 | 61 130 704 | 318,74 | |
11 | Керала | ингл. Kerala һинд केरल Ҡалып:Lang-ml | Тируванантапурам | 38 863 | 33 387 677 | 859,11 | |
12 | Мадһья Прадейш | ингл. Madhya Pradesh һинд मध्य प्रदेश | Бхопал | 308 000 | 72 597 565 | 235,71 | |
13 | Манипур | ингл. Manipur һинд मणिपुर Ҡалып:Lang-mni | Импхал | 22 327 | 2 721 756 | 121,90 | |
14 | Маһараштра | ингл. Maharashtra һинд महाराष्ट्र маратһи महाराष्ट्र | Мумбаи | 307 713 | 112 372 972 | 365,19 | |
15 | Мекһалия | ингл. Meghalaya һинд मेघालय | Шиллонг | 22 429 | 2 964 007 | 132,15 | |
16 | Мизурәм | ингл. Mizoram һинд मिज़ोरम | Аиджал | 21 081 | 1 091 014 | 51,75 | |
17 | Нагалэнд | ингл. Nagaland һинд नागालैंड | Кохима | 16 579 | 1 980 602 | 119,46 | |
18 | Орисса | ингл. Orissa һинд उड़ीसा Ҡалып:Lang-or | Бхубанешвар | 155 707 | 41 947 358 | 269,40 | |
19 | Пенджаб | ингл. Punjab һинд पंजाब кб.-пандж. ਪੰਜਾਬ | Чандигарх | 50 362 | 27 704 236 | 550,10 | |
20 | Раджестан | ингл. Rajasthan һинд राजस्थान | Джайпур | 342 239 | 68 621 012 | 200,51 | |
21 | Сикким | ингл. Sikkim һинд सिक्किम непал सिक्किम | Гангток | 7096 | 607 688 | 85,64 | |
22 | Тамиладу | ингл. Tamil Nadu һинд तमिलनाडु там. தமிழ்நாடு | Ченнаи | 130 058 | 72 138 958 | 554,67 | |
23 | Телингана | ингл. Telangana һинд तेलंगाना телугу теле తెలంగాణ | Хайдарабад | 114 840 | 35 286 757 | 310 | |
24 | Трипура | ингл. Tripura һинд त्रिपुरा бенг. ত্রিপুরা | Агартала | 10 492 | 3 671 032 | 349,89 | |
25 | Уттаркэнд | ингл. Uttarakhand һинд उत्तराखंड | Дехрадун | 53 484 | 10 116 752 | 189,15 | |
26 | Уттар Прадейш | ингл. Uttar Pradesh һинд उत्तर प्रदेश урду اتر پردیش | Лакхнау | 240 928 | 199 581 477 | 828,14 | |
27 | Һарьяна | ингл. Haryana һинд हरियाणा кб.-пандж. ਹਰਿਆਣਾ | Чандигарх | 44 212 | 25 353 081 | 573,44 | |
28 | Һимачал Прадейш | ингл. Himachal Pradesh һинд हिमाचल प्रदेश | Шимла | 55 673 | 6 856 509 | 123,16 | |
29 | Чһаттисгарһ | ингл. Chhattisgarh һинд छत्तीसगढ | Райпур | 136 034 | 25 540 196 | 187,75 | |
Союз биләмәләре | |||||||
1 | Андаман һәм Никобар утрауҙары | ингл. Andaman and Nicobar Islands һинд अंडमान और निकोबार द्वीप समूह | Порт-Блэр | 8249 | 379 944 | 46,06 | |
2 | Дадра һәм Нагар Һәвели | ингл. Dadra and Nagar Haveli һинд दादरा और नगर हवेली гудж. દાદરા અને નગર હવેલી | Силвасса | 491 | 342 853 | 698,27 | |
3 | Даман һәм Диу | ингл. Daman and Diu һинд दमन और दीव гудж. દમણ અને દિય | Даман | 112 | 242 911 | 2168,85 | |
4 | Лакшадвип | ингл. Lakshadweep һинд लक्षद्वीप Ҡалып:Lang-ml | Каваратти | 32 | 64 429 | 2013,41 | |
5 | Пондичерри | ингл. Pondicherry һинд पांडिचेरी франц. Pondichéry Ҡалып:Lang-ml там. புதுச்சேரி телугу теле పుదుచ్చేర | Пондичерри | 492 | 1 244 464 | 2529,40 | |
6 | Чандигарһ | ингл. Chandigarh һинд चंडीगढ़ кб.-пандж. ਚੰਡੀਗੜ੍ਹ | Чандигарһ | 114 | 1 054 686 | 9251,63 | |
Баш ҡала милли округы | |||||||
1 | Дели баш ҡала милли окгругы | ингл. Delhi һинд दिल्ली урду دلی кб.-пандж. ਦਿੱਲੀ | Дели | 1483 | 16 753 235 | 11296,85 | |
Барлығы | 3 287 882 | 1 210 193 422 | 368,07 |
Һиндостанда мәктәп тормошо бик иртә башлана. 3 йәш ярымда уҡ бала форма кейеп, сумка аҫып, әсәһе менән тәүге дәрескә килә. Унда беҙҙәге кеүек балалар баҡсаһы юҡ. Бер мәктәп ҡыйығы аҫтында кескәйҙәр ҙә, бәләкәй һәм өлкән төркөм уҡыусылары ла белем ала. Иң бәләкәстәр 2-4 сәғәт уҡый: инглиз алфавитын, иҫәп-хисапты һәм яҙырға өйрәнәләр, шиғыр ятлайҙар.
Беренсе синыфҡа 6-7 йәштә баралар. Мәктәпкә йөрөүселәрҙең күптәре был ваҡытта инде уҡый белә. Һинд балаһы X синыф белемле булырға тейеш. XI һәм XII синыфтарҙы йә мәктәптә, йә колледжда тамамлай ала. Колледжда тәүге ике йылда дөйөм фәндәрҙе өйрәнәләр, шунан ғына йәштәр белгеслеген билдәләй ала.
Һәр мәктәптең — үҙ формаһы: уға күлдәк, юбка, жакет һәм салбар ғына түгел, шулай уҡ ойоҡ, галстук, ботинка ла инә. Иң бәләкәйҙәр мотлаҡ исеме һәм йәшәгән адресы яҙылған бейджик йөрөтә. Бындай һаҡлыҡ сараһы күреү уҡыусы мәктәп ихатаһынан сығып тайғанда йә ул аҙашҡанда табыуҙа ныҡ ярҙам итә.
Шулай уҡ үҙен ихтирам иткән һәр белем усағының үҙ транспорты бар — билдәле бер хаҡҡа уҡыусы уның менән файҙалана ала. Автобустар ҙурлығы, сыҡҡан йылы буйынса айырылырға мөмкин, әммә мотлаҡ һары төҫтә булырға тейеш. Уларҙы шулай ҡала маршруттарындағы ҡыҙыл автобустарҙан айырырға була.
Мәктәптә ниндәй дәреслектәр өйрәнәләрме? Рәсәйҙәге уҡыусылар кеүек тарихты, географияны, хоҡуҡ нигеҙҙәрен, химияны, физиканы, биологияны, математиканы һәм информатиканы. Шулай уҡ инглиз, һинд һәм шул штаттың урындағы теле, рәсем инә уҡытыу программаһына. Әҙәбиәтте айырым дәреслек булараҡ түгел, ә инглиз телен өйрәнгәндә генә үтәләр. Беҙҙәге кеүек физкультура ла дәрестәр теҙмәһендә юҡ, ләкин «быуындарҙы яҙып алырға», форманы спорт кейеменә алыштырып, йүгереү, күнекмәләр яһау, яратҡан крикет уйынын уйнау өсөн махсус ваҡыт бүленә. Сәйер тойолһа ла, хеҙмәт дәресе лә ҡаралмаған. Был да һинд йәмғиәтенең үҙенсәлеге: касталарға бүлеп ҡарау әллә ҡасан ҡанун менән тыйылһа ла, әле булһа күптәр ҡулына эш ҡоралы алыуҙы дәрәжәһен кәмһетеү тип ҡарай.
Өйгә эштәрҙе башҡарыу өсөн ата-әсә репетитор яллай. Берҙән, балаға үҙаллы эшләргә ауыр, икенсенән, тел ҡаршылығы арҡаһында уға ғаилә лә ярҙам итә алмайҙар. Мәктәптә бит күберәк инглиз телендә уҡыталар, ә өйҙәгеләр башҡа телдәрҙә һөйләшә. Уҡыусының белемен баһалау иһә беҙҙекенән айырыла. Телдән яуаптарға билдә ҡуйылмай, бер уҡытыусы 60 — 70 баланан нисек һорап өлгөрһөн инде. Иң абруйлы мәктәптәрҙә лә һәр синыфта шунсама уҡыусы булыуы ғәҙәти хәл һанала. Шуға күрә һәр теманан һуң үткәрелгән яҙма контроль эштәргә генә билдә ҡуйыла. Семестр аҙағында имтихандар ҙа тапшыралар. Шуныһы ла ҡыҙыҡ: иң юғары балл йыйған сығарылыш синыфы уҡыусыларының портреттарын махсус реклама таҡталарына, метро туҡталыштарына, шулай уҡ ҡала транспортына эләләр[1].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.